Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Мин тормошҡа ғашиҡҠарап торһаң, эргәбеҙҙә һоҡланырлыҡ шәхестәр бихисап. Бөгөнгө һүҙ шундай кешеләрҙең береһе – Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова хаҡында. Ул – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, филология фәндәре кандидаты. Бына нимәләр һөйләне ул.

Бала саҡ хыялы...
Бала саҡ тик хыялдан тора бит ул! Үҙемде белә-белгәнемдән бер хыял йәшәне – апай булыу. Бәләкәс кенә ҡустыңды йәки һеңлеңде урам буйлап етәкләп бер үтеү... Барыһының да: “Ҡайһылай ҙур үҫкәнһең, туғаныңды ҡарашаһың”, – тип һоҡланып ҡалыуы ғына ни тора! Ул хыялым тормошҡа ашҡас, мәктәптә иң яҡшы уҡыусыларҙың береһе булғым килде. Әммә ысынбарлыҡ минең был хыялымдан көслөрәк булып сыҡты. Ҙурыраҡ кластарға күскән һайын теүәл предметтар менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшә барҙы һәм IX класты тамамлау хаҡындағы аттестатымда тырышлығым өсөн генә ҡуйылған “дүртле”ләр теҙелешеп тора ине. Уның ҡарауы, тап мәктәп йылдарында мин иң ҙур һабаҡты үҙләштерҙем. Математика уҡытыусыһы Мөхәммәт Ға­таулла улы Ғәҙелшин тәүге дәрестә үк таҡтаға эре хәрефтәр менән “Белем бер ҡасан да аҡылды алмаштырмай” (Пифагор)” тип яҙып ҡуйҙы. Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында оҙаҡ йылдар математиканан уҡытҡан яратҡан уҡытыусым­дан ошо һабаҡ ҡалды.
Мин уҡытыусылар ғаиләһенән. Атайым – тарихсы, билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дәүләтбай Ибраһимов, әсәйем Разия Мәүлетова уҡытыу дәүерендә Баймаҡ районының иң көслө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының береһе булды. “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү мәктәптәре хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем йөрөтә.
Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Дүртебеҙ дүрт әйбер хаҡында хыялланғанбыҙ, ә бына атай менән әсәйҙең беҙгә ҡарата булған хыялдарын ихлас ҡабул иттек. Хәлебеҙҙән килгәнсә тырыштыҡ. Һайлаясаҡ һөнәрҙәребеҙ ҙә бала саҡта уҡ билдәле ине. Апайымды “Һинән шәп уҡытыусы сығасаҡ” тип үҫтерҙеләр.
Улар хаҡлы булып сыҡты. Апайым Гөл­нәзирә Дәүләтбай ҡыҙы Хәйруллина 2003 йылда, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика һәм төбәк-ара конкурсында Гран-при яулап, 29 йәшенән “Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән исем йөрөттө. Ағайым Ғәйнислам Ибра­һимов БДУ-ға уҡырға ингәс, атайым: “Һин кафедра мөдире булғансы йәшәргә яҙһа, шуға риза булыр инем”, – тип әйтеп һалды. Ул, ысынлап та, БДУ-ла Көнсығыш кафед­раһын етәкләп кенә ҡалманы, ошо эште булдырыуға ҙур хеҙмәт һалған кеше. Минең табип булырға теләгем бар ине, әммә ул тормошҡа ашманы. Атай-әсәй фатихаһы менән фән юлын һайланым һәм яңылыш­маным.

