Һин юҡта китәм…Башын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндә кеше ҡулына ҡәләм ала икән. Гәзит-журналды күпләп алдырһам да, әлегәсә уҡыусы ғына инем. Ә бөгөн үҙем дә хат яҙырға ултырҙым. Кәңәш көтмәйем. Минең осраҡта уны биреп тә булмайҙыр. Күңелемде бушатып, яҙып булһа ла ауыр уйҙарымдан ҡотолғом килә.

Беҙ ике ҡыҙ үҫтек. Тәүҙә һең­лем кейәүгә сыҡты, өс йылдан һуң, утыҙым тулып килгәндә, мин дә ғаилә ҡорҙом. Һайлап алған ирем идеаль ине. Юлдарымда шундай кешенең осрауы – үҙе ҙур бәхет ул. Мине бик ярата, күҙ­ҙә­ремә генә ҡарап тора, тыры­шып эшләй, кәрәк әйберҙәрҙе алып ҡайта. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин түгел. Өйләнешкәс, уның фатирында йәшәй башланыҡ. Институт тамамлауға уҡ, эшләп, аҡса йыйып, етмәгәнен кредит менән ҡаплап һатып алған өйөн.
Бергә ете йыл йәшәп ташла­ныҡ. Ғаиләбеҙҙә төп бәлә бала­һыҙлыҡ булды. Икебеҙҙең дә йәш китеп бара, оҙаҡлап көтөп улты­рырға ваҡыт та юҡ һымаҡ. Шулай ҙа табиптарға тиҙ генә йүгермәнек беҙ. Күңелгә шом һалғаны – минән иртәрәк кейәүгә сыҡҡан һеңлем­дең ғаиләһендә лә бала юҡ. Улар нисектер ҡайғырмаған да кеүек. Ҡунаҡҡа шаулап-гөрләп килеп керәләр, бер аҙ ултырғас, шулай уҡ сығып та китәләр. Уларҙың бойоғоп йөрөгәнен һис күргәнем булманы. Беҙ өйләнешкәс тә бала көтә башланыҡ.
Тикшеренергә иң беренсе мин барҙым. Бер үҙәктән икенсеһенә йөрөнөм. Бирмәгән анализ, уҙма­ған УЗИ ҡалманы. Бер йыл һал­ҡын тейҙереп ауырығандан һуң башҡа бер нимәгә лә зарланғаным юҡ. Ул ваҡытта мин ауылда әсә­йемдәрҙә йәшәй инем. 20 километр йыраҡлыҡҡа йәйәү китеп бул­май, машинам юҡ. Берәйһе туҡтағанын көтөп, ҡул күтәреп баҫып торорға кәрәк. Ғәҙәттә, ун минуттан да артыҡ торғаным юҡ. Ә был көндә ниңәлер машиналар әҙ йөрөнө. Уҙып киткәндәре туҡта­маны. Аяҡтарым туңып, үҙәгемә һалҡын ныҡ үтеп керҙе. Кискә температурам күтәрелеп, эштән тура дауаханаға киттем. Ошонан һуң улай ҡаты ауыры­ғаным булманы.
Анализдарымда табиптар хилафлыҡ күрмәне. Ваҡ-төйәк дауаланыу курстары үттем. Ирем дә тикшерелгәс, сәләмәт тинеләр. Быны ишеткәс, нисектер еңел һулап, ҡанатланып йәшәй башла­ныҡ. Көн артынан ай үтте, бер ниндәй ҙә үҙгәреш булманы. Йыл да шифаханаға барҙыҡ. Сабый табыу ваҡыты уҙып бара, иремә лә бала кәрәк.
Кеше бер-береһен ныҡ яратһа ла, ғаиләнең мәғәнәһе – бала. Ете йыл бергә йәшәп, шуны аң­ланым. Ирем менән һөйләшергә һүҙ бөткәндәй тойолдо. Нимә тураһында һөйләшәһең инде: һаман да шул эш, һауа торошо. Ул турала күпме әңгәмәләшәһең инде?
Балалар йортонан бәпес алып тәрбиәләү тураһында бер генә тапҡыр һүҙ ҡуҙғаттым. Ирем тың­лап та бөтөрмәне. “Юҡ, риза тү­гел­мен, миңә үҙемдеке кәрәк”, – тип ҡырт киҫте. Өс табипҡа бар­ҙым бит. Әммә уларҙан башҡа Хо­ҙай бар шул әле. Бөгөнгө медицина ни ҡәҙәр көслө тиһәк тә, тәҡдирҙән уҙып булмай.
Иремдә барлыҡҡа килгән үҙгә­рештәрҙе шунда уҡ һиҙҙем: һуң­лап ҡайта башланы, күҙҙәрендә нин­дәйҙер осҡондар ҡабынды. Башҡа кешеһе барлығын һиҙен­дем, әммә башлап һүҙ әйтмәнем. Бәлки, ҡурҡҡанмындыр, үҙенең аңлатыуын көткәнмендер. Иремде лә аңланым шул сағында, уға ла еңел түгел ине. Әммә тәбиғәттең үҙ ҡануны шул: һәр ир-ат үҙенән һуң дауамы булыуын теләй.
Ул ҡатын беҙҙең районда йә­шәй, минән йәшерәк. Уның балаға уҙыуын ирем үҙе әйтте. Кис буйы ҡосаҡлашып иланыҡ шул көндә. Иртәгәһенә китәм тип һүҙ бирҙем. Әммә шартым бар ине. “Ҡайтма­йы­раҡ тор, һин юҡта китәм”, – тинем. Әйберҙәремде йыйып, ял­лан­ған машинаға тейәп ятҡанда, миңә биргән һүҙен боҙоп, ирем ҡай­тып керҙе. “Түҙмәнем”, – тине. Ул саҡта миңә ҡарағанда уға ауырыраҡ та булғандыр әле.
Хәҙер минең урында икенсе ҡа­тын. Бер йыл уҙһа ла, күңелемә ныҡ ауыр. Ете йыл йәшәп, бер ауыр һүҙ әйтмәгән кешегә бәхет теләйем.

Исемемде яҙмағыҙ.