Их, яулыҡһыҙ йөрөйбөҙ шул, ҡыҙҙар,
Бар ирҙәрен илдең аҙҙырып,
Бар ирҙәрен илдең меҫкен итеп,
Һуңғы иманынан яҙҙырып.

Ә бит ниндәй ирҙәр булған элек,
(Мин ишетеп беләм йырҙарҙан)!
Ил терәге ирҙәр тыуыр микән
Ярым-шәрә ҡатын-ҡыҙҙарҙан?!

Илдә мәхшәр хәҙер, шул мәхшәрҙең
Булыр микән берәй туҡтары?!
Яулыҡ ябынмаған ҡатындарҙың
Ҡарашында – иблес уҡтары.

Яулыҡ ябынмаған ҡыҙ-ҡырҡынды
Аяр микән ирҙең аҙғыны?!
Шулмы инде илдең күрәсәге,
Шулмы хәҙер беҙгә яҙғаны...

Яулыҡ ябынмаған ҡатын-ҡыҙҙар -–
Мәскәйме ул беҙ, убырмы...
Яулыҡ ябынмаған инәйҙәрҙең
Доғалары ҡабул булырмы?

Ә бит бар ғәмебеҙ һыйған уға,
Ябай әйбер түгел ул яулыҡ,
Уның көсө, уның хәсиәте
Йәһәннәмдән ҡалҡан булырлыҡ!

Аҡ яулыҡлы инәй доға ҡылһа,
Фәрештәләр баҫыр күс һырып...
Ҡуй, яулыҡһыҙ йөрөмәйек, ҡыҙҙар,
Илдең бәрәкәтен осороп!..