+2 °С
Ҡар
Ошо көндәрҙә Йылайыр районы кешеләре ғәжәп тә, сәйер ҙә күренешкә тап булған. Уларҙың видеояҙмаһын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Йылғалағы боҙ өҫтөн, урман эсендәге ҡарҙа ла йыбырлашып ниндәйҙер ваҡ ҡына бөжәктәр һырып алған.
“Бындайҙы тәүгә күрәм, улар бик күп, етмәһә. Бөрсә кеүектәр, ҡыҫҡаһы – ҡар бетләгән”, ти ауыл кешеһе.
Тағы кем күрҙе уларҙы? Нимә булыуы мөмкин? Һыуыҡҡа ла бирешмәгән тағы ниндәй бөжәк килеп сыҡҡан?
Фото: видеонан скриншот.