Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йыртҡыс”. Булған хәл
“Йыртҡыс”. Булған хәлҺәлмәк сайҡалған вагонда бәүелә-бәүелә Өфөләрҙән ҡайтып киләбеҙ. Купела аулаҡ, иркен — икәүбеҙ генә. Юлдашым оҙон кәүҙәле, йәшлек дәрте ташып торған ҡаҡса егет. Һөйләшеп киттек. Үҙебеҙҙең урман яғы булып сыҡты. Исеме Солтан икән.


Уйсаныраҡ тәбиғәтле Солтандың сикәһе менән маңлайындағы күптән түгел уңалған тәрән йәрәхәт бураҙналарына иғтибар иттем. Егет быны һиҙҙе, буғай, уңайһыҙланғандай:
— Нимә, ағай, матурмынмы? — тип көлөмһөрәне. Күренеп тора, йөҙөндә ғүмер ахырынаса ҡаласаҡ яра эҙҙәренә ул әле күнегеп өлгөрмәгән, шуға күрә уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерә ине.
— Әллә ни матурлығы юҡ һымаҡ, — тинем, ҡапыл ғына башҡаса һүҙ таба алмай. — Ҡайҙа шул тиклем “биҙәнеләр” һуң?
Әлеге һорауым Солтанды еңелдән булмаған хәтирәләргә һалды кеүек: күпмелер ваҡыт өндәшмәй барҙы. Мин дә ҡабатлап һүҙ ҡушманым. Ахырҙа ул түҙмәне шикелле:
— Һөйләһәм дә ышанмаҫһығыҙ әле. Хатта көлөрһөгөҙ, — тип көрһөндө.
— Шул тиклем әҙәм ышанмаҫлыҡ хәлгә тарыныңмы ни? — мин өҙөлә яҙған һүҙҙе ялғарға ашыҡтым.
Егет тағы бер аҙ шәмле бағаналар йылтлап үткән ҡараңғы тәҙрәләргә текәлгән көйө төндө күҙәтеп барҙы. Ул икеләнә ине.
— Һунар яратам мин, ағай, — тине, ниһайәт, ҡалҡынып, — яманмы ул, яҡшымы, әммә шул иреккә ҡоршау булып ятҡан шөғөлһөҙ һис тора алмайым. Ял көндәрен урман-ҡырҙарҙы гиҙергә әүәҫмен. Табыш апҡайтыуҙан былайыраҡ, тәбиғәтебеҙ менән яҡындан аралашыуҙан оло йәм табып, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Көтөп алған ялымда һунарға сыға алмай ҡалам икән, мин кеше түгел...
Түҙемһеҙләнеп, ҡыҙыҡлы (ҡыҙыҡлы микән?!) хәлдең дауамын көттөм, ләкин һүҙгә әллә ни йомартлыҡ күрһәтмәгән әңгәмәсем ҡабаланманы, икеле-микеле ултырыуын белде. Ул нимәнелер йәшерә һымаҡ, асылғыһы килмәй ине. Мин, йөҙөмә битараф ҡиәфәт сығарып, башымды артҡа ташланым да күҙҙәремде йомдом. Йәнәһе, һөйләнең-һөйләмәнең — минең өсөн барыбер. Ошо яһалмалыҡ Солтанға тәьҫир итте, буғай, ул тамаҡ ҡырып ҡуйҙы ла ихласлап һүҙгә кереште.
— Һунарға сыҡҡан һайын гелән бер тарлауыҡ аша үтергә тура килә, — Солтандың инде икеләнеүенең эҙе лә ҡалманы. Уның үҙ шөғөлөнә мөкиббән киткән хас һунарсыларса күҙҙәрендә шаян осҡондар уйнап үтте. — Бер яҡтан — Һаҡмар йылғаһы, икенсе яҡтан — тау. Башҡаса юлы юҡ. Нисәнсе үтеүем булғандыр, Хоҙайға ғына мәғлүм, бер сәйер нәмәгә иғтибар иттем: шул урында этем ҡуянды күтәрә лә, күп ара ла ҡыумай, эҙҙе юғалта ла ҡуя. Шунан, ғәфү, хужам, мин ғәйепле, булдыра алманым тигәндәй, һәленеп төшкән телен йыйып ала алмайынса, ҡойроғон болғай-болғай ярамһаҡланып кире килә. Был юлы ла шулай ҡабатланды. Мин аптырай төштөм: Аҡтырнағым, ябай ғына булһа ла, улай-былай нәҫелле эттәреңә алмаштырғыһыҙ. Эҙ яҙлыҡтырып бик һирәк йәнлек ҡотола унан.
