Заманына күрә башҡорт туйы

31-01-2017, 03:49 // Мөхәббәт баҡсаһы // Баҫып сығарырға
Заманына күрә башҡорт туйы Беҙ, кешеләр, ғәҙәттә, йәшлек менән мөхәббәтте йәнәш ҡуйыусанбыҙ. Мөхәббәт хаҡында һүҙ йөрөтһәк, мотлаҡ йәш кеше, йәш саҡтар күҙ алдына баҫа. Ә хәҙерге заман йәштәренең мөхәббәтенә ныҡлап ҡараш бүлгәнебеҙ бармы? Хәйер, бер уйлаһаң, һәр кемдең шәхесенә ҡағылырға хаҡыбыҙ ҙа юҡ һымаҡ, уларҙың күбеһе глобаль селтәрҙә табышып ҡауыша тигәндән башҡа ары китмәйбеҙ. Шулай ҙа, бөгөнгө виртуаль донъя аша танышып, ғәҙәти булмағанса өйләнешкән икәү тураһында һөйләүҙе урынлы һанайым, сөнки башҡорт милли кейемендә туй үткәргән һирәктәрҙән һанала Йәмилә һәм Азат Ҡасҡынбаевтар. Заман менән йәнәш атлағанда миллилекте өҫтөн ҡуйыусы, халҡыбыҙҙың йолаларын өйрәнеүсе, үҙ миҫалдарында тергеҙеүсе булараҡ таныш һәм өлгө улар күптәргә.
Беренсе тапҡыр “Бәйләнештә” селтә­рен­дә табышып аралаша башлай улар. Ә инде осрашыуҙарының беренсе хәтирәһе “Бүреләр” рок төркөмөнөң соло концертына бәйләнгән. Һәр хәлдә осрашыуҙарының йышайыуы шундай концерт-саралар менән иҫтәлекле. Ә аҙаҡ инде башҡорт телен һөйөүселәрҙең “Туған тел” клубына саҡыра Азат буласаҡ һөйгәнен. Шулай йә “Бәйләнештә”, йә ул саҡтағы “Аська”ла, йә йәмғиәтебеҙҙәге милли сараларҙа аралашып торғас, егет яҙмыштарҙы үҙ ҡулына алырға хәл итә.
Ул саҡта сит бер ҡалаға эшкә китергә тейеш булғас, һөйгәненә хат яҙып почта аша ебәрә. Хат юлдарында теҙелгән мө­хәббәтен аңлай һылыу ҙа, уны оҙа­тырға тимер юл вокзалына барғас яуап бирергә тейеш була. Эй, был вокзал, кемдәрҙе генә айырмаған да кемдәрҙең генә һөйгәндәрен алыҫ яҡтарға алып китмәгән. Шулай ҙа Азат менән Йәмиләне оҙаҡҡа айырмай яҙмыш, улар ошонда тәүге тапҡыр аңлашалар ҙа, етмәһә. Тик ваҡыт көттөрмәй уларҙы, егет Губкино ҡалаһына эшкә китә. Шул арала Йәмилә, үҙенең хыялдарын тормошҡа ашырып, Италияға барып, ай ярым ваҡыттың үткә­нен һиҙмәй ҙә ҡала. Был ваҡиғалар­ҙан һуң уларға бергә булырға яҙһа ла, егет Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәүҙән баш тартмай. Йәнә хат ялғай уларҙың араһын. Шулай итеп, алыҫ ерҙәр сыныҡ­тыра уларҙың мөхәббәтен. Ә бит уйлап ҡараһаң, бөгөнгө заманда һирәгәйгәндән-һирәгәйә һөйгәндәрен әрме сафтарынан көтөп алған һалдаткалар.
Элгәре беҙҙең өләсәйҙәр олатайҙа­рыбыҙҙы ете йыллап көтһә, әсәйҙәребеҙ ике-өс йыл көттө, ә хәҙер беҙ, ҡыҙҙар, бер йылға киткән егеттәребеҙҙе лә көтөргә сабырлыҡ һаҡламайбыҙ. Әлбиттә, тоғролар ҙа бар. Шуларҙың береһе — Йәмилә, һөйгәнен көтөп алғас, күп ваҡыт үтмәй, һәр ҡатын-ҡыҙ хыялланған теләген тормошҡа ашыра. Әлбиттә, бер ҡарауға баҙнатһыҙыраҡ, оялсаныраҡ егет ғаилә ҡороу өсөн өй, килем мәсьәләһенә бик етди ҡараймы, тағы ла осрашып ҡына йөрөргә мәжбүр була улар. Ә шулай ҙа улар ҡасандыр барыбер өйләнешә­сәктәрен аңлай.
Ә инде мосолман никахынан һуң, ЗАГС-та рәсми яҙылышалар. Бер ҡалып менән эшләнгән никах теркәүҙәргә кире ҡарашта булған был икәү туған-тыумасаны, дуҫ-иште йыйып тантана итмәй генә икәүләп барып теркәлә, фотоға төшәләр, кафеға инәләр, баш ҡаланың каруселендә Өфөнө күҙәтәләр, унан һуң инде “Интерстеллар” киноһын ҡарайҙар... Шулай үтә уларҙың никах көнө. “Иң мөһиме – кино оҡшаны, хәҙер ул миңә беҙҙең никах көнөн хәтерләтә”, – тип иҫкә ала хәҙер Йәмилә үҙе.
