Тағы атыш...21.01.2019
Благовещен ҡалаһы урамдарының береһендә ике автомобиль төкөшкән. Береһенең водителе авария урынынан ҡайҙалыр юғалған да тиҙ арала мылтыҡ тотоп әйләнеп килгән.

Уның автомобилен эвакуациялау барған. Теге ир ҡапыл эвакуатор водителе яғына ҡарай ут асҡан, унан мылтығын дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәренә йүнәлткән. Бәхеткә күрә, фажиғә булмаған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ирҙең ҡоралын ваҡытында тартып алырға өлгөргән. Асыҡланыуынса, ул иҫерек булған.

Был иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында ҡарар ҡабул ителә, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика