Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош мәғәнәһе ниҙә?
Тормош мәғәнәһе ниҙә?Ғәзиз Ғәлинде Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңылыҡтары аша беләбеҙ. Тик һуңғы ваҡытта уның ҡыҙыҡлы сюжеттары сыҡмай, тип аптырайҙыр тамашасылар. Сәбәбе – шаулы, өмөтлө, ымһындырғыс Өфөнө ҡалдырып, Ғәлиндәр Ғәзиздең тыуған төйәгенә – Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылына – ҡайтып төпләнде.


Эйе, хәҙерге йәштәрҙең күбеһе ҙур ҡалаға, гөрләп торған тормошҡа ашҡына. Райондарҙан – Өфөгә, унан – ҙурыраҡ ҡалаларға, артабан инде сит илгә күсеп китеү ғәҙәтигә әйләнә бара. Бына ошондай глобалләшеү ваҡытында ауылға ҡайтып төпләнгән ғаиләләрҙең осрауы ҡыуаныслы: кемдер кендек ҡаны тамған ерҙә тормошто дауам итергә тейештер бит!
– Башҡаларға ғына түгел, ҡапыл ҡубып сығып китеүебеҙ үҙебеҙ өсөн дә сәйер һәм көтөлмәгәнсә булды, – тип хәтерләй ул мәлде Лилиә. – Күрәһең, сабыйҙарыбыҙ­ҙың ризығы тартҡандыр. Үҙем дә алыҫтан түгел – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
Ҡапыл ғына булһа ла, сәбәпһеҙгә йөрөмәй әҙәм балаһы. Был хәҡиҡәт ғаилә башлығының яуабында ла сағылды.
– Иртән эшкә киткәнемдә балалар йоҡлап ҡала, кис ҡайтып инһәм, тағы “әүен баҙары”на киткән булалар. Сабый­ҙа­рымдың нисек үҫкәнен дә күреү мөмкинлеге юҡ ине, – тип хәтерләй Ғәзиз баш ҡалалағы тормошон. Хәйер, бер Өфөлә генәме ни, бөтөн ерҙә тормош артынан ҡыуабыҙ, мал-бол, эш тип сабабыҙ, ә бына балаларҙың үҫкәнен, атай-әсәйҙең өлкәнәйгәнен, көн менән төн түгел, хатта миҙгелдәрҙең алмашынғанын да күрмәйбеҙ төҫлө. Дөрөҫөрәге, быға өлгөрмәйбеҙ.
...Өфөлә, әлбиттә, шарттар бүтәнсә: теләһәң, ғаиләң менән театрға бар, кәрәк икән, балаларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә була. Әммә был ғаиләләге сабыйҙар хәҙер шуныһы менән бәхетле: иртән тороуға уларға Торатау йылмая, өләсәй иртәнге һөт менән һыйлай һәм саф һауаны кинәнеп һулайһың!
Йән биргәнгә йүн биргән. Йәштәр ҡайтыу менән хеҙмәт урыны табыла, дөрөҫөрәге, уңған белгестәрҙе эш үҙе “ҡармаҡҡа ҡаптыра”: Ғәзиз Стәрлетамаҡтағы коррекция мәктәбендә белем бирһә, Лилиә Урман-Бишҡаҙаҡта уҡыта. Ер алып, өй һалып, хәҙер йорт туйларға йыйына Ғәлиндәр. Ғаиләнең күсеп ҡайтыуы бигерәк шуныһы менән бәрәкәтле: Өфөлә донъяға яралған һәм тәпәй атлап киткән Гөлсөм менән Исмәғил, Ишембайға күскәс, бер юлы ҡустылы ла, һеңлеле лә була. Бәләкәй Зөлфиә һәм Муса хәҙер инде ата-әсәһен, олатай-өләсәйҙәрен “алдаштырырға” эшкингән: береһенән-береһе шуҡ!
– Йәй бергәләп велосипедта елдерәбеҙ, тышта уйнайбыҙ, ғөмүмән, мәж киләбеҙ. Ауылда торһаҡ та, эштән ҡайтҡас, ғаилә менән аралашырға, балаларҙы тәрбиәләшергә ваҡыт ҡала – шуныһына ҡыуанам, – ти Ғәзиз.
Ә Лилиә:
– Ҡәйнәм менән ҡайныма рәхмәт: ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашалар, уларһыҙ эшкә сығып та булмаҫ ине, – тип өҫтәй.
Гөлсөм мәктәптә уҡыһа, Исмәғилдең әле саҡ хәреф танырға өйрәнгән ваҡыты. Игеҙәктәрҙең иһә кинәнеп уйнар мәле. Төрлө йәштә булһалар ҙа, балаларҙың шул яғы күҙгә ташлана: бер-береһе өсөн өҙөлөп тора улар. Тырыш үҙҙәре, матур итеп йырлайҙар, бейейҙәр. Ғөмүмән, рухлы, белемле, тәрбиәле булып үҫәләр.
Ишембай районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә

  1. САНИЯ Галина- Нафикова
    САНИЯ Галина- Нафикова от 12.11.2018, 19:15
    Минең Ғәзиз ҡустым бәләкәйҙән,тырыш сәмле булды.Хатта уҡыған саҡта ла уның һәр ваҡыт донъяға үҙ ҡарашы булды.Ул һәр ваҡыт ярҙамсыл,асыҡ күңелле,тура һүҙле булды. Лилиә килен дә бик тырыш,егәрле. Ул аш-һыуға оҫта,ҡул эшенә лә маһир.Донъяһы ла тәртиптә, Балалары ла үҙҙәренә оҡшап,әле үк ҡул аҫтына кереп баралар,йыр-бейеүгә оҫталар.Ҡустым менән киленемә һаулыҡ,байлыҡ,эштәрендә хөрмәт,донъяларына именлек теләйем. Ата-әсәләрен ҙурлаған кеүек үҙҙәре лә балаларының изгелеген күреп, пар аҡҡоштай һөйөп-һөйөлөп йәшәһендәр.






Һөйҙөргән дә,  көйҙөргән дә тәүге һөйөү...

Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә тәүге һөйөү... 03.10.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Ысын тойғо ҡасан беленә? Мин эшләп йөрөгән ҡала мәктәбенә йәш уҡытыусы килде. Ҡул аҫтымдағы VII...

Тотош уҡырға 149

Барыһынан да элек — ышаныс һәм мөхәббәт

Барыһынан да элек — ышаныс һәм мөхәббәт 25.09.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Иң изге төшөнсәгә ҡарата фекер үҙгәрәме? Нимә ул бәхет? Кемдер был һорауға ғүмер буйы уйлап,...

Тотош уҡырға 239

Беҙҙең өйҙөң йәме

Беҙҙең өйҙөң йәме 14.08.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

...Ғаиләлә бер үҙе генә үҫкән кескәй ҡыҙ уң күршеләренең ихатаһына аҡ көнләшеү тойғоһо менән күҙ...

Тотош уҡырға 533

Көйөнмәйек, һөйөнәйек!

Көйөнмәйек, һөйөнәйек! 20.02.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Әле тышта февраль хакимлыҡ итә. Аяҙ ваҡытта ҡояш көләсерәк ҡарай, тимәк, яҙ һулышы һиҙелә....

Тотош уҡырға 398

Йәш булып ҡалам тиһәң…

Йәш булып ҡалам тиһәң… 20.02.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Бөтә ҡатын-ҡыҙҙың да сәләмәт һәм матур булғыһы килә, әммә бының өсөн күптәрҙең артыҡ көс түгергә...

Тотош уҡырға 395

Мин тормошҡа ғашиҡ

Мин тормошҡа ғашиҡ 20.02.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Ҡарап торһаң, эргәбеҙҙә һоҡланырлыҡ шәхестәр бихисап. Бөгөнгө һүҙ шундай кешеләрҙең береһе –...

Тотош уҡырға 515

Һин юҡта китәм…

Һин юҡта китәм… 20.02.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Башын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндә кеше ҡулына ҡәләм ала икән. Гәзит-журналды күпләп алдырһам да,...

Тотош уҡырға 517

Фәрештәм

Фәрештәм 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Т. Миңнуллин һүҙҙәре, Х. Дәүләтов көйө....

Тотош уҡырға 451

Бәхет бер йылмайыр икән…

Бәхет бер йылмайыр икән… 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Беренсе иремдән айырылып, яңғыҙым йәшәп ятҡан осорҙа танышырға теләп, иғлан яҙғайным. Ул саҡта...

Тотош уҡырға 510

Ысын джентльмендар ҡайҙа йәшәй?

Ысын джентльмендар ҡайҙа йәшәй? 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Джентльмен һүҙе һеҙгә танышмы? Инглиз телендә ул тәү башлап “аристократ, мещан, аҡһөйәктәр затына...

Тотош уҡырға 375

Йәшел туйҙан ҡыҙылынаса...

Йәшел туйҙан ҡыҙылынаса... 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Никахҡа ингән көн – йәшел туй, йәшлек һәм мөхәббәт байрамы. Бер йылдан – ситса туй. Ситсанан...

Тотош уҡырға 473

Шиғриәттә – һөйөү хисе

Шиғриәттә – һөйөү хисе 30.01.2018 // Мөхәббәт баҡсаһы

Башҡорт шиғриәтенең 1960 – 1990 йылдарҙағы үҫеш үҙенсәлектәрен баһалағанда билдәле әҙәбиәтсе-ғалим,...

Тотош уҡырға 508