Йәнгә ятҡан эшең булыу – үҙе бәхет
Хеҙмәт кенәгәмдә бер генә яҙыу – Өфө дәүләт сәнғәт институты. Ун биш йыл мин ошо уҡыу йортонда уҡытам. Был – минең ҙур ҡаҙанышым, бәхетле дәүерем. Ошо ваҡытта студенттарым Башҡортостан театрҙарының алмаштырғыһыҙ артистарына әүерелде. Коллегаларым – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артистары, Башҡортостандың театр мәктәбен булдыр­ған бөйөк шәхестәр. Мин хәҙер улар менән бергә башҡорт театр мәктәбенә хеҙмәт итәм. Сәнғәт институты миңә эш һәм йәшәү урыны биреп кенә ҡалманы, ғаиләле лә итте. Буласаҡ тормош иптәшем Флүр Саламатов менән тормош ҡорғанда, икебеҙ ҙә сәнғәткә хеҙмәт иткән кешеләр инек. Бынан ун биш йыл элек, 2002 йылдың авгусында, аспирантуралағы ғилми етәксем, ул саҡта Өфө дәүләт сәнғәт институты рек­торы Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәлә­үетдинов мине эшкә алған саҡта, ҡулыма отошло лотерея тотторған икән, тип уйлайым хәҙер. Уның ваҡытһыҙ вафаты Баш­ҡортостан өсөн генә түгел, бөтә төрки донъяһы өсөн ауыр юғалтыу булды.
Фәнгә урау-урау юлдар аша
БДУ-ның III курсында Ишмөхәмәт Ғил­метдин улы Ғәләүетдинов беҙҙе уҡытырға килде. “Башҡорт яҙыуы һәм яҙмаһы тарихы”нан уҡытты ул. Миндә әле беренсе курс­ҡа уҡырға килгәндә үк артабан аспирантура тураһында хыял бар ине, профес­сорҙың тәүге лекцияһынан һуң янына барҙым да: “Мин һеҙҙең етәкселектә баш­ҡорт яҙыуы тарихын ныҡлап өйрәнгем килә”, – тип хәбәр һалдым. Ул был көтөл­мәгән яңылыҡты нисек ҡабул иткәндер – хәтерләмәйем, әммә үҙемдең 20 йәшлек аҡылым менән фән юлындағы әйҙәүсем тап ул икәнен яҡшы аңлай инем. V курсты тамамлағас, уның тәүге аспиранты булып киттем. Ул мине иң мөһим әйбергә – фәндә үҙемде түгел, ә фәндең үҙен яратырға, их­ласлыҡҡа, үҙ хаталарымды үҙемә төҙәтергә өйрәтте.

Биҙәүестәр һинең үҙеңде яратырға тейеш
Милли кейем кейһәң, үҙеңде башҡасараҡ тояһың. Туй күлдәгем дә башҡорт кейе­ме­нең заманса стилендә тегеләсәк тип күҙ­аллағайным, шулай булды ла. “Биҙәүес­тәр­ҙе һинең яратыуың ғына аҙ, биҙәүестәр һинең үҙеңде лә яратырға тейеш”, – тиһәм, ышанаһығыҙмы? Ә мин ышанам, сөнки күп тапҡыр быны һынап ҡарағаным бар. Бөгөн тағып йөрөгән биҙәүестәр араһында мине үҙҙәре эҙләп тапҡандары ла бар йә булмаһа мин хыял иткән биҙәүесте эшләгән кешене Хоҙай алдыма сығарып уҡ ҡуя.
Бынан бер нисә йыл элек ошондай хәл булды. Ирем Нефтекамала, мин Өфөлә йә­шәгән мәл. Телевизорҙан аҫылташтар күргәҙмәһе хаҡында реклама күреп ҡалғас, ирем шылтырата: “Гөлсәсәк, аҫылташтар күргәҙмәһендә ҙур ташлы матур беләҙек һаталар, иртәгә үк барып ал”, – тине. Бар­ҙым. Ҙур залда тиҫтәләгән ювелир биҙәүес­тәр һата. Эҙләп табырмын тимә. Бер-ике рәтте үтеүем булды, бер егет туҡтатып: “Ошоно кейеп ҡарағыҙ”, – тип ҙур ҡашлы беләҙек тәҡдим итте. Ә бит ирем миңә тап шул беләҙек хаҡында шылтыратҡан булған. Бына шулай, ярты донъя урап килгән беләҙек миңә яҙған булып сыҡты.

Ғаиләм – ҡәлғәм
Ғаилә ике кешенең бер-береһенә ышанысынан ҡорола. Шул ышаныс менән балалар үҫә, төҙөләсәк өйгә нигеҙ һалына. Флүр Саламатов менән танышҡанда икебеҙ ҙә донъяла ярайһы уҡ ныҡ баҫып торған ке­шеләр инек. Шуға ла бер-беребеҙҙе ышанысҡа тикшереп торманыҡ. Ә “өйләне­шегеҙ” тигән тәҡдимде һикһәнде уҙған бу­ласаҡ ҡарт ҡәйнәм яһаны: “Аҡыллы ейәнемә аҡыллы кәләш кәрәк. Ул – һин”, – тине. Һуғыш йылдарынан алып (1942–1982) ҡырҡ йыл Йылайыр районының Ашҡаҙар ауылында мәктәп етәкләгән Мәғәзирә ҡәйнәм­дең фатихаһы, әсәйемдең “Төҫө барҙан төңөлмә” тигән һүҙенән һуң беҙ ғаилә ҡорҙоҡ. Ильяс менән Ирназар исемле башҡорт малайҙары Нефтекама ҡалаһында тыуҙы.
Бабич...
Бөгөн “Бабич” фильмын 13 меңдән ашыу тамашасы ҡараны. Премьераға бары һигеҙ ай ваҡыт үтте. Ошо һандар менән эш ит­һәң, әлбиттә, был фильмдың сценарий ав­торҙарының береһе булараҡ, күңелдә йылы тойғолар ярала. Тәү сиратта бөйөк шәхес­тең бөйөк исемен илгә ҡайтарыуға бәйле хис-тойғо. Йәнә, был – тәүге тәжрибәм, тәүге һынауым. Һынауҙарҙы янымдағы талантлы кешеләр менән бергә үттем. Булат Йосопов, Таңсулпан Бабичева, Рөстәм Баймөхәмәтов һәм башҡалар менән. Дөрөҫөрәге, 2006 йылда шиғри спектакль булып яралған, аҙаҡ, 2013 һәм 2016 йылдарҙа диплом спектакле булып етешкән хеҙмәттең емеш­тәре барыһы ла “Бабич” киноһында сағыл­ды.

Ерҙәге ожмах –
ир ҡатыны булып йәшәү

Яңыраҡ миңә бер әҫәр өҫтөндә эшләргә тура килде. Мин яҙған әҫәрҙең төп геройы: “Ерҙәге ожмах – ир ҡатыны булып йәшәү. Әммә бөгөн беҙ, ожмах менән тамуҡты бутаған ерҙәге ике аяҡлы заттар, ирҙәрҙән башта дәрәжәләрен тартып алдыҡ, ә аҙаҡ бисә аҡылы менән уларға, шул ирҙәргә, аҡыл өйрәтергә керештек”, – тип әйтә. Минеңсә, ул хаҡлы.

Хыял һәм уй-ниәт
Балаларыбыҙҙың һау һәм бәхетле булып үҫкәненә ҡыуана-ҡыуана йәшәү. Йәнә лә эргәлә бәхетле кешеләр мөмкин тиклем күберәк булһын ине.
Мин хәҙер шуны аңлар хәлдәмен: ғалим­лыҡ­ҡа кандидат тигән диплом йөрөтөү дә­рәжә түгел, бурыс икән. Ул үҙенең барлығын йыш ҡына иҫкәртеп тә тора. Шунлыҡтан көндәлек мәшәҡәттәргә ҡоролған ғүмерҙең берәй өлөшөнән фәнгә лә урын бүлергә кәрәклек килеп тыуа. Килеп тыуа, әммә йыш ҡына уны башҡа ваҡ мәшәҡәттәр артҡа шылдыра. Яҙылмай ҡалған мәҡә­ләләр үтәлмәй ҡалған вәғәҙәләр кеүек.
Яратҡан эш... Бер үк китапты ҡабат-ҡабат уҡыу. Йәнә лә берәй тема өҫтөндә эҙләнеү. Тағы ла бер шөғөлөм бар – телефондан һөйләшеү.

Йән әрнеүе...
Йән йылыһы...

