Бөтә яңылыҡтар
10
Ҡырағай мөхит
29 Март , 11:00

"Һеңлем атлай алмай башлағайны, уның остеопороз ине..."

Күп кеше остеопороз, янбаш-бот быуыны ауыртып яфалана. Ныҡ ярҙам итә бына ошо. Атлап йөрөгәндә аяҡтар ул ҡәҙәре ауыртмай башлай. Мин был дарыуымды, ғәҙәттә, ике норманан яһайым, теүәл бер айға етә. Бер генә норманан яһаһаң да була, ул осраҡта бөткәндән бөткәнгә тиклем яһап торорға кәрәк.

"Һеңлем атлай алмай башлағайны, уның остеопороз ине..."
"Һеңлем атлай алмай башлағайны, уның остеопороз ине..."

Бөтәбеҙгә лә билдәле үлән менән дауаланыу тураһында бер апай яҙған:

"Күп кеше остеопороз, янбаш-бот быуыны ауыртып яфалана. Һеңлем йөрөй алмай башлағайны, аяҡтары бик ауыртты. Уның остеопороз ине.

Был сирҙе һары мәтрүшкә дауалай. Беҙ былай эшләйбеҙ: бер стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы һары мәтрүшкә һалып, 15 минут һыу быуында йә термоста төнәтергә. Унан алып, һөҙөргә һәм 40 минут ултыртып һыуытырға. 100 грамм төнәтмә сыға. Шуға 100 грамм бал, бер аш ҡалағы лимон һыуы ҡушып яҡшылап болғатырға һәм бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Төнәтмәне көнөнә бер тапҡыр, ашар алдынан бер аш ҡалағы эсергә кәрәк. Бер ай эсергә, бер ай ял итергә.

Ныҡ ярҙам итә бына ошо. Атлап йөрөгәндә аяҡтар ул ҡәҙәре ауыртмай башлай. Мин был дарыуымды, ғәҙәттә, ике норманан яһайым, теүәл бер айға етә. Бер генә норманан яһаһаң да була, ул осраҡта бөткәндән бөткәнгә тиклем яһап торорға кәрәк".

ИҒТИБАР! Һары мәтрүшкә ҡан баҫымын күтәрергә мөмкин, йөрәк һәм бауыр эшмәкәрлеге насар булғанда һаҡлыҡ талап ителә. Дауаланыр алдынан медицина күрһәтмәләренә ярашлы, мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк. 

Фото: Сәфинә Ҡусҡарова.

Cығанаҡ: https://vk.com/wall-216849486_53

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: