Ҡаяларҙа һөйөү яҙмышыТарихыбыҙ бай беҙҙең. Һәр бер баҫҡан еребеҙ, һәр тауыбыҙ, ташыбыҙ тәрән тарих һаҡлай. Хатта ҡаяларыбыҙ ҙа. Хәйер, Башҡортостандың ҡаялары халҡыбыҙ тарихында иң ҙур, тетрәткес иҫтәлектәрҙе күберәк һаҡлай, минеңсә... Уларҙың исемдәре лә бит есемдәренә тап килтереп аталған. Беҙҙә һәр ҡая тигәндәй аяныслы хәтирә менән, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы менән бәйләнгән. Күпме ҡая күпме башҡорт ҡатын-ҡыҙының фажиғәһен күтәргән, әммә һынмаған-һығылмаған. Беҙҙең ҡаяларыбыҙ ҙа халҡыбыҙ кеүек, ниндәй генә фажиғә, юғалтыу, тетрәнеүҙәр кисермәһен, улар бөгөлмәй, һынмай. Ошондай ҡаяларҙың береһе Бөрйән районында урынлашҡан.
Уны республикабыҙҙың төрлө төбәгенән килгәндәр генә түгел, Ағиҙел буйлап үрҙән ағып төшкән сәйәхәтселәр ҙә күреп һоҡлана. Ә бит сәйәхәтселәр, Шүлгәнташты күрергә тип, донъяның ниндәй генә төбәгенән килмәй. Әлбиттә, был осраҡта глобаль селтәрҙә Бөрйән тәбиғәтенең, бигерәк тә ошо Инсебикә ҡаяһының фоторәсемдәрен йыш осратырға була. Бынан тиҫтә йыл самаһы элгәре уның башында, тамырын ҡая-ташҡа батырып, ирәйеп үҫкән ҡарағай ҙа, бейеклектең хужаһы булып, күкрәк киреп ҡунаҡтарҙы сәләмләй ине әле, ниндәйҙер бер кешелекһеҙ әҙәмдең бысраҡ ҡулдары уны бысып аҫҡа ауҙарғанға тиклем...
Хәҙер был урын бушап ҡалған, әммә ҡая матурлығын юғалтмаған, шулай уҡ һомғол, матур, уға мәҙхиә йырлап, аяҡтарын йыуып үткән һылыу Ағиҙел өҫтөндә үҙенең зифа буйына бар кешелекте ғашиҡ иттереп һаман йәшәй бирә. Әлбиттә, ситтән килгәндәргә уның тарихын һөйләмәһәләр, ул “ниндәй матур тәбиғәт ҡомартҡыһы” тип кенә уйлай. Ә уның тарихын белгәндәрҙең күңеле иһә Инсебикәнең бар моңһоулығын, һағышын тоя. Һүҙем – бына ошо ҡаянан осҡан Инсебикә исемле башҡорт ҡыҙы хаҡында.
Элгәре, байҙар-ярлылар дәүерендә, Ҡомйылғала бер ҡарт йәшәгән. Уның берҙән-бер Инсебикә исемле ҡыҙы булған. Ул төбәктең беренсе һылыуы булған, тиҙәр. Берҙән-бер көн уға шул тирәләге бер ҡарт байҙың күҙе төшкән һәм кисектермәй Инсебикәне дүртенсе бисәлеккә һоратҡан. Бөтә ғүмере фәҡир­лектә үткән атаһы ни ҡылһын, берҙән-бер ҡыҙын бай вәғәҙә иткән малға, байлыҡҡа алмашырға ризалыҡ бирә.
Ҡыҙҙың һөйгән егете була. Егет тә, ҡыҙ ҙа бергә булмаҫтарын аңлай, әммә бер ни ҙә эшләп өлгөрә алмай. Бай ҡыҙҙы һоратырға килә. Быны күргән Инсебикә өйҙән ҡаса ла туп-тура ҡаяға йүгерә. Уның ҡасҡанын күргән бай ат менән ҡыуа төшә. Инсебикә, тау битләүе аша үтеп, ҡаянан һикерә... Инде ҡая башында ғына ҡыуып еткән байҙың ҡулында ҡыҙҙың бер услам сәсе генә тороп ҡала. Инсебикә ҡаянан Ағиҙелгә ташлана һәм мәңгелеккә шунда ҡала. Бай ҡыҙҙың сәсен ҡая башындағы ҡарағайға бәйләй ҙә кире борола.
Ул ваҡыттағы Ҡомйылға ауылы кешеләре ваҡыт үтеү менән тора-бара һыу ташып, һал ҡыуыусыларҙан йонсоп бер нисә саҡрым үргәрәк күсеп ултыра. Хәҙерге исеме халыҡ исемендә Янһары булһа, Яңы Собханғол булараҡ белә уны республика халҡы. Ә был ауылдың алдында Йөҙәкәй битләүе ята. Уның элекке исеме – “Йөҙөккәй”.
Риүәйәттә һөйләнеүенсә, Инсебикә байҙан ҡасып шул битләүҙән йүгергәндә һөйгән егете бүләк иткән йөҙөгө төшөп ҡалған. Уны аҙаҡ кемдер табып алғас, битләүгә Йөҙөккәй тип исем ҡушалар. Ә Инсебикә һикергән ҡаяға иһә Инсебикә тип ҡушыла. Бөрйән районының Янһары ауылы халҡы өсөн был ябай ғына риүәйәт түгел. Ауыл алдында ятҡан Йөҙәкәй битләүе лә, Инсебикә ҡаяһы ла ҡәҙерле. Бындағы һәр кеше өсөн ул ҡая — мөхәббәттең тере һәйкәле. Шуға ла, күрше-тирә ауылдар менән сағыштырғанда, был ауыл халҡы мөхәббәтле, бәхетле. Ғаиләләр тотороҡло, айырылышҡандар йә иһә яратмай ҡауышҡандар һирәк... Бындағы халыҡ өсөн мөхәббәт беренсе урында. Иң күҙгә күренгәне – өйләнешкәндәр байлығына, исеменә, данына ҡарап өйләнмәйҙәр. Шуға ла улар ярлы булһа-була, уның ҡарауы, яратып өйләнә. Күңел, йөрәк эше беренсе урында улар өсөн. Юҡҡамы ни янһарыларҙың районда “ярлы тәкәбберҙәр” тигән даны сыҡҡан?! “Тәкәбберлектәре самалы, әммә ярлылар инде” тип уйынлы-ысынлы йыш көләләр уларҙан. Был халҡыбыҙҙың, бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең быуындар бәйләнешенең, тәбиғәт һәм милләттең үҙенә генә хас күңел торошона ныҡлы бәйлелеге менән аңлатыла ла инде.
Әйткәндәй, оло быуын вәкилдәре һөйләүенсә, әле улар бала саҡта Инсебикә ҡаяһы башындағы ҡарағайҙа Инсебикәнең бер услам сәсе, ысынлап та, елгә талпынып торор булған. Быны нисәмә быуын күреп үҫкән, нисәмә быуын тойған мөхәббәттең көсөн. Шуғалыр ҙа Инсебикә ҡаяһында ҡайһы ғына пар вәғәҙә бирмәгән, ҡайһы ғына пар иртәнге ҡояш нурҙарында Инсебикәнең һөйгән егетенә ҡарата һағышлы мөхәббәт сәләмен тоймаған?!