Башҡа саҡта ҡуян ише тарамышҡа әллә ни иғтибар итмәйем. Ҡайһы саҡ, ҡайтып барышлай ғына, һирәкләп атып алғылайым. Төрлөлөк өсөн генә. Әммә бында айырым осраҡ. Бер нисә тапҡыр рәттән минең этте албырғатып китә алған ниндәйерәк кейек икән был тип, байтаҡ ҡына урау ара үтергә кәрәк булһа ла, арттарынан төштөм.
Яңы эҙҙәр ҡырпаҡ ҡарҙа ярылып ята, яҙлығып китеүең мөмкин түгел, һырынты ҡалынлығы ҡаршылыҡмы ни, барыуы еңел дә, күңелле лә. Йөнтәҫ табандарының ипһеҙ яҫылығына самалағанда йәшәгән ҡуян булырға тейеш. Йәшәгән, тимәк, күпте күргән. Ә ундайҙарҙы эләктереүе ауыр.
Бына кейек шырлыҡ аша сыҡҡан да туранан-тура тартып асыҡ урынға, тауға ҡарап һыпыртҡан. Түбә һыртындағы һирәк, зәғиф ҡайынлыҡҡа йүнәлгән. Был миңә шунда уҡ сәйер күренде: йүнле ҡуян һаҙлыҡты ташлап китәме? Үргә табан булыуға ҡарамаҫтан, аҙымдарымды йышайтып, алға йомолдом. Мине инде һунар ҡомары солғап алған ине. Эргәһендә таяныс тойоп ҡанатланған этем йәнә тегенең артынан сапты. Хәҙер мин туҡталып көтөргә тейеш: эт ҡуянды ҡаршыма килтереп сығара. Тик, күпме торһам да, ләүкелдәп өргәне лә, ғәҙәттәгесә, ҡыуаныслы ауаздары ла ишетелмәне. Ғәжәпһенеп ары ҡуҙғалдым. Күп тә барманым, шәйләнем ҡылый күҙҙе. Ҡайҙа тиһеңме? Ағас башында! Ысын! Ауышыраҡ үҫкән ҡарт ҡайындың ерҙән ике-ике ярым метр бейеклектәге кәкреһенә менеп ҡунаҡлаған да ирәйеп ултыра. Уңайлы ла, ҡурҡыныс та янамай. Әһә, мәйтәм, шуға ла башың етәме ни һинең, оҙон ҡолаҡ. Вәт, хәйләкәр, ә! Мутлаша белә икән! Табыш көҫәп ярһыған Аҡтырнаҡ, уны-быны аңғармай, ары үтеп киткән. Ҡуянды ағас башында ултыра тип ниндәй эттең башына килһен!
Ҡушкөбәгемде тәтегә ултырттым да ҡуянға тоҫҡаным, үҙем уйлайым: “Үҫеп ултырған ҡайын ботаҡтары араһынан ҡуян атып төшөрҙөм әле тиһәм, кем ышаныр икән?” Шул ваҡыт башыма, үҙемсә, шәп фекер килде: хәйер, әллә ҡайҙан ялтлап ултырған аңра ҡуянды атып алыуы бер ваҡытта ла һуң булмаҫ, тереләй тотоп ҡарағанда... Ҡарар ителгән — эш­ләнгән. Саңғыларымды ысҡындырып, мылтығымды ағасҡа һөйәнем дә яҡынлаша башланым. Үтә һаҡ ҡыланам. Ҡуян тигәс тә. Әммә... ҡуяным ҡымшанмай ҙа. Күңелгә, әллә тере түгелме был, тигән шик йүгерҙе. Бөтөнләй яҡын килгәс, шигем таралды: кейек теп-тере, хатта серем итеп ултыра. Ҡуянды күҙҙәре асыҡ килеш йоҡлай тигән булалар. Буш һүҙ! Күҙҙәрен йомоп йоҡлай был. Рә­хәтлектең сигенә сыҡҡан. Йәнә­шәһендә әжәле баҫып торғанын да һиҙмәй. Үҙ-үҙенә шул ҡәҙәре ышаналыр инде, йәнәһе, буй етмәҫлек бейеклеккә күтәрелгән берәү.
Оҙон-оҙаҡ уйлап тормаҫтан, ынтылып, тегенең шымтайған ҡолаҡ­тарынан эләктереп тә алдым. Шул саҡ бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды. Ҡапыл тупаҫ ҡағылыуҙан яман биленләп ҡото алынған йәшәмеш, борғолана-һырғалана, йәнтәслимгә тулай башланы. Туламайса, йән һәр кемгә ҡәҙерле. Бер кемдең дә бушалағайымға ҡорбан булғыһы килмәй. Ошоно мәлендә генә уйлап еткермәгәнмен. Енләнгән йәнлекте миңә шул әҙере ебәрергә кәрәк булған да бит. Юҡ шул, ебәрмәнем. Тере ҡуян алып ҡайтам, йәнәһе.
