Татлы ризыҡтың ҙур партияһы Канадаға юлланды. Океан аръяғында йәшәгәндәр ҙә башҡорт брендына тейешле баһаһын бирә аласаҡ. Тимер һауытҡа тултырылған 23200 килограмм балды сит илгә Благовещен эшҡыуары ебәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 69 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаға алимент юллай алмаған ғаилә ҡараусыһын юғалтыуға бәйле дәүләт пособиеһына хоҡуҡлы. Бындай норма Граждан-процессуаль кодексына һәм “Башҡарыу эштәре тураһында”ғы законға индерелгән төҙәтмәләрҙә күҙаллана. Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты уны беренсе уҡыуҙа тикшерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 44 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урман хужалығында яңы хужаРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Марат Шәрәфетдинов Башҡортостандың урман хужалығы министры итеп тәғәйенләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 38 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы тарафынан ойошторолған матбуғат туры сиктәрендә Башҡортостанға килгән сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа “Медиа Мост Болгария”, Румынияның ТVR һәм Эквадорҙың VitoTVO телеканалы журналистары ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 64 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсүл Тайыповҡа ышаныс күрһәтелдеБашҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Рәсүл Тайыпов республиканың Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһының эшләү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәнә яңы мәктәп асылдыКисә баш ҡаланың Октябрь районындағы Нуғай ауылында мәктәп асыу тантанаһы булды. Уҡыусылар был ваҡиғаны ике йыл көттө. 1 250 урынлыҡ социаль объект төҙөлөшөн республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙе контролдә тотто. Ул байрам сараһына ла килгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 40 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алло! Ирәмәлдән шылтыраталар...Башҡортостандағы иң алыҫ тәбиғәт парктарының береһе — “Ирәмәл”дә мобиль элемтә барлыҡҡа килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 52 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙы ойоштороу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ҡағылышлы закон проектын ҡарай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 27 тапҡыр // Тотош уҡырға
Краснокама районындағы территориаль һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзалары вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә яңы ағзаларҙы тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 46 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн Өфөлә IV “Фәхретдинов уҡыуҙары” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы асыла. Йыл һайын үткәрелгән ислам форумының темаһы — “Әхлаҡты һаҡлауҙа һәм Ҡөрьән гуманизмын раҫлауҙа мосолман руханиҙарының әһәмиәте”. Сараны Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты, Рәсәй мөфтөйҙәре советы, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты һәм Мәскәү ислам институты ойоштора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 44 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 85 Алға
Бит башына