Египеттың Хургада ҡалаһында һыу аҫты судноһы батҡан. 50-ләп туристың етәүһе һәләк булған, күпселеге дауаханаға эләккән. Туристар араһында бер нисә ил граждандары иҫәпләнгән, әммә күпселеге Рәсәйҙән булған. Мәрхүмдәр араһында Башҡортостандың Борай районынан, хәҙер Татарстанда йәшәгән табиптар Кристина Вәлиуллина менән ире Рауил да була. Уларҙың 10 һәм 15 йәшлек ике ҡыҙҙары иҫән ҡала.
Әммә һуңынан шул асыҡланды: Египет властары ниндәйҙер аңлашмаусылыҡ арҡаһында кешеләрҙе бутай һәм Кристинаны мәрхүмдәр исемлегенә индерә. Ҡатын әсәһенә, мин иҫән, тип шылтырата. Ә уның ире ысынлап һәләк була. Татарстандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был ҡурҡыныс хәбәрҙе раҫланы.
Фажиғәле хәлдең айышына төшөнмәҫ борон, батискаф һыу аҫтындағы экскурсия мәлендә риф менән бәрелешә һәм бата тип уйлағайныҡ. Баҡһаң, ул ҡуҙғалып китмәҫ борон, пирста торғанда уҡ бата. Быға шаһит булған Рәсәй турисы ваҡиғаның нисек булғанын һөйләй.
Был әсә кеше балалары менән сиратҡа иң һуңғыларҙан баҫа. Батискаф пристандә тора, уға пассажирҙар тейәлә. Кемдер инеп урынлаша, кемдер әле үҙ сиратын көтә. Люктар, ишектәр асыҡ була. Шул мәл батискаф һыу аҫтына китә башлай. Асыҡ люктарҙан эскә һыу урғыла. Күрәһең, рулдәге кеше бөтәһе лә инеп урынлашҡан тип уйлай һәм һыу аҫтына төшөргә старт ала. Пирстағы эшсе ғәрәп "Стоп!" тип ҡысҡыра, ләкин эстәгеләр уны ишетмәй. Ул ишек төбөндә торған кешеләрҙе кире пирсҡа этәрә башлай. Әлеге әсә кеше балаларын понтонға мендереп өлгөрә, үҙе һыуҙа ҡала һәм был тирәнән тиҙерәк йөҙөп китеп ҡотола. Кемдәр батискаф эсенән сығып өлгөрмәй, шулар батып үлә лә инде.
Ҡот осҡос фажиғә. Ялға барып, шундай бәләгә тары инде. Мәрхүмдәрҙең яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото: соцселтәр/Равиль Валиуллин.