Һутын ал. Ағасҡа ла зыян килмәһенҠайын һыуы осоро етеү менән беҙ һәр йылдың һәр көнөндә тиерлек әхирәтем менән урманға йөрөйбөҙ. Ҡайындарҙың диаметры 40-60 сантиметр булғанын һайлайбыҙ. Тәжрибәнән сығып шуны әйтә алам: асыҡлыҡта, аҡланда үҫкәндәренең һыуы тәмлерәк була. Ә ағасҡа зыян килтермәйенсә тишер өсөн ҡул бырауының 8 миллиметрлыһын ҡулланабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 187 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайын бәшмәге лә дарыу икәнҠыуау (чага) — ағас яраһына эләгеп, үҫеп киткән ҡыу бәшмәктең бер төрө. Башҡа ағаста үҫкән бәшмәктәрҙән ҡыуау ҡара төҫө, суғырмаҡлы булыуы һәм аныҡ һын-ҡиәфәте булмауы менән айырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 293 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайын бөрөләрен медицинала киң ҡулланалар. Уларҙы тулышҡан саҡта, япраҡ ярмаҫ элек йыйырға кәрәк, сөнки был осорҙа бөрөләр эфир майҙарына, ыҫмалаға бай була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 197 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эх, татлы ла, шифалы ла һуң ҡайын һыуы! Хәтерҙә, бала саҡта урманға барһаң, кистән генә ҡуйылған һауыттар мөлдөрәмә тулған, шәрбәтенә килгән мәхлүк ҡырмыҫҡаларҙы, вағыраҡ сүптәрҙе алып ташлайһың да… һыуһының ҡанғансы р-рәхәтләнеп эсәһең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 191 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зифа ла, әрһеҙ ҙә был ағас Ҡайын ағасына һоҡланмаған, унан файҙаланмаған кеше һирәктер. Шағирҙар һылыуҙарҙың гүзәллеген уның менән сағыштыра, моңһоулығын йырға һала, композиторҙар көйҙәр яҙа, рәссамдар тәбиғәтте һүрәтләгән пейзаждарында урап уҙмай. Илһам өләшеүсе лә ҡайын, төҙөлөш материалдары ла, һаулыҡ өсөн дә файҙаһы ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 256 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һылыуҙарҙы “ҡоралай” тиҙәр… Был хайуанҡай ысын мәғәнәһендә урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге, һылыу ҡыҙҙарҙы ла хатта ҡайһы яҡта: “Ҡоралай һымаҡ һылыу, етеҙ”, – тиҙәр. Ә урман фонында нәфис йән эйәләре шул тиклем матур күренә – ҡарап туймаҫлыҡ. Моғайын, бик оҫта рәссамдар ғына уларҙы барса гүзәллегендә һынландыра алалыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 280 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үәт, исмаһам, һунар! Был хәлде “Приуралье” станцияһында йәшәгән Мәхмүт ағай Ғәлин һөйләгәйне.
Йәшерәк сағында һунарға йө­рөргә ярата ине ул. Шундай ғәҙәте лә булған: һунарҙан ҡайтҡанда йыш ҡына мылтығын урманда йәшереп киткән. Бер көндө ҡушкөбәген ҡыуыш ағас эсенә йәшерә лә ҡайтып китә, ләкин, байтаҡ сәбәптәр арҡаһында, Мәхмүт ағай йылдан артыҡ һунарға сыға алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 372 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улдарына Һеләүһен тип исем ҡушҡандарБыл хәйләкәр йыртҡысты күптәребеҙ зоопарктарҙа ғына күргәне барҙыр. Урман-ҡырҙарҙа уға осрарға яҙмаһын. Үҙ тарихында кешегә ташланыу осраҡтары ла бихисап. Нисек кенә булмаһын, һеләүһен – тәбиғәттең бер өлөшө, унда үҙ урыны бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 286 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәрт Шиңә барған ҡар өҫтөнә һылап затлы гәлсәр түшәлгән тиерһең! Күҙҙәрҙе ҡамаштырып ул әллә ҡайҙарҙан ялтырап ята. Уға һоҡланмай ҡарау мөмкин түгел. Шул ҡәҙәре һушты алырҙай нимә һуң ул, тиерһегеҙ. Ул – көн үҙәгендә бер аҙ йылытып, төндәрен, киреһенсә, шаҡырайтҡансы туңдырыу һөҙөмтәһендә хасил булған йоҡа ғына боҙ шекәрәһе яҙғы ҡояш аҫтында нур сәсеп шулай уйнай. Мөғжизәнең бындайын тик февраль айы ахырында, марттың баштарында ғына күрергә була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 276 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Төрткө беҙҙе ас итмәне” “Башҡортостан”дағы (2017 йыл, 17 ғинуар) “Күҙе һуҡыр булһа ла, үҙе һуҡыр түгел” тигән мәҡәләне уҡып сыҡҡас, мин дә үҙебеҙ төрткө тотҡан ваҡытты иҫкә төшөрөп гәзиткә яҙырға булдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 306 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 Алға
Бит башына