Тәбиғәт — мәңгелек сер — Һеҙ ниндәй ағас яратаһығыҙ?
— Йүкә.
— Ҡыҙыҡ. Беҙ ни өсөндөр үҙегеҙ һымаҡ олпат һәм мөһабәт, бейек ҡаялар өҫтөндә, таштар араһында үҫкән ғорур ҡарағайҙы атарһығыҙ тип уйлағайныҡ. Ә ниңә йүкә?
— Сөнки иң күп продукция биргән ағас. Ул үҫкән бер гектар ерҙән
1 тонна 200 килограмм тирәһе бал алырға мөмкин. Ағасы кәрәккә ныҡ ҡулланыла. Сувенирҙар эшләргә ипкә килә, йомшаҡ. Ҡалаҡ, батман кеүек һауыт-һаба яһайҙар. Сәскәһе — ҙур дауа, йүкә балының шифаһы тураһында, әйтмәһәң дә, бөтәһе лә белә. Һалҡын тейгәндә йүкә сәскәһе һалынған сәйҙе баллап эсһәң, тирләтеп ебәрә, сир ҡаса.
Ҡайырыһы һарыуысҡа ҡуйыла. Ҡорт айырған саҡта шуның еҫенә барып һарыла. Ҡабығын санаға түшәп ултырып йөрөйһөң. Шулай уҡ һалабаш итеп яһап, йүкә йыуғыс, атҡа септә, ҡап һуҡҡандар, бау, арҡан ишкәндәр. Мунса бураһын күптәр йүкәнән күтәрә, тәмле еҫе сығып тора. Тағы ла дауам итәйемме?
— Ысынлап та, ғәжәп ағас икән дә!
— Мин уны хатта кәрәгемә лә йыҡмайым.
...Әңгәмәсебеҙ — “Шүлгәнташ” ҡурсаулығының егеры, солоҡсо-ҡортсоһо Иштуған Миңләхмәт улы. Байғазиндарҙы Бөрйән районында белмәгән кеше юҡтыр. Атайҙары Миңләхмәт ағай ҡурсаулыҡ асылғаны бирле эшләп, хаҡлы ялға сыға. Улдары Ғәйнулла, Иштуған, Илһам да яҙмыштарын урман менән бәйләгән. Ғәйнуллаһы — ҡурсаулыҡтың урман хужалыҡтарында лесничий, Илһам — ошонда уҡ ҡортсо, умартасы. Барыһы ла тейешле йүнәлештә урта һөнәри һәм юғары белем алған. Бөтәһенең хеҙмәт стажын бергә иҫәпләгәндә 150 йылға барып етәлер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 413 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡарғаларҙың аҡыллы ҡош икәнен барыбыҙ ҙа ишетеп беләбеҙ. Уларҙы ҡулға эйәләштереп була, төрлө “һөнәр”гә өйрәтәләр. Был ҡоштар мифологияла ла ҙур урын ала. Уларҙың ҡылығын ғалимдар һаман өйрәнеп бөтә алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 254 тапҡыр // Тотош уҡырға
Араланы Апрель айы етеп, ҡар бутҡа ише иҙелә башлағанда, мин аҡ юрғандарын аса башлаған баҫыуҙарымды байҡап ҡайтырға һыбай сығам. Йыл да. Әле иртә булыуға ҡарамаҫтан, ғәҙәтемә кергән. Урман-ҡырҙар ҙа ныҡ һағындырған. Унан, бар тәбиғәт зыҡ ҡубып уяна башлаған мәлдә нисек сыҙап ятмаҡ кәрәк. Быйыл да ул ғәҙәтемде ташламаным.
Ком: 0 // Уҡынылар: 304 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заманында табыш ине Һуҡыр сысҡанды ҡайһы бер яҡтарҙа “төрткө” тиҙәр. Совет осоронда уның тиреһен йыя торғайнылар. Башҡортостандың урманлы райондарында төрткө тиреһе әҙерләү халыҡтың өҫтәмә кәсептәренең береһе ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 259 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙе һуҡыр булһа ла, үҙе һуҡыр түгел Һуҡыр сысҡан. Күбебеҙ уның үҙен күрмәһә лә, башҡарған эштәре байтағыбыҙға таныштыр. Яҙын ҡар аҫтынан өйкөм-өйкөм булып ер аҫтын йырғыслағандан ҡалҡҡан эҙҙәре сыға. Баҡсасылар уларҙы һүгә, бесәнлектәре йырғысланған әҙәмдәр ҙә асыулы был йән эйәләренә. Тик балалар ғына телевизорҙа күрһәтелгән йәнһүрәттәрҙән һуҡыр сысҡандарҙы ҡарап кинәнә. Әйтәйек, элегерәк экрандарҙан төшмәгән венгр йәнһүрәттәрендәге был мәхлүктәр яҡшы эштәр генә башҡара, ә бына беҙҙең “Дюймовочка”ла һуҡыр сысҡан ялҡау, ҡомһоҙ һәм һаран.
Ком: 0 // Уҡынылар: 202 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шешҡолаҡтар бик ҡурҡаҡмы? Ҡуяндар тураһында әкиәттәр етерлек, йәнһүрәттәр төшөрөлә, балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итеүселәр ҙә был йәнлектәрҙе урап үтмәй. Нисек кенә тимә, беҙ ҡуянды ҡурҡаҡ тип беләбеҙ, аҙ ғына шөрләгән кешегә ҡушаматын тағабыҙ. Бәлки, был ҡурҡаҡлыҡ түгел, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында, йыртҡыстар араһында һаҡланыу сараһылыр? Һүҙебеҙ – оҙонғолаҡтар хаҡында...
Ком: 0 // Уҡынылар: 161 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңыраҡ иҫ киткес бер һандарға тап булдыҡ. Бөтә донъялағы һәр кешегә 50 ҡош тура килә икән. Күпме? Эйе! Ләкин тағы ла икенсе һан уйланырға мәжбүр итә: ҡышҡы һалҡындарҙа, аҙыҡ юҡлыҡтан ун беснәктең берәүһе генә иҫән сыға. Туғыҙ ҡошсоҡтоң үле кәүҙәһен күҙ алдына килтереүҙән йөрәк әрнеп ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 307 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төнгө хужа
Был ҡоштоң исеме сәйер яңғырай — ябалаҡ. Ул сыбар төҫтә, башында “ҡолаҡтары” — ослайып торған ҡауырһын шәлкемдәре бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 220 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙыл түшелдерек, ҡара бүрек...
Ҡупшыҡай ҡыҙылтүште башҡа бер ҡош менән дә бутау мөмкин түгел. Бигерәк сағыу шул ап-аҡ ҡарға күмелгән ағас ботағында ултырған ҡып-ҡыҙыл түшелдерекле, ҡара бүрекле ҡошҡай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 351 тапҡыр // Тотош уҡырға
Янут – урман эте
Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығына янут этен тәүге тапҡыр 1935 йылда килтерәләр. Ә егерме йылдан һуң Нуриман районына ебәрәләр. Һуңғыһы һөҙөмтәлерәк була, һәм был эт үрсеп тирә-яҡҡа тарала башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 265 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 Алға
Бит башына