Беҙҙе тәрбиәләгән өс таған

25-04-2017, 03:48 // Мөхәббәт баҡсаһы // Баҫып сығарырға
Беҙҙе тәрбиәләгән өс тағанАтай, әсәй, зәзәй... Ғүмер буйы беҙҙе ошо өс таған тормош һуҡмаҡтарынан етәкләп, яҙмыш һынауҙарынан ҡурсалап, һаҡлап йөрөттө. Зәзәйебеҙҙән (атайымдың әсәһе) тормош һабаҡтары алһаҡ, әсәйебеҙ донъя көтөү нескәлектәренә өйрәтте. Ә атайыбыҙ наҙлы, иркә һөйөү хистәре тулҡынында үҫтерҙе. Улар беҙгә, өс ҡыҙына һәм бер улына, алтын бала саҡ бүләк итте. Ғүмеребеҙ буйы ныҡлы һәм ышаныслы терәк булған Өс тағанға бурыслыбыҙ...
Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында йәшәгән беҙҙең ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәйебеҙ Әминә Искәнйәр ҡыҙы һәм ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле атайы­быҙ Разгил Лоҡман улы Маликовтар 70 йәшлек ғүмер байрамдарын билдәләй. Юғары вазифаларҙа эшләмәһәләр ҙә, үҙҙәренең игелек­тәре, башҡаларға һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булғандары өсөн ауыл халҡы ихтирам итә уларҙы. Ғүмер буйы фиҙакәр хеҙмәттәре менән тырышып донъя көттөләр.
Атайыбыҙ – механизатор, 38 йыл хеҙмәт стажы туплаған, Баймаҡ леспромхозында ағас ҡырҡыуҙа эшлә­не. Бейек-бейек тракторҙарҙы йө­рөткән атайыбыҙ беҙгә ракеталарҙа осҡан кеүек тойола торғайны. Бөгөн дә иҫебеҙҙә, уның эштән алып ҡайт­ҡан “ҡуян күстәнәсе” – урман еҫе һеңгән икмәкте шул ҡәҙәр яратып ашай инек. Ә бит уларҙы әсәйем бешергән! Әсәйем һымаҡ тәмле итеп, ҡабартып икмәк бешереүсене әлегәсә тап иткәнебеҙ юҡ. Беҙҙең өсөн донъялағы иң тәмле ризыҡ – әсәйебеҙҙең икмәге.
Яҙмыш атайымды ла, әсәйемде лә аямай. Үҙҙәренең ҙур тырыш­лыҡтары, ныҡышмалылыҡтары ме­нән аяҡҡа баҫалар. Бәлки, шуғалыр ҙа атайым үҙе ижад иткән йырға:
“...Етемлектә генә үҫкән,
ай, ир бала
Күкрәк көсө менән мал таба...
Атай-әсәйһеҙ ҙә ҡалған
ҡыҙ баланың
Һығылып та ғына аға күҙ йәше...”

тигән юлдар һалған.
Әсәйем – Алғаҙы ауылы ҡыҙы. Бәләкәйҙән үкһеҙ етем үҫә. Ҡар­та­тайыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышынан ҡаты йәрәхәтләнеп ҡайта һәм күп тә үтмәй вафат була. Өләсәйебеҙ ҙә кесе ҡыҙын донъяға килтергәндән һуң, оҙаҡ йәшәмәй, баҡыйлыҡҡа күсә. Әсәйемдең апаһы ла, ағаһы ла үҙ донъяларын ҡора. Шунлыҡтан ул һеңлеһе Миңһылыу апай менән өлкән йәштәге инәйҙәренең ҡулында ҡала.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа етем балалар өсөн йән аҫрауы үтә лә ауырға төшә. “Аслыҡтан, үлемдән ҡотҡарыу өсөн Миңһылыуҙы Аҡъяр­ҙағы балалар йортона тапшырҙым да үҙем илай-илай автобус туҡта­лышына киттем.
Автобус килһә лә ултырмай, кире балалар йортона йүгерҙем. Төндә тәҙрә аша Миңһылыуҙы ҡарап, күҙәтеп ултырып уҙғарҙым. Өҫтөм­дәге бер ҡат күлдәкте мәктәптә лә, өйҙә лә кейҙем. Ауылда ҡайһы берәүҙәр өйөнә лә индермәй: “Әмеш, етем башмаҡ, һөс, инмә”, – тип тупһаларына ла баҫтырмай, аяҡтары менән тибеп сығара торғайны”, – тип әсәйемдең күҙ йәше аралаш хәтерләүҙәре йөрәктәрҙә мәңгелеккә уйылып ҡалған.
