Радий Хәбиров шихандар буйынса ҡарарына тағы бер ҡат аңлатма бирҙе22.01.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Ведомости” гәзитенә интервьюһында шихандар буйынса ҡарарына тағы бер тапҡыр аңлатма бирҙе.

“Минең тәғәйенләнеүемә тиклем Рәсәйҙең һәр кешеһе был мәсьәлә тураһында белгәндер – ныҡ ҡуйыртылғайны ул, – тине республика етәксеһе. – Конфликттың күп сәбәптәрен белә һәм уны тиҙерәк бөтөрөргә кәрәклеген аңлай инем. Республикала иң ҡеүәтле бишәү иҫәбенә ингән предприятиела күп кеше эшләй, һәм ул яҡын арала сеймалға ихтыяж кисерә башлаясаҡ. Икенсе проблема: БСК тәбиғәт объекттарына дәғүә итә. Мин Торатау менән Йөрәктауҙы биреүгә бер ваҡытта ла бармаҫ инем”.

Республика етәксеһе ваҡиғаны сәйәсиләштереүгә ҡаршы булыуын белдерҙе. Уның фекеренсә, Торатау башҡорттар ғына түгел, ә республиканың бөтөн халыҡтары өсөн оло әһәмиәткә эйә. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, ул проблеманы тәрән өйрәнгән, БСК етәкселәре, экологтар, эксперттар, йәмәғәтселәр менән күп һөйләшкән һәм ҡарар ҡабул иткән.

“Ҡуштау ҙа – шихан, тик республикала уның кеүектәр 80 тирәһе. Тау файҙаланыла, уның һаҡланыу статусы юҡ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Торатау менән Йөрәктауға, уларға теймәһендәр өсөн, мөмкин булған барлыҡ статустарҙы алырға теләйбеҙ. Геопарктар булдырасаҡбыҙ һәм уларҙың ЮНЕСКО объекттары булып танылыуына өлгәшәсәкбеҙ”.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика