Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эт булһа ла, ҡыш йоҡлай
Эт булһа ла, ҡыш йоҡлайБашҡортостан дәүләт ҡурсаулығына янут этен 1935 йылда тәүге тапҡыр килтерәләр. Ә тағы ике тиҫтә йылдан һуң Нуриман районына ебәрәләр. Һуңғыһы һөҙөмтәлерәк була, һәм был эт үрсеп, тирә-яҡҡа тарала башлай.

Янутты “урман эте” тип тә атап йөрөтәләр. Бер ҡараһаң, әллә ни эткә лә оҡшамаған һымаҡ. Төлкөнән дә айырылмаған төҫлө. Шулай ҙа уны төлкө менән бутау мөмкин түгел. Ҡыҫҡа, йөнтәҫ ҡойроҡло, ҡараһыу-һоро төҫтә, ҡыҫҡа аяҡлы. Башҡа эт төркөмөнә ҡараған йәнлектәр (бүре, төлкө һәм башҡалар) менән сағыштырғанда, янут этенең аҙығында һыу буйы тереклеге өҫтөнлөк итә. Һаҙлыҡлы урынды төйәк итергә яратҡан был йыртҡыс күберәк тәлмәрйен, кеҫәртке тота, ҡош-ҡорт ояларын туҙҙыра.
Тағы бер үҙенсәлеге бар: ҡыш йоҡоға тала, ләкин йоҡоһо һаҡ, өҙөк-өҙөк була. Кешегә ҡарата әйтелгәнсә әйтһәк, ҡыш буйы серем итә. Яҙҙың тәүге нурҙары ерҙе йылыта башлағас та, һунарға сыға.
Көсөкләү, ҡыш йоҡоға талыу өсөн ағас ҡыуыштарын, ташландыҡ өңдәрҙе һайлай. Бер юлы бишкә саҡлы көсөк табырға һәләтле. Улары, эт ғаиләһенә ҡараған башҡа йәнлектәрҙеке кеүек, “һуҡыр” булып тыуа. Күҙҙәре асылыу менән һунар ҡомары уянып, тирә-яҡтағы бөжәктәргә “һөжүм” итә башлайҙар.
Башҡортостанда тәүҙә янут эте Ағиҙел йылғаһының урта өлөшөндә таралһа, хәҙер иһә уны Белорет, Бөрйән яҡтарында ла осратырға мөмкин. Бигерәк тә ул төньяҡ-көнсығыш райондарҙа күпләп үрсене. Беҙҙә быға ҡараш төрлөсә. Ҡайһы бер белгестәр үрсетеү яҡлы. Сәнәғәт өсөн дә отошло тармаҡ һанала: тиреһе әллә ни ҡиммәт булмаһа ла, унан тегелгән әйберҙәр йылы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә был тармаҡ менән шөғөлләнеүселәр юҡ тиерлек. Икенсе төркөм ғалимдарҙы, тәбиғәт һаҡсыларын башҡа нәмә борсой: янут эте ҡотороу сиренә тиҙ бирешә, трихинеллез ауырыуын йөрөтә, күп осраҡта шуның сығанағы булып тора. Өҫтәүенә ҡош-ҡорт йомортҡаларын, ҡошсоҡтарҙы күпләп ашай, тип тә хәүефләнә һуңғылары.
Нисек кенә булмаһын, урман эте беҙҙә үрсене һәм республика фаунаһында үҙ урынын таба.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Бәләкәй болан”

“Бәләкәй болан” 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр....

Тотош уҡырға 88

Урман һаҡсылары

Урман һаҡсылары 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән...

Тотош уҡырға 74

Йыртҡыс булһа ла, кәмей баралар

Йыртҡыс булһа ла, кәмей баралар 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Шәшкеләр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән Башҡортта ниңә “шәшке” тигәндәрҙер инде, урыҫса “норка” тип...

Тотош уҡырға 80

Бүре тешенән ҡотолған

Бүре тешенән ҡотолған 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Ғафури районының Ибраһим ауылынан Мансаф Килмөхәмәтов Еҙем йылғаһына балыҡҡа йүнәлә. Боҙҙа мәке...

Тотош уҡырға 123

Кеше һәм тәбиғәт

Кеше һәм тәбиғәт 30.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Был урманда ниндәй серҙәр бар? Күҙе генә түгел, күңеле лә асыҡ кешегә тәбиғәт, тирә-яҡ мөхит асып...

Тотош уҡырға 129

Шүлгәнташтың мөмкинлеге ҙур

Шүлгәнташтың мөмкинлеге ҙур 27.11.2018 // Ҡырағай мөхит

2020 йылда Башҡортостандың Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙе ЮНЕСКО-ның Бөтә...

Тотош уҡырға 57

Тағы бер аҡҡошто ҡотҡарҙылар

Тағы бер аҡҡошто ҡотҡарҙылар 21.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Әбйәлил районының Йәнгел ауылы янында бер аҙна элек табылған аҡҡошто Магнитогорск ҡалаһы...

Тотош уҡырға 103

Мәскәү археологына штраф һалынды

Мәскәү археологына штраф һалынды 19.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Белорет район-ара суды Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Мәскәү ҡалаһынан килгән археологҡа...

Тотош уҡырға 137

Ике айҙа – 168 меңдән ашыу үҫенте

Ике айҙа – 168 меңдән ашыу үҫенте 18.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостанда сентябрҙән башлап октябрь аҙағына тиклем “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһы...

Тотош уҡырға 78

Аҡҡоштар ҡотҡарылды

Аҡҡоштар ҡотҡарылды 13.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Ишембай районының Верхотор ауылында быуа туңыу сәбәпле, ундағы аҡҡоштар һәләк була яҙғайны....

Тотош уҡырға 95

Төлкөләр ауылдарға килә

Төлкөләр ауылдарға килә 08.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Бишбүләк ауылының Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнгән балалар бина эргәһендә төлкө күреп ҡала һәм...

Тотош уҡырға 131

Иң таҙа һәм тәмле һыу ҡайҙа?

Иң таҙа һәм тәмле һыу ҡайҙа? 07.11.2018 // Ҡырағай мөхит

Саф һыулы шишмәләрҙе әүәл-әүәлдән кешеләр ҡәҙерләп һаҡлаған, хәстәрләгән. Дыуан районында ошо...

Тотош уҡырға 101