Тормош юлдаштарын нисек һайлайҙар?

25-04-2017, 03:48 // Мөхәббәт баҡсаһы // Баҫып сығарырға
Хикәйәт
Тормош юлдаштарын нисек һайлайҙар?
Ике егет үҙҙәренә кәләш алыу ниәтенән ике ҡыҙыҡайға тәҡдим яһаған, ти. Берәүһе:
– Мин үҙемдең йөрәгемде генә тәҡдим итә алам, унда минең менән ауыр тормош юлдарын бергә үтергә риза булған ни бары бер һылыу инә ала, – тигән.
Икенсеһе иһә:
– Үҙемдең буласаҡ тормош иптә­шемә минең менән шатлыҡ уртаҡлашыр өсөн ҙур һәм яҡты һарай тәҡдим итә алам, – тигән.
Ҡыҙҙарҙың береһе оҙаҡ уйлап тормаған, йөрәген тәҡдим иткән егеткә:
– Һин тәҡдим иткән йөрәк минең өсөн бигерәк тар, ул йөрәгең минең усыма ғына һыймалы, ә мин уға нисек инергә тейеш, ул бәләкәй генә йөрәктә нисек киңлекте, яҡтылыҡты тойорға тейеш? Миңә һинең йөрәгеңдә күңелһеҙ буласаҡ, – тигән.
Был һүҙҙәрҙән һуң яҡты һарай тәҡдим иткән егет уны етәкләгән дә:
– Һинең матурлығың минең алтын-көмөштән эшләнгән һарайыма лайыҡлы, – тип алып ҡайтып киткән.
Ә икенсе ҡыҙ йөрәк тәҡдим иткән егеткә ҡулын һуҙған да ипләп кенә:
– Ер йөҙөндә кеше йөрәгенең йылы­лығынан да наҙлыраҡ, кеше йөрәгенән дә ҡәҙерлерәк урын юҡ. Бер ниндәй алтын-көмөштән һалынған һарай ҙа кеше йөрәгенең киңлеге, сикһеҙлеге менән ярыша алмай, – тигән.
Һәм ҡыҙыҡай үҙенең бәхетен уртаҡла­шыр өсөн ошо егет менән бик ауыр, бормалы юлдар буйлап тау үренә бергә атлаған. Юл еңел булмаған, әлбиттә. Тормош юлында бик күп ауырлыҡтар, һынауҙар осраған, тик егеттең йөрәге ҡыҙ өсөн һәр ваҡыт тыныс һәм йылы булған, шуға ла бәхет тойғоһо уларҙы бер ҡасан да ташламаған. Ҡыҙға егеттең йөрәге бер ҡасан да тар тойолмаған, сөнки егеттең мөхәббәте бөтә яҡты тормошто үҙенә һыйҙырған, шуға ла ул киң һәм яҡты, йылы булған. Юлдарының аҙағында улар тауҙың иң түрендә болоттар аръяғына йәшеренгән яҡты нурҙы күргән. Сағыу нурҙан улар иҫ китмәле йылылыҡ, ҙур мөхәббәт хисен тойған һәм аңлаған – бәхеткә юл ауыр, әммә ул шундай ҡәҙерле, изге, сөнки уға юл йөрәк аша үтелә...
Ә ҙур һарайҙы һайлаған һылыу бай тормоштоң, иркен йорттоң ләззәтен бик оҙаҡ кисерә алмаған. Тиҙҙән ул аңлаған: һарай ниндәй генә ҙур булмаһын, уның билдәле сиктәре бар, йәшәгән урыны уға алтындан ҡойолған төрмә һымаҡ күренә башлаған, тыны тарыҡҡан, иркенлекте һағынған. Ул тәҙрәләрҙән ҡарап зарыҡҡан, алтын һарайҙың бейек баға­налары араһында оҙаҡ йөрөгән, ләкин сығыр ишек тапмай, аҙашып ҡалған. Ә тәҙрә артында, тышта, барыһы ла яҡты­раҡ һәм матурыраҡ күренгән. Ундағы иркенлек, матурлыҡ менән һарайҙыҡын сағыштырып булмаған. Һәм ул аңлаған: уға бер ҡасан да алыҫта ҡалған иркенлекте тойорға мөмкинлек юҡ, сөнки ул һаман да аңламаған бәхеткә юлдың нимә аша үткәнен. Ул ҡайғыр­ған, йөрәген ҡараңғылыҡ солғап алған һәм тиҙҙән тибеүҙән туҡтаған. Шулай итеп, үҙен алтын һарайҙарҙа йәшәй торған ҡош тип һанап, был һылыу һары һағыштан харап була...
Беҙ, кешеләр, онотоп ебәрәбеҙ шул үҙебеҙҙең ирекле ҡоштар икәнебеҙҙе, осоу өсөн яратылғаныбыҙҙы. Ерҙә шул тиклем сикһеҙ иркенлек бар, һәм унда бер ҡасан да батып харап булыу мөмкин түгел.
Тормош юлдашын һайлар алдынан башта аҡылдың һалҡын етдилегенә тей­мәй, йөрәкте тыңларға, мөхәббәт тәңгә­лендә иҫәптәр түгел, ә хис-тойғо менән эш итергә кәрәк шул. Бәхеткә тиҙ өлгәшеү еңел түгел, бәхет өсөн иң ауыр һәм оҙон юлдарҙан үтергә кәрәк... Бөтә кешелектең йәшәү мәғәнәһе лә шунда бит!