Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2019, 14:11

Гәзиткә яҙыл да бүләк от!

2020 йылдың тәүге яртыһына мат­буғатҡа яҙылыуҙың төп осоро дауам итә. Шаршамбы менән йома һандары ҡу­шы­лып, “Башҡортостан-Йома”ның 24 битлек булып сығасағы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Аҙнаһына ике тапҡыр баҫылып сығасаҡ гәзитебеҙгә яҙылып квитанцияһын ебәреүселәр “Аҙна һайын – бүләк” ак­ция­һында бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. Иң ҙур бүләк – “Йәшел сауҡалыҡ” шифа­ханаһына юллама йыл аҙағында уйна­тыласаҡ. Бының өсөн бары тик квитанция күсермәһен һәм телефон һанда­рын күрһәтеп, беҙгә почта аша йәки ватсап буйынса (89177901571), электрон адресҡа ([email protected]) ебәрергә кәрәк.

Был аҙнала “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһы еңеүселәре: Ш. Усманов, Сибай ҡалаһы – почта йәшниге; Фәнил Әйүпов, Ишембай районы, Биксән ауылы – сәйнүк; Айгөл Дәүләтшина, Хәйбулла районы, Бүребай ауылы, һауыт-һаба йыйылмаһы; Ишкинина, Күмертау ҡалаһы – массаж ҡоролмаһы; Лилиә Нафиҡова, Өфө ҡалаһы – волейбол тубы; М.Я. Һиҙиәтов, Белорет ҡалаһы – термокөрөшкә; Р. Әлмөхәмә­тов, Ишембай ҡалаһы – сәғәт; А. Кил­дейәрова, Дәүләкән районы, Соколовка ауылы – һут һыҡтырғыс; Р. Нәжметдинов, Борай районы, Оло Баҙ­раҡ ауылы – сәй сервизы; С.Ғ. Әми­ров, Мәләүез ҡалаһы – бокалдар йыйылмаһы.
Хаҡтар түбәндәгесә:

П2729 индексы (аҙнаһына ике тапҡыр) – 1437 һум 90 тин;

П3030 индексы (йома һаны) – 780 һум 96 тин.
Ветерандар өсөн П2729 индексы – 1301 һум 52 тин.

П3030 индексы (йома һаны) – 703 һум 98 тин.
Гәзиткә редакциянан килеп алыу юлы менән дә яҙылырға мөмкин: П2729 индексы (аҙнаһына ике тапҡыр сыға) – 756 һум, П3030 индексы (йома һаны) – 396 һум.
Электрон подписка – 834 һум

(rbsmi.ru сайтына инеп йә редакция аша яҙылырға мөмкин).
Белешмәләр өсөн телефон:

273-83-93, 272-62-61, 89177901571.
Читайте нас: