Бутҡабыҙ — майһыҙ, сәйебеҙ шәкәрһеҙ булмаҫ…

28-10-2011, 11:05 // Информация // Баҫып сығарырға
Бутҡабыҙ — майһыҙ, сәйебеҙ шәкәрһеҙ булмаҫ…Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы сөгөлдөрҙө 35 гектарҙа сәскән. Әле бында эш ҡайнай. Халыҡ “татлы тамыр”ҙы йыйып алып, үҙ өлөшөндәге сөгөлдөрөн йәһәт кенә таҙартып, шәкәр заводына оҙатырға тырыша.
Беҙ килгәндә лә дүрт агрегат буш тормай ине. Иҙрис Ғайсин үҙенең техникаһы менән япраҡтарҙы ҡырҡып үтеүгә, артынан Айҙар Ташбулатов менән Александр Соколовтың агрегаттары эште үҙ ҡулына ала. Рифат Латипов менән Миңнулла Күсәрбаев арбаға тейәлгән уңышты хужалары янына килтереп бушата.
— Быйыл утыҙлап ғаилә сөгөлдөр алып эшкәртте. Араларында хужалыҡта эшләп йөрөгән һауынсылар, шоферҙар ҙа бар. Мәктәп коллективы үҙе алты гектар алды, һәйбәт тәрбиәләне. Әле таҙартып бөттөләр, тиҫтәгә яҡын машина булды, — ти кооператив рәйесе Марсель Аҙнағолов. — Таҙартылған сөгөлдөрҙө Вәкил Һабаншин менән Вадим Жеребцов заводҡа алып китә. Ара яҡын, сират та бик юҡ…
Сәмләнешеп сөгөлдөр таҙартыусы бер-ике ғаиләгә лә һуғылдыҡ. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Балаларҙың да мөһим эштән ситтә ҡалмауы һөйөндөрә. Ғәтиәтулла Ситдиҡовтың ғаиләһе аяҙ көндә ыратып ҡалырға тырыша.
Рифат Латиповтарҙың ғаиләһенә ярҙамға балалары ғына түгел, дуҫтары, аралашып йөрөгән кешеләре лә килгән.
— Ғаилә өсөн аҙмы-күпме аҡса килә. Гектарынан 160–170, хатта 200 центнер алған урындар бар. Уңыш юғарыраҡ булған һайын, шәкәре лә күберәк буласаҡ, — ти рәйес.
— Ер бер аҙ һурыҡҡас ҡына эшкә тотона алдыҡ, — ти район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Рәфис Сәйфетдинов. — “Ергән” МТС-ы филиалының 600 гектар баҫыуында эштәр ошоғаса башланмаған, ә бына бер нисә крәҫтиән (фермер) хужалығында ул ырап бара.
Көнбағыш урыу ҙа крәҫтиән өсөн бөгөн ҙур хәстәр. Баш агроном әйтеүенсә, майҙандарҙың ни бары өстән бер өлөшөндә генә уңыш йыйып алынған.
Чапаев исемендәге ауыл хужалығы кооперативындағы бер баҫыуҙа көнбағыш урыуға тап булдыҡ. Өс “Дон-1500Б” комбайны бер юлы килеп төшкән. Хужалыҡтың баш агрономы Григорий Мельников та туҡтаған бер комбайн тирәһендә урала.
— Быйыл үҙебеҙҙең “енисей” сортын 400 гектарға сәстек, 320 гектарында йыйып алдыҡ. Кәрзиндәр бик еүеш, урыуы ауыр, шулай ҙа 14–15 центнерҙан ҡалмайбыҙ әле, — ти ул. — Бик һаҡ йөрөргә кәрәк, саҡ ҡына тиҙләһәң, тығыла, агрегаттар эштән сыға.
Был техник культураларҙы йыйып алыу крәҫтиән өсөн быйыл бик ауырға тура килде. Өҙлөкһөҙ яуған оҙайлы ямғырҙар ауыл кешеһенең пландарын емерҙе, изге ниәттәрен юҡҡа сығарҙы. Ҡотҡарһа ла, аяҙ торған көндәр генә ҡотҡара бөгөн — шуға ла һәр сәғәт-минут иҫәптә, ҡәҙерле.

Күгәрсен районы.