Кәләш менән кейәүгә кейемдәрҙе лә үҙҙәренең теләге буйынса әҙерләй улар. Никахҡа теркәлеп бер йыл уҙғас ҡына үткәрәләр туйҙы. Бөрйән районындағы эко-паркта, тәбиғәт ҡосағында. Туйҙан алда, әлбиттә, барыбыҙ ҙа Йәмиләнең әҙерлеген Интернет селтәрендәге төркөмдән күҙәтеп барҙыҡ. Башта фольклорсылар Асия Ғәйнуллина, Розалия Солтангәрәевалар менән осраша ул, үҙенең шәхси китапханаһындағы “Баш­ҡорт халыҡ ижады” китабынан туй йолалары бүлеген уҡып сыға. Ә инде туй кейеменә килгәндә, хәҙерге заманда ҡыҙҙар кейгән ҡулдар, яртылаш түш күренеп торған асыҡ-ярыҡ күлдәкте оҡшатмай Йәмилә. Башҡа төрки туғандаш милләттең туй күлдәктәрен ҡарай, ҡаҙаҡ ҡыҙҙарыныҡы күңеленә ята. Шулай үҙенең туй күлдәген моделләштерә. Беҙҙең спектаклдәрҙәге кейемдәр һәм “Һөйәнтөҙ” фильмындағы төп геройҙың кейеме, оҙон яулығы оҡшаны, ти ул. Шунан да ала элементтар. Ә кейемде иһә Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар тегеп бирә.
— Ә Азаттың баштан уҡ йәшел кейем кейгеһе килә ине. Степан Злобиндың Салауат Юлаев романында Салауаттың салбары йәшел булған, тип уҡыған да, шундайҙы кейергә теләне, тип иҫләй хәҙер Йәмилә. Тик ундай төҫтә туҡыма табылһа ла, етерлек булмай, шуға ла етендән күк төҫтә тектерәләр. Пинжәгенә һәм билбауына күндән тегелгән биҙәктәр яһала. Ә итек милли костюмдар магазинынан алына.
Былар барыһы ла үҙҙәренең зауығы менән тегелә. Туй инсафлы, итәғәтле йәштәргә тәғәйен боронғо йолалар буйынса үткәрелә. “Ҡыҙҙы һатып алыу” йолаһында егеткә ҡыҙҙы әхирәттәре, апайҙары һата. Улар кейәүгә төрлө шаян таҡмаҡтар әйтә. Ә инде егет үҙе тураһында яҡшы таҡмаҡты ишеткеһе килһә, аҡсаны күберәк түләргә тейеш була. Шулай итеп, төртмәле таҡмаҡтарҙан маҡтаулы таҡмаҡтарға тиклем күтәрелгәс кенә, кәләш эргәһенә инергә рөхсәт алына.
Тағы ла бер матур йола – ҡыҙҙың ҡулына беләҙек кейҙереү. Был юлы йола өсөн боронғо башҡорт балаҫтары эҙләгән йәштәргә бөтә республика буйынса дүрт кенә балаҫ табырға яҙа, улар Бөрйәндән, Сибайҙан, Ғафуриҙан һәм Новотроиц­киҙан. Башҡорт халыҡ ижадында ла был йоланы күптәребеҙ уҡығаны барҙыр. Туй артабан тәбиғәт ҡосағында дауам итә, ундағы сәхнәлә сеңләү йолаһы башҡа­рыла. Алты ҡыҙ, баш осона ҡыҙыл туҡыма ҡуйып, сеңләү һүҙҙәре әйтә. Был йоланы, ғөмүмән, яҡшы күрә Йәмилә. Тыуған йорттан айырылып, ғүмерлеккә бөтөнләй икенсе ғаилә менән йәшәй башлау һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн ауыр инде, ти ул.
Туй – әлбиттә, һәр кемдең тормо­шондағы иң иҫтәлекле, иң илаһи мәл. Уны барыһы ла ғүмерлек яҡты хәтирәһе итеп күңелендә йөрөтә. Ә Азат менән Йәмиләнең туйын үҙҙәре, яҡындары ғына түгел, тотош Башҡортостан халҡы яҡты хәтирә итеп һаҡлай, тиһәк тә хаталан­маҫбыҙ, сөнки, алдан әйтеүебеҙсә, туй алдынан төркөм булдырылып, унда туйға әҙерлек, йолалар тураһында һүҙ барһа, туйҙан һуң сценарийҙар ҙа таратылған. Күптәр, башҡорт милли кейемдәрендә туй үткәргән был йәштәргә имен ғаилә ҡороуҙарын теләп, һоҡланып глобаль селтәрҙә күҙәтте. Азат менән Йәмилә иһә бер-береһенә биргән вәғәҙәләрен туй сәхнәһенән тороп шағирә Гөлназ Ҡотоеваның шиғыры менән нарыҡланы.