Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Ноябрь , 18:30

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса IV Евразия конгресы эшләй

Конгресс йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтары, кардиохирургтар, кардиологтар һәм башҡа медицина белгестәре араһында тәжрибә һәм белем уртаҡлашыу платформаһына әйләнде. Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Бразилия, Австрия, Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Ҡытайҙан ҡатнашыусылар пленар ултырыштарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, уҡытыу семинарҙарында һәм медицина ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашты.

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса IV Евразия конгресы эшләй
Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса IV Евразия конгресы эшләй

- Өфө йыл һайын иң яҡшы тәжрибәләрҙе өйрәнеү һәм һөҙөмтәле ҡарарҙар эҙләү өсөн абруйлы майҙансыҡ булып торған ҙур фәнни, мәғариф һәм мәғрифәтселек форумдарын уҙғарыу урыны булып тора. Бындай киң вәкиллек һәм сараны даими үткәреү был аралашыу форматының кәрәклеген күрһәтә. Беҙҙең республикаға эксперттар һәм остаздар сифатында сығыш яһаусы ғалимдар килә, беҙ алдынғы фән эшмәкәрҙәре, Рәсәй һәм донъя кимәлендәге эксперттар менән даими диалогта торабыҙ, фәнни компетенцияларҙың үҫеше өсөн шарттар булдырабыҙ,- тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев.

Сарала ҡатнашыусыларға РФ-тың һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко сәләмләү һүҙен ебәрҙе. Унда ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тороуын, шул иҫәптән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Һуңғы биш йылда төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренең һәм беренсел ҡан тамырҙары бүлексәләренең матди-техник базаһы нығытыла, уларҙа киҫкен коронар синдром һәм мейелә ҡан әйләнеше боҙолоуы менән сирләгән пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтелә. Бөгөн республикала 14 төбәк ҡан тамырҙары үҙәге һәм өс беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе эшләй, был йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләгән пациенттарға юғары сифатлы махсус ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә.

- Һуңғы биш йыл дауамында Башҡортостанда ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлем осраҡтарын кәметеү буйынса ыңғай тенденция күҙәтелә. Был динамика республиканың кардиология һәм кардиохирургия хеҙмәттәренең яйға һалынған эше менән айырылғыһыҙ бәйле, - тип билдәләне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин.

Харбин медицина университеты ҡунағы, профессор Хайбо Цзя конгресс ойоштороусыларына саҡырыу өсөн рәхмәт белдерҙе. Профессор коллегалары менән йөрәк һәм йөрәк тамырҙарын визуалләштереү өлкәһендәге эшләнмәләре менән уртаҡлашасаҡ. Уның һүҙҙәренсә, был сағыштырмаса йәш, әммә тиҙ үҫешкән йүнәлеш, ул йөрәк тамырҙарын эстән күрергә мөмкинлек бирә. Әлеге ваҡытта был ысул Рәсәйҙә лә, шул иҫәптән Өфөлә лә ҡулланыла. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, кардиолог Ирина Николаева йөрәк сирҙәренән үлем осраҡтарын 8 процентҡа кәметеүҙә ыңғай тенденцияларҙы билдәләне. Төбәктә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау һәм иҫкәртеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Атап әйткәндә, диспансерлаштырыу сиктәрендә ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарын асыҡлауҙың, шул иҫәптән үҫештең иртә этаптарында, шулай уҡ өлкәндәрҙе скрининг (профилактик) тикшереүҙе әүҙем үткәреүҙең артыуы билдәләнә.

Һуңғы өс йылда Башҡортостанда 48 яңы операция һәм тикшеренеү төрө индерелгән. Республика кардиология үҙәге юғары технологиялы операциялар башҡарыу буйынса Рәсәй Федерацияһының алдынғы медицина ойошмалары араһында алдынғы урынды биләй. Атап әйткәндә, республика кардиология үҙәге башҡарылған коронарографиялар һаны буйынса илдең медицина ойошмалары араһында тәүге өсәү, электрокардиостимуляторҙар имплантациялары һаны буйынса тәүге дүртәү, рентгенэндовакуляр ҡыҫылыуҙар үткәрелгән ауырыуҙар һаны буйынса тәүге бишәү иҫәбендә.

Ике көн дауамында пленар һәм секция ултырыштары, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, ватан һәм сит ил медицина сәнәғәте ҡаҙаныштары күргәҙмәһе үтәсәк. Майҙансыҡтарҙың модераторҙары булып донъяла танылған эксперттар сығыш яһай. Улар араһында Рәсәй фәндәр академияһы академигы, фән докторы, профессор, В.А. Алмазов исемендәге  милли медицина эҙләнеү үҙәгенән Александра Конради, Ташкент ҡалаһының республика махсуслаштырылған кардиология ғилми-ғәмәли үҙәге директоры урынбаҫары Гөлноз Хәмиҙуллаева, Беларусь Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының дөйөм табип практикаһы буйынса штаттан тыш баш белгесе, Беларусь дәүләт медицина университетының терапия кафедраһы доценты Вадим Сушинский һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fpravitelstvorb.ru%2Fnews%2F25589%2F&cc_key=

 

 

.

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса IV Евразия конгресы эшләй
Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса IV Евразия конгресы эшләй
Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса IV Евразия конгресы эшләй
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: