Тормоштоң иң татлы, мөғжизәле мәле булған никах, туйҙар ҙа гөрләп үтеп китте. Оҙатылып килгән килен ҡәйнә йортонда ҡалды, бер ҙә таралышҡыһы килмәгән ҡунаҡтар ҙа ҡайтыу яғына ыңғайланы... Тап ошо мәлдә ниҙәр кисергәне хаҡында һөйләүен һорап, төрлө өлкәлә эшләгән бер нисә даими уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек. Баҡтиһәң, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та була икән килен йә кейәү булып киткән ваҡытта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1006 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ул минеке генә! Сер түгел: күп ҡатын-ҡыҙҙы ире көнләшеп яфалай, уны әхирәттәре менән аралаштырмай, яңғыҙын ҡунаҡҡа йәки киноға ебәрмәй. Хәләл ефетенә хатта яҡын туғандары менән осрашырға рөхсәт бирмәгәндәр бар.
Һөҙөмтәлә көнләшеү әкренләп организмды өҙлөгөүгә килтерә, иммунитетты ҡаҡшата, мөхәббәтте, үҙ-ара йылы мөнәсәбәтте юҡҡа сығара, айырылышыуға еткереүе лә ихтимал. Был тойғоно еңелерәк үткәреп ебәреү, булдырмау — бик ҡатмарлы, әммә кәрәкле сара. Шулай итеп, нисек көнләшмәҫкә өйрәнергә һуң?
Ҡайһы берәүҙәр был ауыр тойғонан үҙен алдан уҡ ҡурсалай: тормош юлдашы итеп күҙгә әллә ни салынып бармаған кешене һайлай. Әммә был да уны насар холоҡтан азат итмәй, сөнки ефетендә үҙенең көсһөҙлөгө сағылышын күрә. Кәмһенеү тойғоһо ҙурайған һайын, көнләшеү ҙә көсәйә.
Иң отошло сара — килеп тыуған хәлде аңларға тырышыу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 973 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бай гөлләмә туйға килешә Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, донъялағы ҡатын-ҡыҙҙың 95 процентҡа яҡыны сәскәне иң һәйбәт бүләк тип ҡабул итә.
Шулай ҙа гүзәл затҡа бындай ҡыуаныс килтергәндә сама белеү яҡшы. Ҙур, бай гөлләмә туйға ғына килешә ул. Шуға күрә бүләккә бер генә рауза, бер нисә ләлә, гладиолус биреү һәйбәт булыр.
Һары сәскәнең хыянат сағылышы булыуы ихтималлығын иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Дауаханала ятҡан яҡынығыҙҙы һөйөндөрөргә уйлаһағыҙ, үтә еҫле гөл һайламағыҙ: сирлегә оҡшамаҫ. Сәскә үтә оҙон һабаҡлы ла булмаһын. Аҡ төҫтәгеләрҙе бирмәүегеҙ хәйерле: аҡ диуарҙың эргәһендә юғалып ҡалыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 873 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөйөү һүҙен әйтәйек
Шыбырлайыҡ һөйгәндәргә:
– Яратам нисек һине!
Һинһеҙ юҡ йәшәүем ҡото,
Йөрәгем китек минең...
Тартынмайыҡ әйтер һүҙҙе,
Баҙнат итәйек бөгөн.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1301 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөхәббәтһеҙ йәшәү ҡыҙыҡ түгел «Әҙәм балаһы иң яман сирҙән дә дарыу уйлап тапҡан, ә бына мөхәббәттән – юҡ. Кәрәге лә юҡ. Мөхәббәт булмаһа, был донъяла йәшәүҙең ҡыҙығы бөтөнләй ҡалмаҫ ине. Нимә генә һөйләмәһендәр, кешене илатҡан да, йырлатҡан да, һыҙлатҡан да, йыуатҡан да әлеге лә баяғы мөхәббәт!..» тип яҙып ҡалдырған яҙыусыбыҙ Динис Исламов. Ошо уңайҙан ғаиләләргә – йәш парҙарға «Нисек таныштығыҙ?» тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Гөлнара менән Илсур ҠАҘАҠБАЕВТАР, Өфө ҡалаһы (Илсур һөйләй):
– Кәләшем Гөлнара менән 2002 йылдың август аҙағында, Мәскәү ҡалаһындағы М. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына (институтына) уҡырға китеп барғанда, Өфө – Мәскәү поезында таныштыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1382 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ул – минең тәүге мөхәббәтем һәм һуңғыһылыр, моғайын. Мәктәп йылдарынан уҡ оҡшаттым. Ул да мине ярата ине. Осраша башланыҡ. Күргән һайын күңелем уға тартылды, унан башҡа берәү ҙә кәрәкмәй, хатта унһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереүҙән ҡурҡтым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1433 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡот һәм йәм өҫтәй Үҙәккә үтерлек һыуыҡтары, ыжғыр бурандарына ҡарамай, барса халыҡ Ғашиҡтар көнөн билдәләй. Бер-береһен өҙөлөп һөйгән йөрәктәрҙең иң яратҡан, иң көтөп алған байрамдарының береһе ул. Был көндә һәр кем берҙән-беренә бүләктәр бирә, яҡындарына “валентинка”лар тарата. Ғашиҡтар көнөн кем нисек ҡаршылай һәм үткәрә икән, әйҙәгеҙ, бер нисә ғашиҡ йәндең, мөхәббәтле кешеләрҙең һүҙҙәрен тыңлап алайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 914 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөйгәнеңә нимә бүләк итергә? 1. Йөрәк формаһындағы һауытҡа һалынған тәм-томдар. Матур ҡумта һатып алып, унда һөйгәнегеҙ яратҡан шоколад, кәнфит, печенье тултырығыҙ.
2. Йөрәк биҙәктәре төшкән гәлсәр фужерҙар йәки матур, затлы быяланан эшләнгән бокалдар. Тик улар мотлаҡ икәү булырға тейеш.
3. Тышлығында йөрәк һүрәте булған, ә тәүге биттәренә икегеҙҙең дә иң бәхетле минуттарҙа төшкән фотоларығыҙ ҡуйылған альбом.
Ком: 0 // Уҡынылар: 904 тапҡыр // Тотош уҡырға
Азалия мәктәптә уҡығанда үҙенән дүрт йәшкә өлкән Булатҡа ғашиҡ була. Баҡтиһәң, егет тә ҡыҙға күҙ һалып йөрөгән икән. Йәштәр араһында шулай дуҫлыҡ күпере һалына. Уларҙың мөнәсәбәте, беҙ ҡапсыҡта ятмаған кеүек, ата-әсәләренә барып ишетелә һәм егет менән ҡыҙҙың дүрт быуын туған булыуҙары асыҡлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1287 тапҡыр // Тотош уҡырға
Валентиндың изге эштәре14 февралдә бөтөн донъяла Ғашиҡтар көнө билдәләнә. Изге Валентин байрамы тип тә йөрөтәләр уны. Асылда был байрам Европанан килеп ингән. Уның барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған Валентин хаҡында мәғлүмәттәр аҙ. Ул III быуатта Рим империяһының Терни ҡалаһында йәшәгән. Ә был ваҡытта император Клавдий, ваҡыттарын тиккә уҙғармаһындар тип, үҙенең ғәскәрендәге легионерҙарға өйләнергә рөхсәт бирмәгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1098 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 Алға
Бит башына