Әсәйем Әбделкәрим мәктәбен тамамлағас та колхоз фермаһына һауынсы булып эшкә килә. Иртәле-кисле ҡул менән 25-ләгән һыйыр һауып, тир түгеп эшләп тапҡан хеҙ­мәт аҡсаһын да уның үҙенә тото­норға насип булмай... Аҙаҡ ул Белорет ҡалаһында һатыусылар курсы үтә һәм йүнәлтмә менән Ишбирҙе ауылына эшкә килә. Шунда атайым менән осрашып, 1967 йылдың 12 майында ғаилә ҡоралар. Алла бирһә, быйыл уларҙың пар имәндәй иңгә-иң терәшеп ғүмер итеүҙәренә 50 йыл туласаҡ. Бөгөн дә бер-береһенең күҙенә йылмайып бағып: “Һөйөклөм”, – тип өндәшеүҙәре йәш саҡтағы вәғәҙәләренә тоғро ҡалыу­ҙарын иҫбатлай.
“Беҙҙең икебеҙгә бер әсәй”. Зәзә­йемде, тыл һәм хеҙмәт ветераны Рәхилә Әхмәтша ҡыҙын, атайым менән әсәйем ғүмер буйы шулай хөрмәт итте. Иман юлын үҙ иткән зәзәйебеҙ беҙгә күп тормош һабаҡ­тары бирҙе. Өйрәткән аҡылдарын халыҡ мәҡәлдәре менән нығытып ҡуя ине. Таҡмаҡтар, шиғырҙар, мөнәжәттәр ижад итте. Моңло тауышы менән: “Ултырайыҡ әле бөгөн кис...” тип йырлап ебәреүҙәре әле лә ҡолағымда сыңлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл инде ул беҙҙең арала юҡ. Атайым, әсәйем һәм зәзә­йебеҙ 47 йыл бергә матур, һоҡланғыс ғүмер итте.
Мәҡәләмдең башында, атайыбыҙ­ҙың иркә ҡосағында үҫтек, тигәйнем бит әле. Был ысынлап та шулай. Ғүмер буйы тракторҙа эшләһә лә, ҡулдары шундай йомшаҡ, йылы уның. Бәләкәй саҡта атайыбыҙҙың әҙерәк “төшөрөп” ҡайтҡанын ярата инек, был көн байрамға әйләнә торғайны. Ул беҙҙең менән һәр ваҡыт төрлө уйындар уйнап, китаптар уҡып, әкиәттәр һөйләп күңеле­беҙҙе аса ине. Ә әсәйемдең Баймаҡ леспромхозының ағас ярыу пило­рамаһында эшләп, һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулдары иһә беҙҙе эшкә өйрәтте. Бала сағыбыҙ ҡот уйнаған, йәмле һәм йылы, мөхәббәт тулы өйөбөҙҙә үтте.
Әле барыбыҙ ҙа ҡанат нығытҡан ҡоштар кеүек үҙ донъябыҙҙа йәшәй­беҙ. Киләсәктә лә әсәй һәм атай һүҙенә тоғро ҡалып, уларҙың намы­ҫына тап төшөрмәй йәшәргә тыры­шасаҡбыҙ. Йәшермәйем, журналис­тика өлкәһендә 16 йыл эшләп ҡә­ләмем осланһа ла, уй-фекерҙәремде бергә туплап, аҡ ҡағыҙға төшөрөү еңелдән булманы, сөнки атайым һәм әсәйем алдында был мәҡәләмде яҙыуҙы имтихан булараҡ ҡабул иттем. Йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе, һөйөүебеҙҙе еткерә алырмынмы тигән икеләнеү тынғы бирмәй.
Атай һәм әсәй, һәр иртәм һеҙгә шылтыратып, хәлегеҙҙе белешеүҙән, һеҙҙең фатихағыҙҙы алыуҙан башлана. Шунан көс-ғәйрәт алып, изге доғаларығыҙға һыйынып, эшкә тотонам. Һеҙҙең был донъяла булы­уығыҙ менән бәхетлебеҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ, атай һәм әсәй, изгелектәрегеҙ өсөн рәхмәт әйтеп, бөтә балаларығыҙ һеҙҙең алда баш эйә. Атай йортоноң уттары тағы ла оҙаҡ йылдар беҙҙе үҙенә саҡырып торһон, унда беҙҙе атай-әсәйебеҙ ҡыуанып ҡаршы алһын!