Таиланд ветеринарҙары 25 йәшлек ташбаҡаға операция яһаған. Уға “аҡса муҡсайы” (копилка) тип исем ҡушҡандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 48 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күгәрсендәр почта ташыйДонъяла күгәрсендәрҙең 800 төрө бар тип иҫәпләнә. Улар ҙурлығы, кәүҙә төҙөлөшө, төҫө, осоу һәләте буйынса айырыла. Рәсәйҙә күгәрсендәрҙең 200 самаһы төрө осрай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 45 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда – Көньяҡ Уралда һәм Урал аръяғында мөһабәт, күркәм ҡарағас үҫә. Ҡарағайҙар ғаиләһенә ҡараған был ағас, ғәҙәттә, ҡатнаш урмандарҙы үҙ итә, шыршы, аҡ шыршы, йүкә ағаслыҡтарында ла осрай. Ҡарағас ылыҫын ҡышҡылыҡҡа ҡоя, затлы һаналған ҡаты үҙағаслы, яҡтылыҡ яратыусан. Ҡарағастың киң конус рәүешендәге сатырлы төҙ олононоң диаметры – метрға, бейеклеге 25–37 метрға етә, һәм улар өс-дүрт быуат йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 48 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәпкә үләне Ишек алдын күпереп баҫып алып үҫә, һуҡмаҡ ситтәрендә лә күп. Уны сәскә атҡан ваҡытында, тамырын йолҡоп сығармай ғына йыйырға кәрәк. Был үлән ҡан тамырҙарын нығыта, ҡанды ҡуйырта. Ошо сифаттары өсөн уны ҡан туҡтатыу сараһы итеп ҡулланалар. Бөйөрҙәге, үт ҡыуығындағы таштарҙы сығара, нервыларҙы тынысландыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 63 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡ әремХалыҡ медицинаһында иң шифалы үләндәрҙең береһе һанала. Ашҡаҙан-эсәк ялҡынһынғанда, ағыуланғанда ярҙамы әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Ауыҙҙағы насар еҫте лә бөтөрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 49 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Быуар йылан” Ауылыбыҙҙан бер апай бесән сабып йөрөгәнендә ҡаршыһына ғәләмәт ҙур йылан килеп сыҡҡан, имеш. Апай ҡурҡышынан хатта һушы китеп йығылған, ти. Был турала хәҙер тотош ауыл гөрләп тора. Шулай булмай: Ирәндек һынлы Ирәндек буйында әкиәттәрҙә генә була торған быуар йылан үҙе йөрөп ятһын әле! Баштараҡ ҡолас буйлыҡ, беләк йыуанлыҡ һөйрәлеүсе тора-бара аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, баҫрау оҙонлоҡ, тумрау йыуанлыҡ булып китте. Торғаны менән аждаһа инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 47 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғәт барыһын да тигеҙләй Бер мәл туҙбаш йыландар күбәйеп китте. Өй нигеҙендә бала сығарҙылармы, төрлө оҙонлоҡтағылары килеп сыҡҡылай. Мунса тирәһендә лә күренәләр. Эҫе көндәрҙә ҡыҙынырға баҡсаға сығыр булдылар, тирәһенә сәскәләр сәселгән ҙур таштар өҫтөнә менеп яталар, ләкин эңер төшөү менән юғалалар. Сәбәбе киске һалҡынлыҡтан түгел ине. Нәҡ ошо ваҡыт баҡсаның икенсе хужалары – терпеләр йөрөй башлай. Уларҙың ояһын беләм – тиреҫкә яҡын ғына урында ла бар, картуф баҡсаһы аръяғындағы селек төбөндә лә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туҙбаштың ағыулыһы бармы? Был йыландар ғаиләһенә мең ярымдан ашыу төр инә. Улар үҙҙәре өс төркөмгә бүленә: ысын, йәғни ябай, ялған һәм “медянка” тип аталғаны. Һуңғыларын күптәр, хатта белгестәр ҙә туҙбаштар рәтенә ҡуйырға икеләнә. Туҙбашты беҙ зыянһыҙ йылан булараҡ беләбеҙ, ләкин улар араһында саҡҡан саҡта ағыу бүлеүселәре лә бар. Тик шыйыҡсаһы кеше өсөн ҡурҡыныс түгел, саҡҡан урын тирәләй ҡан һауыуы, күгәреүе генә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 31 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда ташҡындан һуң ҡала һәм ауыл ерҙәрендә йылға үҙәндәрен таҙартыу ойошторола. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында аңлатыуҙарынса, был йылғаларҙа һыу ағымын көсәйтеү, киләһе йылда ташҡын осоронда мөлкәткә зыянды кәметеү өсөн кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 35 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡандракүлгә 100-ҙән ашыу аҡҡош ҡайтҡанҠандракүлдә 100-ҙән ашыу аҡҡош оялаған. Әле улар бала сығара. Аҡҡоштар йыл һайын “Ҡандракүл” тәбиғәт паркына ҡайта һәм уның ғорурлығы һанала. Республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән һоро ҡаҙ, ҡарағаҙ, көйөлдө, аҡбаш сыпҡай, ышылдаҡ аҡҡош осош ваҡытында Ҡандракүлгә ял итергә төшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 30 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 Алға
Бит башына


Только здесь можно сделать ставки на киберспорт с начальным капиталом без регистрации. Изготовление автомобильных ключей в Химках