Йәнде әрнетмәҫкә тырышырға кәрәк. Әрнегән йәндә, миңә ҡалһа, кемгәлер йә нимәгәлер ҡарата рәнйеү ята. Ә рәнйеү – ул насар уй, насар ниәт.
Әлбиттә, йәнемде йылытҡан кешеләр – балаларым, уларҙың атаһы, әсәйем, туған­дарым бар. Йәнә лә яратҡан эшем, талант­лы, араларында бер аҙ ялҡауыраҡ студент­тарым бар. Фекерҙәштәрем бар. Үҙ алдыма ҡуйған маҡсаттарым да йәнемде йылытып тора.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тормош мәғәнәһе ниҙә?

Тормош мәғәнәһе ниҙә? 14.08.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Ғәзиз Ғәлинде Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңылыҡтары аша беләбеҙ. Тик һуңғы ваҡытта уның...

Тотош уҡырға 321

Беҙҙең өйҙөң йәме

Беҙҙең өйҙөң йәме 14.08.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

...Ғаиләлә бер үҙе генә үҫкән кескәй ҡыҙ уң күршеләренең ихатаһына аҡ көнләшеү тойғоһо менән күҙ...

Тотош уҡырға 277

Көйөнмәйек, һөйөнәйек!

Көйөнмәйек, һөйөнәйек! 20.02.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Әле тышта февраль хакимлыҡ итә. Аяҙ ваҡытта ҡояш көләсерәк ҡарай, тимәк, яҙ һулышы һиҙелә....

Тотош уҡырға 310

Йәш булып ҡалам тиһәң…

Йәш булып ҡалам тиһәң… 20.02.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Бөтә ҡатын-ҡыҙҙың да сәләмәт һәм матур булғыһы килә, әммә бының өсөн күптәрҙең артыҡ көс түгергә...

Тотош уҡырға 310

Һин юҡта китәм…

Һин юҡта китәм… 20.02.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Башын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндә кеше ҡулына ҡәләм ала икән. Гәзит-журналды күпләп алдырһам да,...

Тотош уҡырға 403

Фәрештәм

Фәрештәм 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Т. Миңнуллин һүҙҙәре, Х. Дәүләтов көйө....

Тотош уҡырға 368

Бәхет бер йылмайыр икән…

Бәхет бер йылмайыр икән… 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Беренсе иремдән айырылып, яңғыҙым йәшәп ятҡан осорҙа танышырға теләп, иғлан яҙғайным. Ул саҡта...

Тотош уҡырға 423

Ысын джентльмендар ҡайҙа йәшәй?

Ысын джентльмендар ҡайҙа йәшәй? 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Джентльмен һүҙе һеҙгә танышмы? Инглиз телендә ул тәү башлап “аристократ, мещан, аҡһөйәктәр затына...

Тотош уҡырға 299

Йәшел туйҙан ҡыҙылынаса...

Йәшел туйҙан ҡыҙылынаса... 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Никахҡа ингән көн – йәшел туй, йәшлек һәм мөхәббәт байрамы. Бер йылдан – ситса туй. Ситсанан...

Тотош уҡырға 370

Шиғриәттә – һөйөү хисе

Шиғриәттә – һөйөү хисе 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Башҡорт шиғриәтенең 1960 – 1990 йылдарҙағы үҫеш үҙенсәлектәрен баһалағанда билдәле әҙәбиәтсе-ғалим,...

Тотош уҡырға 412

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ хаҡына

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ хаҡына 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

– Ииий, әбейкәйемде, – тигән булып Нурийән ағай бала кеүек күҙҙәренә баҡҡан Ишбикә инәйҙең...

Тотош уҡырға 417

Тәнебеҙ теле ни һөйләй?

Тәнебеҙ теле ни һөйләй? 23.01.2018 // Матур үтһен ялығыҙ / Мөхәббәт баҡсаһы

Ғүмеребеҙҙең һәр көнөндә беҙ үҙ-ара һүҙ һәм һөйләмдәр ярҙамында аралашабыҙ һәм аңлашабыҙ. Шулай ҙа...

Тотош уҡырға 419