Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер бөртөк шырпынан
Бер бөртөк шырпынанҮҙенең ҡабатланмаҫ матурлығы менән яҙ миҙгеле кеше өсөн мәшәҡәттәр ҙә, хатта хәүеф тә тыуҙыра. Хәйер, быныһына инде күпселектә әҙәм балаһы үҙе ғәйепле. Бөгөн һүҙ ана шул кеше факторы тураһында.


Яҙҙы күптәр “баҡса миҙгеле”, “ҡыр эштәре ваҡыты” тип йөрөтә. Был сағында ауыл-ҡасабаларҙы, баҡса биләмәләрен, ауыл хужалығы тәғәйен­ләнешендәге баҫыуҙарҙы сүптән, көҙҙән ҡалған ҡоро-һарынан таҙарталар. Билдәле, уларҙы тейәп кенә оҙатыу мөмкин дә түгел һымаҡ. Бигерәк тә баҫыуҙарҙағын, яландарҙағын. Ләкин ошо “һымаҡ” бик ҡиммәткә төшөүсән.
Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской төбәк властарынан баҫыуҙағы ҡамылдарҙы, уҙған йылғы ҡоро үләнде яндырыуҙы ҡәтғи тыйыуҙы күҙәтеүгә алыуҙы талап итте. Быларҙан тыш, ауылдарҙа ла, баҡсаларҙа ла сүп-сар яндырыу тыйыла. Элегерәк урман эргәләрендә, һыҙаттар тирәләй һаҡлағыс арауыҡ була торғайны. Ғәҙәттә, ул дүрт-алты метр киңлектә, 30—40 сантиметр тәрәнлектә һөрөлгән “таҫма”нан ғибәрәт. Былар хәҙер ҙә мотлаҡ үтәлергә тейеш.
Ҡағиҙәне үтәмәгән саҡта сүп яндырған, янғын хәүефһеҙлеген булдырған ябай гражданға 1,5-3 мең һум штраф ҡаралған. Әлбиттә, был күп тә кеүек, күп түгел дә һымаҡ. Әммә эш штрафтамы ни? Яйлап беҙ сүп-сарҙы, ҡыйҙы тәғәйен урынға илтеп түгергә өйрәнергә тейеш. Һис сер түгел, хәҙер ауылдарҙа мал һаны ҡырҡа кәмене. Элек бесәнлек өсөн тартҡылаша торғайнылар, хәҙер иһә баҡса эргәһенә сыҡ та сап — үлән тубыҡтан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улары ла сабылмай. Шуға һәр кем үҙенең йорт алдын, баҡса артын ҡарап, сабып торһа, бик ҙур эш башҡарасаҡ.
Барлыҡ янғындарҙың 59 проценты урындағы халыҡ ғәйебе менән сыға. Һәр дүртенсеһе ауыл хужалығы тәғәйен­ләнешендәге ер­ҙәрҙәге ҡамылды, ҡалдыҡ һаламды, 13 процент урман янғындары ҡоро үләнде үртәүҙән килә.
Рәсәйҙә йылына ике миллион гектарғаса урман яна. Был рөхсәт ителеп һәм рөхсәтһеҙ киҫелгән ағастар майҙанынан ике-өс тапҡырға күберәк.
Урман — Башҡортостандың да иң ҙур тәбиғәт байлыҡтарының береһе. Ағастарҙың иң күп төрөнән ҡайын (26 процент), уҫаҡ (16,6), йүкә (12,5), ҡарағай (12,5), имән (10,2), саған (5,3) һанала. Тағы ла ҡара ерек, аҡ шыршы, йыла һәм башҡа ағастар үҫә. Улары 7,9 процент майҙанды биләй. Бына ошо саҡлы байлыҡты һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү — һәр кемдең бурысы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Бәләкәй болан”

“Бәләкәй болан” 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр....

Тотош уҡырға 80

Урман һаҡсылары

Урман һаҡсылары 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән...

Тотош уҡырға 65

Йыртҡыс булһа ла, кәмей баралар

Йыртҡыс булһа ла, кәмей баралар 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Шәшкеләр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән Башҡортта ниңә “шәшке” тигәндәрҙер инде, урыҫса “норка” тип...

Тотош уҡырға 69

Бүре тешенән ҡотолған

Бүре тешенән ҡотолған 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Ғафури районының Ибраһим ауылынан Мансаф Килмөхәмәтов Еҙем йылғаһына балыҡҡа йүнәлә. Боҙҙа мәке...

Тотош уҡырға 112

Кеше һәм тәбиғәт

Кеше һәм тәбиғәт 30.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Был урманда ниндәй серҙәр бар? Күҙе генә түгел, күңеле лә асыҡ кешегә тәбиғәт, тирә-яҡ мөхит асып...

Тотош уҡырға 128

Шүлгәнташтың мөмкинлеге ҙур

Шүлгәнташтың мөмкинлеге ҙур 27.11.2018 // Ҡырағай мөхит

2020 йылда Башҡортостандың Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙе ЮНЕСКО-ның Бөтә...

Тотош уҡырға 55

Тағы бер аҡҡошто ҡотҡарҙылар

Тағы бер аҡҡошто ҡотҡарҙылар 21.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Әбйәлил районының Йәнгел ауылы янында бер аҙна элек табылған аҡҡошто Магнитогорск ҡалаһы...

Тотош уҡырға 99

Мәскәү археологына штраф һалынды

Мәскәү археологына штраф һалынды 19.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Белорет район-ара суды Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Мәскәү ҡалаһынан килгән археологҡа...

Тотош уҡырға 132

Ике айҙа – 168 меңдән ашыу үҫенте

Ике айҙа – 168 меңдән ашыу үҫенте 18.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостанда сентябрҙән башлап октябрь аҙағына тиклем “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһы...

Тотош уҡырға 77

Аҡҡоштар ҡотҡарылды

Аҡҡоштар ҡотҡарылды 13.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Ишембай районының Верхотор ауылында быуа туңыу сәбәпле, ундағы аҡҡоштар һәләк була яҙғайны....

Тотош уҡырға 93

Төлкөләр ауылдарға килә

Төлкөләр ауылдарға килә 08.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Бишбүләк ауылының Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнгән балалар бина эргәһендә төлкө күреп ҡала һәм...

Тотош уҡырға 129

Иң таҙа һәм тәмле һыу ҡайҙа?

Иң таҙа һәм тәмле һыу ҡайҙа? 07.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Саф һыулы шишмәләрҙе әүәл-әүәлдән кешеләр ҡәҙерләп һаҡлаған, хәстәрләгән. Дыуан районында ошо...

Тотош уҡырға 99