Билет алам тиһәң...Һунарсылыҡ буйынса яңы ҡанундарға үҙгәрештәр индергәндән һуң, билет алыу, элеккеһен алыштырыу тәртибе еңелләште. Быға тиклем һәр һунарсы 31 мартҡа ҡәҙәр йыл һайын билетын киренән теркәтеп, ә биш йыл һайын алмаштырып торҙо. Унан да бигерәк, уны ниндәйҙер аныҡ һунарсылыҡ йәмғиәте бирҙе. Һунарсы тәғәйен урында ғына ауға сыға ала ине. 2011 йылдан Рәсәйҙә ошондай документтарҙы дөйөм һунарсылыҡ билетына — дәүләт өлгөһөндә эшләнгәндәренә — алмаштырыу башланды.

Билетты Рәсәй Федерацияһының бәлиғ булған һәр гражданы алырға хоҡуҡлы. Тик уға енәйәт эше ҡуҙғатылып, суд ҡарары ғына сығарылмаһын.
Элекке законда техник хәүефһеҙлек, һунар минимумы буйынса айырым имтихан ҡаралғайны. Хәҙер ҡанундар эште еңелләштерҙе, кешегә һунар минимумын ғына белергә кәрәк, имтихан ҡаралмаған. Шулай уҡ билеттар ҙа сикһеҙ ваҡытҡа бирелә — алмаштырылмай. Һунарҙа йөрөп таушалһа, яңыһын алырға була. Хәҙер ниндәй документтар кәрәклеген аныҡлайыҡ.
1. Паспорттың күсермәһе. Бөтә бите лә кәрәкмәй. Тик 2—3-сө биттәр генә — унда паспорттың кем тарафынан һәм ҡасан бирелгәнлеге, исем-шәрифегеҙ яҙылған, фотоғыҙ йәбештерелгән. Шулай уҡ пропискағыҙ — теркәлеү мисәте һуғылған 5-се бит тә бер данала кәрәгер.
2. Ике төҫлө йәки 25х35 миллиметр ҙурлыҡтағы ҡара-аҡ төҫтәге фото бирелә.
3. Иҫке һунарсы билетын тик теркәлеү ваҡыты үтмәгән осраҡта тапшыра алаһығыҙ.
4. Ғариза өлгөһө дөйөм һунарсы билетын алырға тейешле органдарҙа тултырыла.
5. Енәйәт эше ҡуҙғатылмауы тураһында белешмә бирергә кәрәкмәй. Һеҙ мөрәжәғәт иткән башҡарма власть органдары үҙҙәре Эске эштәр министрлығынан һоратып ала. Ризалығығыҙҙы белдереп, тейешле документҡа ҡул ғына ҡуйырға ҡала.
Яңы билет бушлай бирелә, дәүләт пошлинаһы түләү талап ителмәй. Бар мәшәҡәт иң әҙе биш көн эсендә башҡарыла, ләкин былар әле һеҙ һунарсы булып киткәнде аңлатмай. Билет (серияһы менән һаны) дәүләт реестрында теркәлергә тейеш. Почта (электрон һәм ябай хат аша) йәки телефондан хәбәр килгәс кенә, һунарға рөхсәт бирелгән тип иҫәпләнә.