Ҡыҙыл түшелдерек, ҡара бүрек...

16-01-2018, 00:03 // Ҡырағай мөхит // Баҫып сығарырға
Ҡыҙыл түшелдерек, ҡара бүрек...Ҡупшыҡай ҡыҙылтүште башҡа бер ҡош менән дә бутау мөмкин түгел. Бигерәк сағыу шул ап-аҡ ҡарға күмелгән ағас ботағында ултырған ҡып-ҡыҙыл түшелдерекле, ҡара бүрекле ҡошҡай.

Беҙҙең яҡтарға улар көҙөн-ҡышын әскелтем миләш, балан емештәрен ауыҙ итергә, саған ағасы бөрөләрен сүпләп туҡланырға ҡайта. Ҡыштың икенсе яртыһында Уралдың һалҡын, ҡарлы-буранлы ҡышынан туйып, әкренләп көньяҡҡа табан юл алалар.
Йәй һуҙымында күкһел зәңгәр төҫтәге ваҡ ҡына төрткөләр менән ҡапланған йомортҡа һалалар. Инә ҡош уларҙы 13 — 15 көн тирәһе баҫып ултыра. Атаһы ашарға ташый, һирәк-һаяҡ инәһен алмаштыра. Ҡошсоҡтар май айында һәм июндең беренсе яртыһында донъя күрә. Ояла 15-16 көн тирәһе йәшәйҙәр. Уларҙы ҡоштар алмашлап туйҙыра.
Улар — йырсы ҡош. Инәләре бигерәк тә оҫта була: ҡайһылары башҡа ҡоштарҙың һыҙғырыуын отоп алып та ҡабатлай. Европа илдәрендә элек-электән моңло һайрарға өйрәтеү алымдары ҡулланылған. Ҡанаттары нығынып бөтмәгән ҡошсоҡтарҙы оянан алып өйрәткәндәр.
Башҡортостан — төрлө ҡоштарға бай төбәк. Беҙҙең яҡтарҙы ваҡыт­лыса төйәк иткән ҡыҙылтүш ҡыш көнө тирә-яғыбыҙҙы биҙәй.