Ҡыҙ урлар инеңме? Боронғо йола совет осоронда бөтөрөлөүгә дусар ителде тиһәк тә, “Кавказ тотҡоно”, “Батырҙар дәүере” фильмдарының төп идеяһы ла бит ҡыҙ урлауға барып тоташа. Тимәк, советтар ҙа инҡар итмәгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе. Ә бөгөн йәш егеттәрҙең быға ҡарашы нисек икән? Улар һөйгәндәре менән ҡауышыу өсөн нимә эшләр ине? “Бер һорауға — биш яуап” рубрикаһының бөгөнгө һорауына йәмғиәтебеҙҙең билдәле бер өлкәләрендә хеҙмәт иткән, әлегә кәләш алмаған йәш егеттәр яуап бирә.
Һеҙ бер ҡыҙыҡайҙы ныҡ яратаһығыҙ, ти. Ул да һеҙҙе... Әгәр уның ата-әсәһе ҡыҙҙарын һеҙгә кәләшлеккә бирергә риза булмаһа, нимә эшләр инегеҙ?


Байрас КҮСӘРБАЕВ:

— Һөйгәнемдең ризалығы булһа, шул еткән. Урлар инем...

Ильяс САҒЫНБЕК:

— Мин һөйгәнемдең ата-әсәһе менән ныҡлап ҡына һөйләшер инем, тип уйлайым. Унан һуң бит әле, минең атай-әсәйем дә бар. Улар ҡыҙҙың ата-әсәһенә һоратырға барасаҡ. Ҡыҙҙың ҡолағына алҡа тағыу йолаһы бар беҙҙә. Шулай итеп, кәләште алып китергә мөмкин. Ҡалым түләйһең, йылҡы бирергә була, ярлыраҡ кешеләр ҡуй бирә. Ә хәҙерге заманда күберәген ҡалымды аҡса менән генә түләйҙәр. Ҡыҙҙың ата-әсәһе ҡалымдың хаҡына ҡарап риза булырға тейеш. Ҡыҙ ҙа риза булһа, алаһың да китәһең инде. Бөгөнгө йәмғиәттә ҡырағайыраҡ күренә ул урлау. Әлбиттә, хәҙерге ваҡытта элекке һымаҡ түгел, закон бар. Ғариза яҙһалар, кешене урлаған өсөн енәйәт эше асыуҙары ихтимал. Ә шулай ҙа һорауға ла, ҡалымға ла риза булмаһалар, иң киҫкен ваҡытта урларға тура килә инде.

Айгиз БУРАНҒОЛОВ:

— Әгәр ҙә уны ныҡ яратһам, нисек тә ҡыҙҙың ата-әсәһен күндерер инем. Барыбер риза түгелдәр икән, берәй сараһын табыр инем. Һис юғы, урлап алып ҡасыр инем.

Урал ӘМИНЕВ:

— Әлбиттә, нисек кенә булһа ла бергә булыу яғын ҡарар инек. Мөхәббәткә кәртә юҡ, тормош ниндәй генә ауырлыҡтар ҡуйһа ла, беҙ уны үҙебеҙҙең һөйөү менән йырып сығыр инек, сөнки иң мөһиме — беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Әлбиттә, урлау йолаһы ла бар, әммә уға тиклем ата-әсәһен күндереү өсөн йөҙ вариант бар.

Рәмил ИҪӘНГИЛДИН:

— Бер ҡасан да, кемдер минең өйләнгәнемә ҡаршы булыр, тип уйлағаным юҡ ине. Ғөмүмән, кешеләр, йәғни ҡыҙҙарҙың туғандары, ағайҙары “беҙҙең ҡыҙҙы ал” тип үҙҙәре әйтә ине. Улайһа, миңә ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә риза булмағастары, бик шәп нәҫелдән, бик хәтәр, бик бай ҡыҙҙыр. Ул миңә сығырға риза булһа, ундай ҡыҙҙы урлар инем.
Хәҙер ишеткәнем бар, ҡаҙаҡтарҙа ҡыҙ урларға ярамай икән. Йәнәһе, граждандың хоҡуғы боҙола. Әгәр ике йәш кеше бер-береһен ярата икән, ниндәй хоҡуҡ боҙоу булһын ул?! Мөхәббәт енәйәт буламы ни?! Тарихтан белеүебеҙсә, элгәре башҡорттар кәләште урлап алған, башҡа төрки халыҡтар кеүек үк. Хәҙер ҙә егеттәргә әйтке килә, әгәр һөйгәнегеҙҙе ысынлап та балаларығыҙҙың әсәһе, ғүмерлек юлдаш итеп күрәһегеҙ икән, атай-әсәй риза булмаһа, ҡурҡып ҡалмай урлағыҙ.
Бөгөнгө заманда әсәйҙәребеҙ, һөйгәндәребеҙ, ирҙәрҙе батыр тип таныһа ла, үкенескә ҡаршы, йәмғиәттә башҡорт ирҙәренең бәҫен төшөрөп ебәрәләр. Шуға күрә был һорауығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, “Башҡортостан”дар. Мин бөгөндән үк ҡыҙ урлау йолаһын өйрәнә башлаясаҡмын. Бер генә тапҡыр йәшәйбеҙ, йоланы тергеҙеү сифатында булһа ла, кәләште ошо юл менән алыу теләге уянды миндә...