Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
23 Март , 10:00

Һуҡыр өләсәһен үлтергән егетте ниндәй яза көтә?

Ейәнсура районында 86 йәшлек тома һуҡыр инәй юғалып, уны өс ай эҙләгәйнеләр. Һөҙөмтәлә бисараны... һыуытҡыс эсенән таптылар.

Һуҡыр өләсәһен үлтергән егетте ниндәй яза көтә?
Һуҡыр өләсәһен үлтергән егетте ниндәй яза көтә?

2023 йылдың июлендә Ейәнсурала өлкән йәштәге ҡатын юғала. 86 йәшлек инәй тома һуҡыр була. Өс ай буйы эҙләгәндән һуң уның кәүҙәһен... һыуытҡыс эсенән табалар. 

Тәфтишселәр уның Өфөләге ейәнен ҡулға алдылар. Баҡтиһәң, 31 йәшлек ир эскән килеш өләсәһе менән талашып китә һәм уны туҡмай, артабан быуып үлтерә. Эҙҙе йәшерер өсөн кәүҙәне туңдырғысҡа тыға һәм тиҙерәк ауылдан китә. 

Әле суд ултырышында республика прокуроры урынбаҫары Руслан Абзалетдинов ғәйепләнеүсене 18 йыл да 3 ай ҡаты режимлы колонияға ебәреүҙе һораған. Әйткәндәй, ғәйепләнеүсе элек тә бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән булған һәм ғәйебен танымай.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: