Көҙгөгә ҡарап, сәсеңде тарап...

19-12-2017, 00:03 // Мөхәббәт баҡсаһы // Баҫып сығарырға
Көҙгөгә ҡарап, сәсеңде тарап...Әллә ни ҙур хафа йәки ауыртыныу булмағанда, организмы­быҙҙың дөйөм хәл-торошона иғтибар итеп бармайбыҙ. Теге йәки был табипҡа мөрәжәғәт итеүҙән бигерәк, үтер әле тип, хатта бер аҙ борсолоуға ла урын ҡалдырмайбыҙ. Шулай ҙа һаулыҡ һәм матурлыҡ һәр саҡ иғтибар талап итә. Был осраҡта дөйөм хәл-торошобоҙҙоң сағылышы – йөҙ-ҡиәфәтебеҙгә иғтибар итеү урынлы булыр ине, моғайын. Сөнки тап йөҙөбөҙ һаулыҡ хаҡында күп нәмәне әйтә ала һәм теге йәки был сирҙе алдан иҫкәртергә, үҙебеҙгә иғтибар йүнәлтергә мөмкинлек бирә. Һүҙебеҙ һаулыҡ һәм матурлыҡ күрһәткесе булған сәс хаҡында.


Кешенең сәсе тыуғандан алып ғүмер ахырынаса үҫә. Билдәле бер ваҡыттан һуң “йә­шә­рен йәшәгән” сәстең ҡойолоуы ла ғәҙәти күренеш, сөнки уны яңыһы алмаштыра. Уртаса алғанда, көнөнә 50-нән алып 150-гә тик­лем сәс бөртөгө ҡойолорға мөмкин, бында борсолорға урын юҡ, ти белгестәр. Әммә ҡай­һы бер осраҡта, бигерәк тә миҙгелдәр ал­машынған мәлдә сәс торошоноң беҙҙе бор­соуға һалыуы бар. Сәстең торошон махсус белгестәр – трихологтарға мөрәжәғәт ит­мәйенсә, үҙаллы ла билдәләргә мөмкин. Бының өсөн баштың өс өлөшөндә – елкә, маңлай һәм сикә сәстәрен еңелсә генә тартып ҡарарға мөмкин. Был осраҡта баштың кәмендә өс көн йыуылмаған булыуы мотлаҡ, сөнки шампунь менән йыуған осраҡта ҡартайған сәс күберәк ҡойолоуы ла мөмкин. Тартҡандан һуң ҡулға эләгеп сыҡҡан сәс һаны бишәүҙән артһа, тимәк, уның торошо тураһында уйланырға урын бар. Был үҙ һаулығыбыҙға ла иғтибар бирергә, сәбәптә­рен асыҡлап, дауалау сараларын күрергә кәрәк тигән һүҙ.
Сәс ҡойолоуҙың сәбәптәрен һәм тәү сиратта нимәгә иғтибар талап ителеүен асыҡ­лап үтәйек:
lтап нервы системаһының торошо сәстә сағылыш таба: көсөргәнешле аҡыл хеҙмәте, йоҡоһоҙлоҡ, саманан тыш хәлһеҙләнеү, стресс кисереү уның ҡойолоуына алып килә, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегенең боҙолоуы. Был осраҡта ул йә юғары кимәлдә (гипертиреоз), йә тейешле булмаған кимәлдә (гипотиреоз) эшләй, был, үҙ сиратында, матдәләр алмашыныуының үҙгәреүенә һәм сәс үҫешенең тотҡарланыуына алып килә;
lсеборея – баштағы май биҙҙәре эшмәкәр­легенең боҙолоуы. Был ауырыуға дөрөҫ булмаған туҡланыу ҙа булышлыҡ итеүе ихтимал. Мәҫәлән, организмда күп миҡдарҙа углеводтар, майҙарҙың тупланыуы, шулай уҡ әсе һәм ыҫланған аҙыҡ ашау май биҙҙәре­нең эшмәкәрлегенә йоғонто яһай;
