Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Сентябрь , 09:15

Туғандарын бурысҡа батырған

Учалынан 44 йәшлек ҡатын туғандарына һәм таныштарына 12 миллион һумлыҡ зыян килтергән.

Туғандарын бурысҡа батырған
Туғандарын бурысҡа батырған

Учалынан медицина хеҙмәткәре булған бер ҡатын, мутлашыусыларға ышанып, инвестицияға аҡса һалырға һәм дивиденттар алмаҡсы булған.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был шәфҡәт туташы үҙенең туғандарына һәм таныштарына кредит рәсмиләштергән. Зыян йәмғеһе 12 миллион һумлыҡ булған.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарына 10 кеше уларҙың банк иҫәбенән аҡса урлау тураһында мөрәжәғәт иткән. Улар был эштә 44 йәшлек ҡатынды шик аҫтына алған.

Баҡһаң, ул интернетта өҫтәмә аҡса эшләү тураһында иғлан күреп, үҙенең контакттарын ҡалдырған. Бер аҙҙан билдәһеҙ әҙәмдәр уның менән бәйләнешкә сығып, үҙҙәрен инвестиция платформаһы хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған. Улар ҡатындан "инвестиция янсығы" астырып, бер нисә кредит алырға күндерә. Әммә бисара көткән дивидентын ала алмағас, быны эшләр өсөн тағы кредит алырға кәрәклеген белдерәләр. Тик ҡатынға банктар инде кредит бирмәй. Мутлашыусылар уны үҙенең таныштарына мөрәжәғәт итергә өндәй.

Ике аҙна дауамында ҡатын туғандарын һәм таныштарын телефондағы онлайн ҡушымталарҙа төрлө операциялар үткәрергә күндерә, шул рәүешле займдар рәсмиләштерә. Алған аҡсаны "инвестициялай". Бер ҡатлы кешеләр бурысҡа батҡандарын күргәс кенә полицияға ғариза менән бара.

Әлеге мәлдә енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында ҡарар әҙерләнә, аферистарға күпме аҡса күсерелеүе аныҡлана.

Һаҡ булығыҙ, хатта туғандарға һәм таныштарға ла телефонығыҙҙы биреп тормағыҙ. Ә инде банк ҡушымталарын асып, унда ниндәйҙер шикле операциялар үткәреү тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. 

Сығанаҡ: МВД.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: