“Туй” һүҙе борон туған-тыумасаны бергә йыйып, йәштәрҙең ҡауышыуын иғлан итеү, ике яҡты таныштырыу маҡсаты менән ойошторолған ваҡиғаны аңлатһа, хәҙер иһә уны үткәрәм тигән хужаларҙы “ғарҡ” иткәнсе арытып, ҡаҡшатып, ҡыҙарттырып маҙаһыҙлаған, аҡса, ҡот һурғыс тамаша кеүек булып та ҡуя. Һәр ҡайһыһы тип әйтмәйем, сөнки мәжлестәр араһында һоҡландырырлыҡ, йәнгә ял бирерлектәре лә бар. Йәғни ҡотломо икән заман туйҙары?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1002 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гөрләне башҡорт туйы! Ҡала эсендә – күҙҙең яуын алырҙай итеп биҙәлгән ете ҙур тирмә. Уларҙың янындағы ихатала шаулап-гөрләп башҡорт туйы үтә. Был әкиәт түгел, ә Өфөнөң “Ватан” этноауылында булған ысын хәл. Хәҙер күпселек йәштәр өйләнешеүҙе бар хәленсә замансараҡ, “европаса” уҙғарырға тырыша: ҡунаҡтарын бер төҫкә кейенергә мәжбүр итә, никах алдынан донъя яңғыратып “девичник”, “мальчишник” ойоштора, ә туй көнөндә, байрамға килгән бар халыҡты “асыҡтырып-зарыҡтырып”,
Ком: 0 // Уҡынылар: 990 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмерҙе һаҡлар сабый тауышы Был ваҡиға йыш ҡына хәтеремә төшөп, бала тауышының ҙур ҡөҙрәтҡә эйә икәнлеген иҫкәртеп тора. Уның шаһиты булған кешенең күңел кисерештәрен тыя алмайынса, илай-илай һөйләгәне күңелдә ныҡ уйылып ҡалған.
Берҙән-бер ҡыҙының ауырға ҡалыуы хаҡындағы хәбәрҙе аяҙ көндәге йәшендәй ҡабул итә Заһир. Тәүҙә ышанмай, тик ҡатынының шаяртмағанын аңлағас, ер убылғандай тойола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1359 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙға сәскә биреү –
Был донъяның
Матур ғөрөф-ғәҙәте.
Ҡатын-ҡыҙ юҡ урында
Сәскәләрҙең
Ни йәме, ни хәжәте?
Ком: 0 // Уҡынылар: 660 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Пар күгәрсендәр” күргәҙмәһеҺүрәттәге һоҡланғыс пар – Ҡасҡынбаевтар ғаиләһе. Азат менән Йәмилә күптән түгел үҙҙәренең онотолмаҫлыҡ ғүмер байрамын – туйын билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 839 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмер юлын бергә-бергә... Ауылыбыҙҙың өлгөлө ғаиләһендә дүрт ул һәм бер ҡыҙҙы үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырған Яңылбикә менән Сәфәрғәле Ғарифуллиндарҙы һуғыш балалары тип атарға батырсылыҡ иттем. Бының үҙенә күрә сәбәптәре бар: береһе атаһы һуғышҡа киткәндә тыумай ҡала, икенсеһе – ауыр яралар менән яуҙан ҡайтҡан яугирҙең һөйөклө балаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1242 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ихлас таныштыра, йырлап ҡауыштыра Буйҙаҡ, кейәүгә сыҡмаған йәштәрҙең күбәйеүе – йәмғиәт өсөн иң ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе. Халыҡҡа “Юлдаш йыры” конкурсы аша танылған йырсы, композитор Риф Бикбаев төп эшенән тыш яңғыҙҙарҙы ҡауыштырыу менән дә шөғөлләнә. Уның әйтеүенсә, һуңғылары араһында үҙ парын тапмаған 20 – 60 йәштәге кешеләрҙе күрергә мөмкин. Әңгәмәсебеҙ өс йыл дауамында тамада булып та йөрөй, айыҡ туйҙар үткәрергә лә ярҙамлаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1256 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фәһемле фекерҙәр * “Кейәү балаҡай” тиеүҙән кейәү балаң була алмай.
* Кейәүҙең көйөн көйләмәгән ҡәйнәләр була.
* Йөклө ҡатын ерҙә ныҡлы баҫып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 882 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет сере

Тоғролоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 921 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Пар күгәрсендәр" күргәҙмәһе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры оркестры баянсыһы Рәмис Хәкимов коллегаһы актриса Гөлмирә Исмәғилева менән никах уҡытып, әлеге көндә йәштәрҙең гөр килеп туйға әҙерләнгән саҡтары.
– Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, театрға эшкә килгән көнөнән үк был ҡыҙға ғашиҡ булып, уны кәләш итеп алырға ниәт иттем, – ти Рәмис. — Туй тантанаһы йәйгә тәғәйенләнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 833 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 Алға
Бит башына