Ошоғаса зарарһыҙға, хатта меҫ­кенгә һанап, бахырға сығарып йөрөгән ҡуяным, нисектер, әйләнә килеп, артҡы ҡуш тәпәйләп, үткер тырнаҡтары менән минең битте һыҙырҙы. Шунда уҡ күҙ алдарым ҡараңғыланды ла ҡуйҙы. Ике ҡуллап битемде ҡапланым. Күҙҙәрҙе асырға ҡурҡам, һытылып аҡҡандыр, тип уйлайым. Сорлап ҡан бәргәнен тоям, саңғыларҙы ла, мылтыҡты ла табыр әмәл юҡ. Томана көйө ни. Иштем бит ишәк сумарын.
Бата-сума тәнтерәкләп тоҫмал менән ауыл яғына ыңғайланым, ләкин көсөм күпкә етмәне. Бер аҙҙан имгәкләп, унан инде шыуышып киттем. Ҡанһырауҙан хәл бөтөнләй мөш­көлләнде. Хыт ят та үл. Ысынлап та, әжәлем ошолор, күрәһең, тип үкенеп бөтә алмайым. Яҡты донъя менән бәхилләшә башланым. Бер ҡорсаңғы ҡылый арҡаһында ни хәлгә төштөм. Ояты ни тора!
Көпшәк ҡарҙы ярып бара торғас, ҡатыға һуғылғанымды тойҙом. Был тапалған юл ине. Аръяғын хәтерлә­мәйем, һушымды юғалтҡанмын. Шулай ҙа көнөм бөтмәгән икән, бә­хетемдән, осраҡлы юлсылар табып алып ҡайтҡан. Дауахана палатаһында иҫемә килдем. Яраларымды теккән­дәр, ҡан ебәргәндәр — береһен дә белмәйем.
— Йә, егет, ниндәйерәк мажараға тарының? — ти дауалаусы табип, — тик дөрөҫөн һөйлә, беҙгә милицияға отчёт бирәһе.
Мин ҡапыл-ғара юғалып ҡалдым. Ҡуян ҡалдырҙы ошо көнгә, тиһәм, эсен тырнап көләсәк. Ышанмаясаҡ! Күҙҙәренә тура ҡарарға ҡыймайса:
— Йыртҡысҡа тәл булдым, — тип алдаштым, — шатунға.
— Тимәк, шатун? — Теге көлөмһөрәй.
— Шулай...
— Нисек һуң битеңде генә?
— Берҙе сапсыны ла... әйләнеп ҡасты. Эттән ҡурҡты микән...
— Әләйһәң, ул бик мәрхәмәтле тайыштабан булған. — Табип һаман серле йылмая, һүҙҙәремә ышанма­ғаны күренеп тора, — шатун айыуҙан, ғәҙәттә, ҡотола алмайҙар...
Мин өндәшмәйем, сараһыҙҙан алдашыуыма оялам.
Өфөгә ебәрҙеләр, ике айҙан ашыу дауаландым. Йөҙөм әҙәм ҡарағыһыҙ йәмһеҙләнеп ҡалһа ла, күҙҙәрем иҫән булыуына шатмын. Шулай, аптырама, ағай, ҡуяндың ҡуяны мәле менән көсөн, холҡон күрһәтергә һәләтле, үҙ-үҙен яҡлай белә икән. Ни ҡылмаҡ, ҡуяндың да оҙағыраҡ йәшәгеһе килә: һунарсы кешегә ошоно иҫтән сығарырға ярамай.
— Ҡайтҡас, теге “йыртҡысты” ни эшләтерһең икән? — тип ҡыҙыҡһын­дым, — атып алырһың инде.
— Юҡ, атмайым, — Солтан ҡырт киҫте. — Йәшәһен. Беҙҙең урманда кейектең ундайы, бәлки, берәү генәлер. Йәнен ҡыйырға ҡулым күтәрелмәҫ.
Магнит вокзалында йылы хушлаштыҡ. Солтан минең ҡайҙа йәшәүемде һорашты ла үҙ яғына китте, мин — үҙ яғыма. Әйтергә кәрәк, ишеткәндәрем мине аптырауға һалды. Оҙаҡ ҡына баш ватып йөрөнөм: хәлдең шундайы булыуы мөмкинме? Һунарсы менән балыҡсыға ышанһаң...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кеше һәм тәбиғәт

