ИмәнИмәндәй ныҡлы тиҙәр таҙа-һау ир-азамат хаҡында. Ысынлап та, был әйтемде кешенән ағасҡа күсерһәң дә, унан да ныҡлы ағас яҡын-тирәбеҙҙә юҡ.


Беҙҙең яҡта үҫкәндәрен “ябай” имән тип йөрөтәләр. Русса уны “обыкновенный” тиҙәр, икенсе төрлө атамаһы — “черешковый”. Уныһы инде сәтләүегенә бәйле. Имән сәтләүегенең оҙон “аяҡтары” бар, йәғни, русса әйткәндә, “черешки”.
Бына ошондай имән үҫә беҙҙә. Әйткәндәй, ул ағас Көньяҡ Уралға табан һирәгәйә барып, Себер тарафтарында бөтөнләй күренмәй, йәғни имәндең таралыу даирәһе – Пиреней ярымутрауынан башлап Уралға тиклем.
Белгестәр фекеренсә, имән башлыса 250 йәшкә етә, хатта оҙонораҡ ғүмерле лә була. Яҡтылыҡты ярата. Ҡуйы урманда ул бүтән ағастарҙан бер башҡа оҙонораҡ булырға тырыша. Урманда ул төп-төҙ булып үҫһә, асыҡлыҡта ирәйеп, иркенләп китә, көслө ботаҡтарын тармаҡ­ландырып ебәрә. Йәш үҫентеләр, яҡты­лыҡ эҙләп, “кәүҙәләрен” миҙгел эсендә әллә нисәмә тапҡыр борғолай. Шуға оло ағастарҙың олононда, ботаҡтарында “борғоланыу” эҙҙәрен күрергә мөмкин.
Йәш үҫентеләрҙең ботаҡтарының ҡа­бығы шыма, йәшкелт-ҡыҙыл төҫтә, ә олононоҡо — ҡараһыу. Олононоң ҡабығы ҡытыршы, әйтерһең дә, ярғыланып бөт­кән. Ағас ни тиклем ҡарт булһа, бураҙ­налары, һырҙары ла шул тиклем тәрә­нерәк.
Имән май айында япраҡ яра, ләкин япраҡтары башҡа ағастарҙан ике аҙна самаһы һуңыраҡ күренә. Бының сәбәбен йылы яратыуына бәйләйҙәр. Шулай итеп, ул һуңғы ҡырауҙарҙан япраҡтарын һәм сәскәләрен ҡурсалай. Әйткәндәй, сәскәләре япраҡтары менән бергә ата. Көҙөн иһә имән япраҡтарын ауыр ҡоя. Һарғайған һәм кипкән япраҡтарҙың ҡыш та елберҙәп тороуын күрергә мөмкин. Сәскәгә килгәндә, уның атаһы ла, инәһе лә айырым була.
Имән орлоғо — сәтләүеге — сентябрь-октябрҙә өлгөрә. Уларҙың оҙонлоғо — 2-3 сантиметр. Өлгөргән орлоҡ һоро төҫкә инә. Бер сәтләүектә күпселектә бер генә орлоҡ була, бик һирәк кенә — ике йәки өс. Орлоҡтоң иң күп сағы өс-ун йылға бер тура килә. Был инде йылдың нисек килеүенә бәйле. Сәскә атҡан осорҙа ҡаты ҡырауҙар булһа, орлоҡ та була.
Имәндең тамырҙары ныҡлы. Ошо тиклем мәғрур олондо тотоп тороу өсөн ниндәй тамыр кәрәклеген күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Сәтләүектән иң башта үҙәк тамыр бүртеп сыға. Тәүге йылда уның оҙонлоғо 50 сантиметрға етергә мөмкин. Тамыры олонона ҡарағанда тиҙерәк үҫә. Был, әлбиттә, тәүге бер нисә йылда ғына шулай була. Билдәле бер тәрәнлеккә еткәс, ағастың олоно үҫә башлай. Уның ныҡлы үҫеше 30-50 йылға тиклем күҙәтелә.
Шытым тәүге йылдарҙа тиҙерәк үҫһә лә, һуңғараҡ ул бер йәйҙә 1-1,5 санти­метрға ғына ҡалҡа. Үҙәк өлөшөнөң осо ҡорой. Уның ҡарауы, ике яҡлап ботаҡтар сыға. Ошо хәлдә үҫенте 10-12 йыл ултырырға мөмкин. Һуңынан ғына “ағас төҫөнә” инә башлай: тармаҡлана, олоно үҫешә. Әйткәндәй, имән орлоҡтан ғына таралмай. Әгәр ағасты киҫһәң, уның “йо­ҡосо” бөрөләре уяна һәм төп эргәһендә ике-өс үҫенте килеп сыға. Олон юҡ, ә тамыр әлеге үҫентеләргә ғүмер бирә. Уларҙы “һыу эйәләре” тип йөрөтәләр. Япраҡтары ҙурыраҡ һәм йомшағыраҡ була. Олондары ла орлоҡтан сыҡҡандарына ҡарағанда көсһөҙөрәк.
Имәндең файҙалы яғы бик күп, ҡулланыу йәһәтенән дә алыштырғыһыҙ ағас. Уның йәш ботаҡтарынан яһалған миндектең бик шифалы икәнлеген ба­рыбыҙ ҙа белә. Шулай уҡ йәш ботаҡ­тарының ҡабығын эс ауыртҡанда, мал­дың эсе киткәндә файҙаланалар. Оло­нон борондан төҙөлөштә ҡулланғандар. Унан тәгәрмәс, һуҡа, һабан яһағандар. Археологтар хатта имәндән эшләнгән ҡоралдар ҙа тапҡан. Хәҙерге Өфө урынында Имәнҡала булғанлығын, мең ырыуының ағасы имән булыуын иҫкә төшөрөү ҙә күп нәмә тураһында һөйләй.
Бөгөн дә имән төҙөлөштә күп ҡулла­ныла. Ә урман йәнлектәренә, ҡоштарына күпме аҙыҡ бирә ул! Уның сәтләүеге менән сысҡандар, ҡабандар, мышылар, айыуҙар туҡлана, башҡа бик күптәр ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ һәм май туплай.
Халҡыбыҙ ғаиләһенә, туғандарына һәм халҡына ҡалҡан булырҙай ир-егеттәрҙе юҡҡа ғына имәнгә тиңләмәй икән шул!