Бал ҡортоноң бейеүе ни аңлата?

16-01-2018, 00:03 // Ҡырағай мөхит // Баҫып сығарырға
Бер килограмм бал йыйыр өсөн бал ҡортона 300 мең километр осорға кәрәк, шул саҡта ул 19 миллион сәскәгә ҡунырға тейеш.
Әлбиттә, бер бал ҡорто бөтә ғүмере буйына ла был тиклем эште башҡара алмай. Ул ни бары 30-35 көн йәшәй. Бер эш көнөндә сәғәтенә 6,5 километр тиҙлек менән осоп, яҡынса ете мең сәскәгә ҡуна.

Уның бөтә ағзалары ошолай нектар йыйыу өсөн ҡулайлашҡан: махсус щеткалар һәм артҡы аяҡтарында кәрзиндәр, унда ул һеркәләрҙе йыя ла икенсе урынға күсерә. Хатта ҡатмарлы сигнал биреү ағзаһы балға бай сәскәләр үҫкән урын хаҡында хәбәр итеп тора.
Шулай итеп, бал ҡорттары йәй буйы эшләй, йыйған запастары, ғәҙәттә, кәрәк булғандан күберәк булып сыға: үҙҙәренә лә, кешеләргә лә етә. Шулай уҡ бал ҡорттарының ояға ҡайтҡас та уның тирәһендә осоуын, йәғни “бейей башлауҙары”н күреүселәр бар. Был бейеүҙең мәғәнәһен ғалимдар яңыраҡ асыҡлаған. Бейеүҙең характерына ҡарап, “разведчик” бал ҡорттарының ҡайҙа, ниндәй алыҫлыҡта сәскәләрҙең күплеге хаҡында хәбәр итеүен билдәләгәндәр.
Бал ҡорттарының геүләүе лә билдәле бер мәғәнәгә эйә.