lшулай уҡ тейешле кимәлдә булмаған туҡ­ланыу – организмға төрлө файҙалы мат­дәләрҙең инмәүе сәс ҡойолоуға алып килә. Мәҫәлән, пеләшләнеү – аҡһымдың етерлек кимәлдә булмауына бер сәбәп. Шуға ла был сиргә тәү сиратта иттән баш тартҡандар һәм үҙ организмының торошон белмә­йенсә ашауҙарын сикләгәндәр дусар була. Туҡланыу рационында тимер, көкөрт, А һәм В витаминдарының аҙ булыуы ла сәс торошонда кире сағылыш таба;
lмиҙгелдәр алмашыныуы ла тәьҫир ит­мәйенсә ҡалмай. Сәс үҫеше өсөн иң уңайлы осор йәй арауығында (бигерәк тә август һәм сентябрҙә) булһа, көҙөн һәм ҡышын башҡа айҙарға ҡарағанда (бигерәк тә сентябрь-декабрь айҙарында) ул күберәк ҡойола. Был тәү сиратта миҙгеленә ҡарап тәбиғи аҙыҡтың ҡулланылыуына, баш кейеменең уңайлылы­ғына ла бәйле, шуға ла был осорҙа таҙа тәбиғи аҙыҡ менән туҡланыуға, йәшелсә­гә, еләк-емешкә иғтибар бүлергә, баш кейемен дөрөҫ һайларға, һалҡындан һаҡ­ланырға, сәсте өҫтәмә туҡландырырға кәрәк.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ауырлы саҡта йәки бала тапҡандан һуң сәс ҡойолоу осраҡ­тары йыш. Был әсәй булған 50 процент са­маһы ҡатын-ҡыҙ өсөн хас күренеш. Ваҡыт үтеү менән бала тапҡан организм тулыһынса тергеҙелә, шуға ла сәс ҡойолоу өсөн артыҡ хәүефләнергә кәрәкмәй. Әммә дөрөҫ туҡла­ныу, сәс үҫешен тиҙләтеү өсөн витаминдар ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирер.
Әлбиттә, һанап кителгәндәр сәс ҡойолоу­ҙың иң тәү һәм йыш осраған сәбәптәренең бер нисәһе генә. Бынан тыш, ул хафаға һа­лыр­лыҡ төрлө ауырыуҙарҙың эҙемтәһе лә булыуы бар. Ниндәй генә сәбәп булмаһын, йөҙөбөҙҙөң күркәмлеге һәм һаулығыбыҙҙың билдәһе булған сәсебеҙгә ваҡытында иғти­бар итеү зарур. Кәрәк икән, белгестәргә мө­рә­жәғәт итеү ҙә ҡамасауламаҫ. Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу тейешле һәм дөрөҫ саралар күреү ҙә урынлы булыр.
Күп нәмә сәсебеҙҙе нисек тәрбиәләүҙән тора. Белгестәр билдәләүенсә, һелтеле һабын, химик составында тыйылған элемент­тар булған шампунь, күп осраҡта насар тәьҫир иткән сәс буяуы, лак ҡулланыу зарарлы. Был – сәс тәрбиәләүҙең дөрөҫ бул­маған иң тәү күрһәткестәре. Бигерәк тә ҡа­тын-ҡыҙҙар матур булабыҙ тип сәсе менән нимә генә ҡыландырмайҙар, уның тәбиғи торошон үҙгәртеп, бөҙрәләтә йә турайталар. Ә уйлап ҡараһаң, сәстең матурлығы – уның ныҡлығында һәм һау торошонда, шулай тү­гел­ме? Шуға ла мода артынан ҡыуып, ниндәйҙер заманса матурлыҡ өлгөләренә тура килергә тырышҡансы, тәү сиратта сә­се­беҙҙең һау торошон хәстәрләү (туҡ­лан­дырыу, ышаныслы шампунь ҡулланыу, үҫем­лек төнәтмәләре менән сайҡау) мөһимерәк булыр. Бәлки, тәрбиәле матурланыу маҡса­тында башҡарылған тышҡы ғына күркәмлек биргән төрлө химик тәьҫирҙәргә лә артыҡ ныҡ бирешмәҫ.
