Көйөнмәйек, һөйөнәйек!

20-02-2018, 00:03 // Мөхәббәт баҡсаһы // Баҫып сығарырға
Көйөнмәйек, һөйөнәйек!Әле тышта февраль хакимлыҡ итә. Аяҙ ваҡытта ҡояш көләсерәк ҡарай, тимәк, яҙ һулышы һиҙелә. Һөйөнөргә ерлек етерлек кеүек, әммә тап ошо миҙгелдә күп кеше күңел төшөнкөлөгө, урынһыҙ борсолоу кисерә. Табиптар быны организмдың ҡышҡы арыуы менән аңлата.

Был хәлдән ҡотолоу өсөн, психологтар түбәндәгеләрҙе кәңәш итә:
1. Ручка, ҡағыҙ алығыҙ. Ҡағыҙҙың бер яғына үҙегеҙҙе нимәләр борсой – шу­ларҙы яҙығыҙ. Икенсе яҡҡа был борсолоуҙың ваҡытлы булыуын, һеҙҙе яҡшылыҡ көткәнен дәлилләп теҙегеҙ. Яҡшылыҡҡа уйлаһаң, бындай дәлилдәр табылмай ҡалмай!
2. Тормошоғоҙға ниндәйҙер үҙгәреш индерегеҙ: өй йыһаздарын күсереп ул­тыртығыҙ, яңы берәй әйбер йәки кейем һатып алығыҙ. Шуға һөйөнөргә, яҡында­рығыҙға һөйөнсөләргә онотмағыҙ!
3. Яҡындағы көндәргә эш планы төҙөгөҙ. Унда буш ваҡыт ҡалырға тейеш түгел, сөнки тиҙҙән яҙ – тәбиғәт тә йән­ләнәсәк, һеҙҙең дә тормошоғоҙ ҡайнап торасаҡ.
4. Алдығыҙға ғәмәлгә ашырҙай аныҡ ниәт ҡуйып, маҡсатҡа ынтылышлы бары­ғыҙ.
5. Ҡыҙыҡлы комедия ҡуйылған көндә театрға йәки яратҡан артисығыҙҙың концертына барығыҙ, мауыҡтырғыс китап уҡығыҙ, күңелсәк дуҫтарығыҙ менән аралашығыҙ.
6. Юҡ ҡына нәмәләргә һөйөнә беле­геҙ. Кемгәлер ниңәлер асыулы булһа­ғыҙ, быны онотоғоҙ, үпкәләүҙән туҡтағыҙ. Изге һәм шат күңелле кешенең эштәре лә уң була.
7. Күңел төшөнкөлөгө физик күнек­мә­ләрҙән ҡурҡа. Эҫе һәм һыуыҡ һыуҙы сиратлап душ аҫтында ҡойоноу, бассейнда йөҙөү, тәбиғәттә булыу, саңғыла йөрөү файҙалы.
8. Кәйефте күтәреүгә ризыҡтарҙан ҡара шоколад, банан, күрәгә, әфлисун, ҡыҙыл балыҡ ярҙам итә.
9. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: йоҡо – көс-дарманды тергеҙеүҙә иң яҡшы дауа.