Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Етеҙ ҙә һуң был “ҡайсы ҡойроҡтар”!

Илгәҙәк ҡошсоҡтарБик аҙ ғына ҡоштарҙың исемен кешегә ҡушалар йәки ниндәйҙер сифатты билдәләүсе итеп йөрөтәләр. Мәҫәлән, бөркөт – ҡыйыу сая егеттәрҙең булмышын билдәләүсегә, аҡҡош – тоғролоҡ, күгәрсен тыныслыҡ символына әүерелде. Шулай уҡ һөйгәндәренә “аҡҡошом”, “былбылым” тип өндәшеүселәр бар. Беҙ бәйән итәсәк ҡарлуғастар күптән инде һылыуҙарыбыҙҙың етеҙлеген, сибәрлеген күрһәтеүсе кеше исеменә әйләнгән. Ҡарлуғас исемле ҡыҙҙар күп, әҙәби әҫәрҙәр бар, композиторҙар көйҙәр яҙа, рәссамдар ҡылҡәләме менән картиналар ижад итә.


Һәр яҙ һайын барыбыҙ ҙа ҡарлуғастарҙы көтә. Хәйер, күп осраҡта уны үҙебеҙ һиҙмәйбеҙ, сөнки күңел яҙ һулышына зарыға. Ысын яҙ иһә борондан уҡ ошо ҡошҡайҙарҙың килеүе менән юралған. Ҡара ҡарғалар – яҙҙы хәбәр итеүселәр, сыйырсыҡтар моңон алып ҡайтыусылар булһа, ҡарлуғастар күренеү менән бар тәбиғәт йәнләнә, йәшәрә.
Был ҡошто таныуы ауыр түгел. Оҙон, осло ҡанатлы, айырсалы ҡойроҡло, нәҙек тәнле етеҙ ҡошҡай һис кенә лә тик тормай. Төҫөн былай тип һүрәтләп була: тимер күк-ҡара, күк­рәк һәм ҡорһаҡ өлөшө аҡһыл-һоро, йәштәренең маңлайы ерәнһыу, ҙурҙарының күкрәге, маңлайы аҡ. Ҡайсыға оҡшаған ҡойроғо ҡара күренһә лә, айырым аҡ ҡанаттары ла бар. Осор ҡанаттары ослая килә, ошондай уҡ “руль” ролен үтәгән тышҡы ҡанаттары ла бар. Ата ҡош 17-19 сантиметр оҙонлоҡта була, ҡанат йәйеше – 32-34,5 сантиметр. Ҡарлуғас осҡанда минутына 5,3 тапҡыр ҡанат ҡаға, ауырлығы 16 – 32 грамға етә. Ҡойроғо ҡыҫҡараҡ булыуынан инә ҡошто танырға мөмкин. Ауыл-ҡалаларҙы төйәк иткән ҡарлуғасты йыш ҡына ярҙыҡы менән бутайҙар. Яр ҡарлуғастарының исеме үк кешенән алыҫыраҡ ерҙә йәшәүен күрһәтеп тора. Улар көтөү-көтөү булып оса, яр буйҙарын, соҡор­ҙарҙы тишеп оя яһай. Был ҡарлуғас­тарҙы һүрәтләгәндә, йыш ҡына ҡанаттарының ара-тирә тишкеләнеүенә иғтибар итәһең. Был уларҙың төп дошманы – бет һәм талпандар эше. Шулай уҡ ярғанаттар менән кейек-ҡоштар ҙа ҡурҡыныс тыуҙыра.
Ҡарлуғастарҙың етеҙлеге шәп осоуҙан түгел. Ғәҙәттә, тиҙлектәре сәғәтенә 5 – 10 километрҙан артмай. Ә бына маневр яһау йәһәтенән уға еткән ҡоштар һирәк. Һауала 7-9 метр бейеклеккә тиклем өйөрөлөп, себен-серәкәйҙәрҙе бик етеҙ аулайҙар. Һыу өҫтөндә осҡан сағында һунар менән бер рәттән, сумып та алалар, үҙенсә таҙарыналар. Ҡарлуғастар тик бөжәк ашаусы ҡоштар рәтенә инә. Суҡыштарын ҙур асып, теләгәнен тота. Һауа шарттары насар булғанда еләк, үлән орлоҡтары, үлгән бөжәктәр менән туҡланалар. Оҙайлы ямғырҙар ваҡытында аҙыҡ эҙләп таба алмаһалар, балалары астан да үлеүсән.
Апрель айында килгән ҡоштар балсыҡтан, дымлы тупраҡтан һәм үҫемлек епсәләренән оя яһай. Эске яҡлап һалам, ҡоро үлән, йөн, мамыҡ менән нығыта бара. Ошондай ояларҙы бер урында яңыртып, йүнәтеп тороп, 50 йылға саҡлы файҙаланғандары була. Шулай итеп, оя быуындан быуынға тигәндәй хеҙмәт итеп килә. Ҡора башлағандан алып балалары сыҡҡансы 44–58 көн үтә. Ҡабалан яһалғанлыҡтан йәки артыҡ дымдан оялары килеп төшөүе лә мөмкин. Шуға улар өй, һарай ҡыйығында ҡороусан. Мәте, балсыҡты быуа, канау, күләүек ситтәренән ташыйҙар. Ояларын төҙөп бөтөр өсөн ҡошҡайҙарға ошо арауыҡты мең тапҡыр осоп үтергә тура килә. Күләүек ситтәренә иғтибарлап ҡараһаң, ҡарлуғас суҡыштарынан бик күп тишкеләнгән урындар ҡалыуын күрәһең.
Ҡарлуғастар моногамлы ғаилә иҫәпләнә, йәғни бер генә ишен табып, оҙаҡ йылдар йәшәй. Бик һирәк кенә ата ҡош икенсеһен таба. Инәһе өс-биш йомортҡа һала. Миҙгел ваҡытында ике тапҡыр оя баҫыуҙары ла мөмкин. Ҡошсоҡтар 12 – 17 көндә сыға. Шуныһы үҙенсәлекле, балаларын атаһы ла, әсәһе лә берҙәй ҡарай. Яр ҡарлуғастарында “кәкүк сире” лә була, ҡайһы береһе башҡа ояға йомортҡаһын һала. Йомортҡалары күп булып, барыһын да баҫып бөтөрә алмаған осраҡта, артығын бүтән ояға күсереүсәндәр.
Балалары бик тиҙ үҫә. Сығып 25 көн үтеүгә, осорға ла өйрәтәләр, ләкин оса алһалар ҙа, тағы ла бер нисә аҙна буйы ояларында ҡалалар һәм ата-әсәһе уларҙы ашатыуын дауам итә. Себен-серәкәйҙәр ауыл-ҡалаларҙа аҙыраҡ була башлаһа, урман-ҡырҙарға тартылалар. Үҙҙәренсә “миграция” башлана. Халыҡта шундай юрау ҙа бар: ҡарлуғастар осоп килһә, талпан сыға, серәкәй тешләй башлай. Ҡоштар туп-туп булып алыҫҡараҡ та күсә. Белгестәр иҫәпләүенсә, хатта йөҙәр меңләп ҡарлуғасты берләштергән туптар ҙа була икән. Ҡарлуғастар беҙҙең яҡтарҙан иң тәү китеүсән ҡош булып иҫәпләнә.
Иҫең китер, тупланған саҡта йә осҡанда ҡоштар үҙ ғаиләләре ағзаһын тауышынан таный. Шуға йылы яҡҡа йүнәлгәндәрендә лә бер-береһенән алыҫ китмәйҙәр, юғалтыш­майҙар. Тиҙ һәм күпләп үрсеүҙәре сәбәпле, бер нисә тиҫтә миллион иҫәпләнәләр. Хатта кеше торлағы киңәйеп, урмандар киҫелһә лә, әҙәм балаһы менән һыйышып йәшәй ала. Кешеләр ҙә уларға ҡағылмай, киреһенсә, ҡоштар өйҙәренә, һарайҙарына үҙенсәлекле йәм биреп тора.
Ҡарлуғастар – һауа торошон билдәләүсе, күрһәтеүсе ҡоштар. Халыҡта был йәһәттән байтаҡ юрауҙар бар: әгәр ҡарлуғастар һыуҙа ҡойонһа йәки оянан-ояға тынысһыҙланып осһа – ямғырға; ергә йәки һыуға тейә яҙып осһалар ҙа, һауа торошоноң боҙолоуын көт. Киреһенсә, бейеккә күтәрелһәләр – аяҙға.

***
Ҡарлуғас – ауылда һәр кем өсөн ҡәҙерле, көтөп алынған ҡошсоҡ. Уның үҙ ҡураһына, ҡыйығының аҫтына йомро ғына, йәтеш кенә итеп оя ҡорғанын кем теләмәй икән? Юҡ ундайҙар. Беҙҙең дә үҙ ҡарлуғастарыбыҙ бар. Эйе-эйе, үҙ ҡарлуғастарыбыҙ тип һис ҡурҡмайынса әйтә алам, сөнки меңәр саҡрым арауыҡта ятҡан илдәрҙән, ете диңгеҙ аша үтеп, һис юл яҙлыҡтырмай йылдың-йылы һағындырып ҡына нәҡ беҙҙең ҡураға килеп етәләр. Мин уларҙың нисек итеп юлды табыуҙарына, аҙашып китмәүҙәренә хайран ҡалам. Миңә ҡалһа, беҙҙең ҡарлуғастар ише илгәҙәктәре, наҙлылары һәм яғымлылары башҡаса юҡтыр. Беҙ уларҙы хатта тауыштарынан, ҡылыҡтарынан танып беләбеҙ.
Көндәр тотороҡло йылынып, һауала һәр төрлө бөжәктер оса башлау менән килеп етәләр ҙә улар, лапаҫ аҫтына һыуҙа сыланған балсыҡтан йә мәтенән оя йүнләргә тотоналар. Сыйырсыҡ кеүек уларҙы әҙер өй ҡаршы алмай. Вәт егәрлеләр!
Мин ҡарлуғастарҙың арыу-талыу белмәй осҡандарын ҡарап торорға яратам. Бына, исмаһам, осоу оҫталары! Көноҙоно ял итмәйенсә осоп йөрөргә һәләтлеләр. Белгегеҙ килһә, мәтене лә осоп барған килеш эләктереп алалар, осоп барған килеш кенә һыуҙа сылаталар. Ҡарлуғасты башҡа бер ҡош та ҡыуып етә лә, тота ла алмай. Хатта йәшен тиҙлеге менән осҡан яғалбай ҙа уның янынан битараф ҡиәфәттә үтеп китә, сөнки белә: барыбер эләктерә алмаясаҡ, нимәһенә ваҡыт әрәм итергә.
Әйтелгәндәргә өҫтәп, ҡарлуғастар сикһеҙ ҡыйыуҙар һәм иҫ китмәле батырҙар. Бер ҡош та ояларына яҡынлашырға баҙнат итмәй. Ҡош нимә, яуыз бесәйҙәр ҙә уларҙан шөрләй. Һауала ҡарлуғас тауышы ишетелеп ҡалдымы, бесәйең тиҙерәк шылыу яғын ҡайыра. Шулай, балаларын ҡурсалап, үҙҙәренән күпкә ҙур, күпкә көслө дошмандарына ла йән аямай ташланалар. Ҡарлуғас булған ҡураға һайыҫҡан, ала ҡарға ише ҡараҡтар яҡынларға ҡыймай. Тимәк, улар ҡураны ла һаҡлай булып сыға. Ғәжәп ҡошсоҡтар ифрат файҙалылар ҙа.
Ҡарлуғас – изге ҡош, наҙ, һөйкөмлөлөк, тоғролоҡ өлгөһө. Улар парҙарына бер ваҡытта ла хыянат итмәй. Матур, иркә ҡыҙҙарын әсәйҙәр юҡҡа ғына: “Ҡарлуғасым минең”, – тип һөймәйҙер. Бер ҙә сыйырсығым йә турғайым тимәйҙәр. Ни өсөн тигәндә, сыйырсыҡ матур һайраһа ла – ҡырыҫыраҡ, ә турғай тартымһаҡ булһа ла – күрер күҙгә күрекһеҙ генә.
Тағы ла, ҡарлуғастарҙың үҙҙәре кеүек үк тиктормаҫ балалары йыш ҡына ояларынан ҡолап төшөүсән, шуға күрә уларҙы ҡарап ҡына торорға, йығылғандарын, йыртҡыс тырнағына эләкмәҫ борон, күтәреп һалырға кәрәк. Мин был изге эште йыш ҡына башҡарғаным бар. Ана шул изгелекте лә аңлай улар. Дөрөҫ, өлкән, тәжрибәле ҡарлуғас бәләкәстәрен тәпәйҙәренән ат ҡылы менән ояһына бәйләп ҡуя. Үҙем күргәнем бар. Шулай ҙа ҡайһы саҡ, ҡыл сиселеп, сыпсыҡтар йығылып төшкөләй. Ҡайһы берҙәре һәләк була, ләкин бындай осраҡтар һирәк, әммә булғылай.
Ә ҡарлуғастың төнгө йырын ишеткәнегеҙ бармы? Күптәрҙең юҡтыр. Эйе, эйе, балалары әле сыҡмаҫ элек ул төндәрен дә йырлай. Һандуғастан айырмалы рәүештә ул осоп барғанда ла һайрай ала. Төнгө йыры айырата моңло һәм серле.
Ҡарлуғастар менән хушлашыуы бигерәк ауыр. Көҙ миҙгеле етеп, һуңғы йәшен менән бергә йылҡылдап торған сөм-ҡара һыртлы, селт-аҡ сикәле, алһыу күкрәкле, асалы ҡыл ҡойроҡ шаян ҡарлуғастар ҙа йылы яҡтарға китеп бөтһә, ауыл ҡапыл ғына етемһерәп ҡалғандай була.
И. Ноғоманов.

Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Бәләкәй болан”

“Бәләкәй болан” 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр....

Тотош уҡырға 58

Урман һаҡсылары

Урман һаҡсылары 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән...

Тотош уҡырға 48

Йыртҡыс булһа ла, кәмей баралар

Йыртҡыс булһа ла, кәмей баралар 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Шәшкеләр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән Башҡортта ниңә “шәшке” тигәндәрҙер инде, урыҫса “норка” тип...

Тотош уҡырға 49

Бүре тешенән ҡотолған

Бүре тешенән ҡотолған 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Ғафури районының Ибраһим ауылынан Мансаф Килмөхәмәтов Еҙем йылғаһына балыҡҡа йүнәлә. Боҙҙа мәке...

Тотош уҡырға 84

Кеше һәм тәбиғәт

Кеше һәм тәбиғәт 30.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Был урманда ниндәй серҙәр бар? Күҙе генә түгел, күңеле лә асыҡ кешегә тәбиғәт, тирә-яҡ мөхит асып...

Тотош уҡырға 120

Шүлгәнташтың мөмкинлеге ҙур

Шүлгәнташтың мөмкинлеге ҙур 27.11.2018 // Ҡырағай мөхит

2020 йылда Башҡортостандың Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙе ЮНЕСКО-ның Бөтә...

Тотош уҡырға 51

Тағы бер аҡҡошто ҡотҡарҙылар

Тағы бер аҡҡошто ҡотҡарҙылар 21.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Әбйәлил районының Йәнгел ауылы янында бер аҙна элек табылған аҡҡошто Магнитогорск ҡалаһы...

Тотош уҡырға 94

Мәскәү археологына штраф һалынды

Мәскәү археологына штраф һалынды 19.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Белорет район-ара суды Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Мәскәү ҡалаһынан килгән археологҡа...

Тотош уҡырға 128

Ике айҙа – 168 меңдән ашыу үҫенте

Ике айҙа – 168 меңдән ашыу үҫенте 18.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостанда сентябрҙән башлап октябрь аҙағына тиклем “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһы...

Тотош уҡырға 73

Аҡҡоштар ҡотҡарылды

Аҡҡоштар ҡотҡарылды 13.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Ишембай районының Верхотор ауылында быуа туңыу сәбәпле, ундағы аҡҡоштар һәләк була яҙғайны....

Тотош уҡырға 90

Төлкөләр ауылдарға килә

Төлкөләр ауылдарға килә 08.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Бишбүләк ауылының Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнгән балалар бина эргәһендә төлкө күреп ҡала һәм...

Тотош уҡырға 127

Иң таҙа һәм тәмле һыу ҡайҙа?

Иң таҙа һәм тәмле һыу ҡайҙа? 07.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Саф һыулы шишмәләрҙе әүәл-әүәлдән кешеләр ҡәҙерләп һаҡлаған, хәстәрләгән. Дыуан районында ошо...

Тотош уҡырға 96