Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәш булып ҡалам тиһәң…
Йәш булып ҡалам тиһәң…Бөтә ҡатын-ҡыҙҙың да сәләмәт һәм матур булғыһы килә, әммә бының өсөн күптәрҙең артыҡ көс түгергә теләге һәм ваҡыты юҡ. Бөгөнгө һүҙебеҙ көньяҡ илдәрҙән килгән, тәү ҡарашҡа сәйер булып күренгән йога күнегеүҙәре хаҡында.

Йога – индуизм һәм буддизмдан үҫеп сыҡҡан һинд мәҙәниәтенең бер төшөнсәһе. Ул үҙенең эсенә рухи, психик һәм физик тәжрибәне туплай.Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, йога – ул индуизм фәлсәфәһенең бер йүнәлеше. Ислам динендә йога тыйылған тип уйлау – ҙур хата. Шулай уҡ уны спорттың бер төрө тип һанау ҙа дөрөҫ түгел.
Йоганың сәләмәтлеккә ниндәй йоғонтоһо бар? Ике-өс ай шөғөлләнгәндән һуң, күптәр үҙ организмында яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр тоя башлай. Тәү сиратта йога умыртҡа һөйәгенә яҡшы тәьҫир итә. Күпселек күнегеүҙәр уны урынына ултырта, күҙәнәктәрен азот һәм кислород менән тейешенсә туҡландыра. Ҡандағы гемоглобинды һәм эритроциттарҙы арттыра. Йога менән шөғөлләнеүселәр йөрәк ауырыуына йыш зарланмай. Шулай уҡ медитация иммунитетҡа ыңғай йоғонто яһай, ул тирә-яҡтағы вирустарға бирешеп бармай. Әлбиттә, оҙаҡ ваҡыт яңғыҙ булыу, уйланыу кешенең холҡона ла тәьҫир итмәй ҡалмай. Мәҫәлән, юҡ-барға тиҙ ҡыҙып барған кешеләр бер аҙ тыныслана. Кәйеф яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Йога – депрессиянан иң яҡшы дауа.
Шулай уҡ белгестәр әйтеүенсә, медитация менән шөғөлләнгәндәр күпкә иғтибарлыраҡ һанала. Йоганы үҙ иткәндәр ҡартайыуҙың ни икәнен белмәй. Күп эстрада йондоҙҙа­ры­ның йәш булып ҡалыу сере лә ошонда. Мә­ҫә­лән, бөтә донъяға билдәле Мадоннаға үҙе­нең йәшен биреп булмай. Уның хаҡында мат­буғатта күп яҙалар, ул тәүлектең өс сәғә­тен йогаға бағышлай. Рәсәй эстрада йырсыһы Валерия хаҡында ла шуны әйтергә була.
Ҡапыл ғына йога менән шөғөлләнә баш­лау­ҙың көтөлмәгән һөҙөмтәһе булырға мөм­кин. Шуға күрә үҙ организмығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Йогаға тотонор алдынан белгестәр менән кәңәшләшеү ҡамасауламаҫ. Быйыл һәм киләһе йылда әсәй булырға ниәтләнә­һегеҙ икән, бөтә күнегеүҙәрҙе лә башҡарырға ашыҡмағыҙ.
Ә инде талаптарға килгәндә, күнекмә урыны таҙа, йылы һәм тыныс булырға тейеш. Өй­ҙәгеләр һеҙҙе борсомаһын. Телефонды тауышһыҙ режимға күсереп йә иһә бөтөнләй һүндереп ҡуйырға кәрәк. Йога менән шөғөл­ләнгәндә һеҙ өшөргә тейеш түгел, был хәл мускул туҡымаларына насар тәьҫир итә. Ут ҡамасаулаһа, ҡараңғы бүлмәне һайларға мөмкин.
Көнөнә бер-ике сәғәт шөғөлләнеүҙе ғәҙәткә керетеү ауыр булһа, 15 минуттан башлағыҙ. Йоганың файҙаһын күрер өсөн, уға көн дә ваҡыт бүлергә кәрәк. Һәр аҙна һайын 15 минутлыҡ дәресегеҙгә биш-ун минут өҫтәгеҙ.
Дәресте иртән ашағансы башлау мотлаҡ. Кискеһен иһә туҡланғандан һуң кәм тигәндә өс-дүрт сәғәт үтергә тейеш. Ашҡаҙаны сирлә­гәндәр йога ваҡытында аҙ-аҙлап һыу эсә ала.
Иң яҡшыһы иртәнге ваҡытты һайлау. Был осраҡта һеҙ көн буйына етерлек энергия йыя­һығыҙ. Өҫтәүенә ошо мәл күпкә уңайлы­раҡ та: көндөҙ эш мәшәҡәттәре борсой, тынысланып булмай.
Әйткәндәй, йога менән өлкән йәштә шө­ғөл­ләнә башларға ла була. Белгестәр оло йәш­тәгеләргә медитация, мантра-йога, төш күреү йогаларын тәҡдим итә.
Интернет заманында йәшәйбеҙ. Унда төрлө дәрестәр бирелгән. Хәҙер респуб­ли­каның күп райондарында йога үҙәктәре асыла. Иң мөһиме, белгес менән кәңәшләшеп, өйрәнеп, һуңынан иркенләп өйҙә шөғөллә­нергә кәңәш ителә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тормош мәғәнәһе ниҙә?

Тормош мәғәнәһе ниҙә? 14.08.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Ғәзиз Ғәлинде Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңылыҡтары аша беләбеҙ. Тик һуңғы ваҡытта уның...

Тотош уҡырға 321

Беҙҙең өйҙөң йәме

Беҙҙең өйҙөң йәме 14.08.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

...Ғаиләлә бер үҙе генә үҫкән кескәй ҡыҙ уң күршеләренең ихатаһына аҡ көнләшеү тойғоһо менән күҙ...

Тотош уҡырға 277

Көйөнмәйек, һөйөнәйек!

Көйөнмәйек, һөйөнәйек! 20.02.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Әле тышта февраль хакимлыҡ итә. Аяҙ ваҡытта ҡояш көләсерәк ҡарай, тимәк, яҙ һулышы һиҙелә....

Тотош уҡырға 310

Мин тормошҡа ғашиҡ

Мин тормошҡа ғашиҡ 20.02.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Ҡарап торһаң, эргәбеҙҙә һоҡланырлыҡ шәхестәр бихисап. Бөгөнгө һүҙ шундай кешеләрҙең береһе –...

Тотош уҡырға 384

Һин юҡта китәм…

Һин юҡта китәм… 20.02.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Башын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндә кеше ҡулына ҡәләм ала икән. Гәзит-журналды күпләп алдырһам да,...

Тотош уҡырға 403

Фәрештәм

Фәрештәм 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Т. Миңнуллин һүҙҙәре, Х. Дәүләтов көйө....

Тотош уҡырға 368

Бәхет бер йылмайыр икән…

Бәхет бер йылмайыр икән… 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Беренсе иремдән айырылып, яңғыҙым йәшәп ятҡан осорҙа танышырға теләп, иғлан яҙғайным. Ул саҡта...

Тотош уҡырға 423

Ысын джентльмендар ҡайҙа йәшәй?

Ысын джентльмендар ҡайҙа йәшәй? 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Джентльмен һүҙе һеҙгә танышмы? Инглиз телендә ул тәү башлап “аристократ, мещан, аҡһөйәктәр затына...

Тотош уҡырға 299

Йәшел туйҙан ҡыҙылынаса...

Йәшел туйҙан ҡыҙылынаса... 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Никахҡа ингән көн – йәшел туй, йәшлек һәм мөхәббәт байрамы. Бер йылдан – ситса туй. Ситсанан...

Тотош уҡырға 370

Шиғриәттә – һөйөү хисе

Шиғриәттә – һөйөү хисе 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Башҡорт шиғриәтенең 1960 – 1990 йылдарҙағы үҫеш үҙенсәлектәрен баһалағанда билдәле әҙәбиәтсе-ғалим,...

Тотош уҡырға 412

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ хаҡына

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ хаҡына 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

– Ииий, әбейкәйемде, – тигән булып Нурийән ағай бала кеүек күҙҙәренә баҡҡан Ишбикә инәйҙең...

Тотош уҡырға 417

Тәнебеҙ теле ни һөйләй?

Тәнебеҙ теле ни һөйләй? 23.01.2018 // Матур үтһен ялығыҙ / Мөхәббәт баҡсаһы

Ғүмеребеҙҙең һәр көнөндә беҙ үҙ-ара һүҙ һәм һөйләмдәр ярҙамында аралашабыҙ һәм аңлашабыҙ. Шулай ҙа...

Тотош уҡырға 419