Кеше һәм тәбиғәт 30.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Был урманда ниндәй серҙәр бар? Күҙе генә түгел, күңеле лә асыҡ кешегә тәбиғәт, тирә-яҡ мөхит асып...

Тотош уҡырға 108

Шүлгәнташтың мөмкинлеге ҙур

Шүлгәнташтың мөмкинлеге ҙур 27.11.2018 // Ҡырағай мөхит

2020 йылда Башҡортостандың Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙе ЮНЕСКО-ның Бөтә...

Тотош уҡырға 47

Тағы бер аҡҡошто ҡотҡарҙылар

Тағы бер аҡҡошто ҡотҡарҙылар 21.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Әбйәлил районының Йәнгел ауылы янында бер аҙна элек табылған аҡҡошто Магнитогорск ҡалаһы...

Тотош уҡырға 91

Мәскәү археологына штраф һалынды

Мәскәү археологына штраф һалынды 19.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Белорет район-ара суды Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Мәскәү ҡалаһынан килгән археологҡа...

Тотош уҡырға 120

Ике айҙа – 168 меңдән ашыу үҫенте

Ике айҙа – 168 меңдән ашыу үҫенте 18.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостанда сентябрҙән башлап октябрь аҙағына тиклем “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһы...

Тотош уҡырға 72

Аҡҡоштар ҡотҡарылды

Аҡҡоштар ҡотҡарылды 13.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Ишембай районының Верхотор ауылында быуа туңыу сәбәпле, ундағы аҡҡоштар һәләк була яҙғайны....

Тотош уҡырға 84

Төлкөләр ауылдарға килә

Төлкөләр ауылдарға килә 08.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Бишбүләк ауылының Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнгән балалар бина эргәһендә төлкө күреп ҡала һәм...

Тотош уҡырға 125

Иң таҙа һәм тәмле һыу ҡайҙа?

Иң таҙа һәм тәмле һыу ҡайҙа? 07.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Саф һыулы шишмәләрҙе әүәл-әүәлдән кешеләр ҡәҙерләп һаҡлаған, хәстәрләгән. Дыуан районында ошо...

Тотош уҡырға 92

Асҡын мәмерйәһе биләмәһе төҙөкләндерелде

Асҡын мәмерйәһе биләмәһе төҙөкләндерелде 06.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Республиканың был тәбиғәт ҡомартҡыһы янында ҡунаҡ бүлмәһе булған һаҡ йорто төҙөлгән, тау йылғалары...

Тотош уҡырға 82

Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн сенсация: йылға бағыры тотолған!

Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн сенсация: йылға бағыры тотолған! 24.10.2018 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы аша аҡҡан йылғаларҙа борон, әле Ҡыҙыл китапҡа ингән, һирәк осрай...

Тотош уҡырға 165

Аһ, был урман!..

Аһ, был урман!.. 18.09.2018 // Ҡырағай мөхит

Туйындыра ла, уйландыра ла Әҙәм балаһының ғүмере улай уҡ сомтор түгел инде. Әммә шул арала ул...

Тотош уҡырға 155

Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы

Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы 28.08.2018 // Ҡырағай мөхит

Лилу ҡушаматлы көнгөрә Австралия йәнлектәр һаҡлау йәмғиәтенең иң ҙур бүләген аласаҡ. Ни өсөн?...

Тотош уҡырға 197