Нейлон һәм металдан булған тараҡ ме­нән тарау сәстең ҡойолоуына тағы бер сәбәп. Шуға ла уңайлы ағас һәм һөйәктән эшләнгән тараҡ ҡулланыу отошлораҡ булыр.
Сәсте йыуғанда айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Был осраҡта бер нисә ябай ғына ҡағиҙәне үтәү ҡамасауламаҫ. Сәсте йыш йыуыу зарарлы. Берҙән, уны таҙартҡыс махсус шыйыҡлыҡ – химик матдәләр тәьҫи­ренә йышыраҡ дусар итәбеҙ. Икенсенән, был сәстең тәбиғи торошоноң боҙолоуына алып килә. Шулай уҡ уны йомшаҡ һыуҙа йыуыу талап ителә. Әгәр ҙә һыу ҡаты икән, ике литр һыуға бер сәй ҡалағы иҫәбенән аш содаһы ҡушырға мөмкин. Ҡаты һыуҙы йомшартыу маҡсатында оҙаҡ ғына ҡайнатып һыуытырға ла була. Һеҙҙең тирегә (сәскә түгел) тап килгән шампунь һайлау ҙа урынлы, сөнки сәстең үҙенең генә майлы йәки ҡоро булыуы мөмкин түгел, ул тап баш тиреһенең үҙенсәлегенә бәйле. Шампунь һәм маска­лар­ҙан һуң сәсте йылымыс һыу менән таҙарғансы яҡшылап йыуырға кәрәк. Башта әҙ генә булһа ла ҡалған химик шыйыҡсалар аҙаҡтан сәскә тын алырға ҡамасаулаясаҡ, ул тиҙерәк майланасаҡ. Эҫе һыу менән йыуыу шулай уҡ сәсте, уның тамырын зарарлауы мөмкин. Иң яҡшыһы – һал­ҡынса һыу йә ниндәйҙер ҡатнашмалар менән сайҡатыу. Мәҫәлән, һары сәс өсөн – боланкүҙ төнәтмәһе (бер литр һыуға ике аш ҡалағы үлән сәскәһе), ә ҡара сәс өсөн яңы әҙерләнгән сәй (бер литр һыуға ике аш ҡалағы ҡоро сәй), һеркә йәки лимон һуты ҡулланырға мөмкин.
Шулай уҡ йыуғандан һуң сәс тулыһынса йәки бер аҙ кипкәс кенә тарарға кәрәк. Һыулы килеш тарарға ярамай. Сәсте киптереү өсөн фен ҡулланған осраҡта, иң юғары темпе­ратураға һәм ҡеүәткә ҡуймайынса, баштан 15-20 сантиметр аралыҡта тоторға кәрәк.
Һүҙ аҙағында йәнә лә бер файҙалы кәңәш. Борон бер ниндәй химик ҡатнашмалар бул­маған заманда беҙҙең өләсәйҙәр сәсен ҡатырыу өсөн һыра йәки кеүәҫ тә ҡулланған бит әле. Ә ниңә, насар ысулмы ни?! Боронғо­лар күпте белгән. Беренсенән, сәс өсөн был эсемлектәрҙә бай витаминдар (бигерәк тә В витаминдары) тупланмаһы булһа, икенсе­нән, сәсте лә бик матур тотҡандар. Бөгөн иһә һыра еҫе сыҡҡан сәсте күҙ алдына килте­реү бер аҙ көлкөнө килтерә, ә бына кеүәҫ ҡулланыу үтә лә отошло булыр. Бының өсөн сәсте йыуғандан һуң, таҫтамал менән ҡоротоп, алдан әҙерләнгән кеүәҫтә (бер литр һыуға бер-ике аш ҡалағы кеүәҫ алына) сайҡарға һәм бер аҙ кипкәс, бөҙрәләтеү өсөн бигуди урарға мөмкин.
Беҙҙең матурлыҡ – һаулыҡ күрһәткесе. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине.