“Өфөнән өйрәнәбеҙ”19.01.2019
“Өфө үҙгәрә, ундағы тормош яҡшырғандан-яҡшыра. Симферополь дә шуға ынтыласаҡ. Бар республика халҡын үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырабыҙ, быйыл, өҫтәүенә, тимер юл күпере асыла, ул Ҡырымға барыу мөмкинлектәрен арттырасаҡ”, – тине Михаил Селезнев, Башҡортостанға сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Ҡырым Республикаһы Министрҙар советы рәйесе урынбаҫары шулай уҡ беҙҙәге халыҡ менән бәйләнеш системаһы ҡоролошон оҡшатыуы тураһында белдерҙе. “Медицинаға килгәндә, Өфөнөң ҡорамалдар һәм технологиялар планында ныҡлы алға киткәненә инандыҡ, – тине ул. – Иң мөһиме – республика власы вәкилдәре беҙгә ярҙамға мохтаж пациенттарҙы адреслы субсидиялау юлдарын күрһәтте. Был юғары ҡиммәткә эйә”.
Михаил Селезнев “сүп-сар реформаһы”ның бөтөн төбәктәрҙә лә ауыр барыуын билдәләне. “Беҙ ҙә, Башҡортостандағы һымаҡ, тарифты халыҡ күтәрә алырлыҡ кимәлгә төшөрҙөк”, – тине ул. Шулай уҡ керамик плитә етештерелгән заманса заводтың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Ҡырымда ла шундай предприятие төҙөү мөмкинлеге ҡарала.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика