Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡабан йылы – байлыҡ
Башҡортта Сусҡа йылы түгел, Ҡабан йылы. Ни өсөн шулай? Сөнки баш­ҡорттар, мосолман булараҡ, сусҡа тотмаған, уны күбеһе ғүмере буйы ла күрмәгән. Телмәрҙә ҡулланылһа ла, әр һүҙе булараҡ ҡына ишетелгеләгән. Йылды әр һүҙе менән атауҙан ты­йылғандар. Ҡабан иһә – урман йәнлеге, уны белгәндәр, күргеләгәндәр ҙә. Элекке яҙмаларҙа ул тап бына Ҡабан йылы булып теркәлеп ҡалған.
* * *
Ҡабан йылы башланды. Ҡайҙа ҡарама – алһыу ғына сусҡа һындары. Хатта башҡорт ауылдарында. Динлеләр “сусҡаға табынаһығыҙ” тип зыҡ ҡуба, кемдер “беҙ донъяуи дәүләт – нисек теләйбеҙ, шулай байрам итәбеҙ” ти. Әйткәндәй, мин ауылыбыҙҙағы тәүге тере сусҡаны 10 йәштәр тирәһендә генә күрҙем буғай. Бер нисә урыҫ, сыуаш ғаиләһе бар ине – шулар тотто. Башҡорттарҙа һуңғы йылдарҙа ғына күренә башланы.
* * *
Халҡыбыҙҙа мөсәлдең табыныу менән уртаҡлығы юҡ, бары боронғо календарыбыҙ, шулай иҫәп алып барыу еңел булған, был беҙҙең боронғо мәҙәниәтебеҙ.
* * *
Йыл мөсәлдәре ҡытайҙыҡы ғына түгел, башҡорттоҡо ла, бәлки, ҡытай­ҙарға беҙ, ҡатай башҡорттары, ҡал­дырғанбыҙҙыр ҙа әле. Борондан халҡыбыҙ календарҙы 12-шәр йыллыҡ цикл менән алып барған, был фольк­лорҙа ла күренә. Йылдарҙы хай­уандар исеме менән билдәләү Рәсәйҙә үҙгәртеп ҡороуҙан һуң ғына килеп сыҡһа, беҙҙең ололар элгәре үҙҙәренең тыуған йылын ана шул хайуан йылы исеме менән әйтә торғайны. Тыуған көндәр иҫәпкә алынмаған, йылдар ҙа ваҡыт үтеү менән онотолоуы ихтимал, әммә мөсәл иҫтә нығыраҡ ҡала, календарҙы шулай алып барыу уңайлыраҡ булған.
* * *
Унан, ниндәй хайуан йылы нисек килере быуаттар дауамында һыналған, шуға күрә алдан йыл нисек килерен самалап торғандар:
Тауыҡ йылы тары сәс, Барыҫ йылы барын сәс. Тауыҡ йылы – ҡоролоҡ, Ҡуй йылы – ҡытлыҡ, Ҡуян йылы – йотлоҡ, Йылан йылы – баллыҡ, Ҡабан йылы – байлыҡ, Лыу (Аждаһа) йылы – һыулыҡ, Сысҡан йылы – игенлек.
* * *
Әйткәндәй, совет осоронда бер ҡала гәзитенең баш мөхәррирен “Поздравляем с Годом свиньи” тип 1-се биткә ҙур итеп яҙып сығарғаны өсөн эшенән алғайнылар. Һанап ҡарағыҙ нисәнсе йыл булғанын.
* * *
Интернетта “сусҡаға табынаһығыҙ” тип тәнҡитләгән яҙмалар күп, хатта шиғырҙар ижад итәләр. Кеше иманға килмәй тороп, шулай байрам итәсәк. Был теге һауыттың эсен йыумай ғына тышын таҙартырға тырышҡан кеүек.
Яңы дәһрилектән сығып килгән халыҡты Сусҡа йылынан әллә ниҙәр һорауҙарын былай ғына туҡтатып буламы икән?! Сусҡанан булмаһа, Ҡыш бабайҙан, унан булмаһа, әруахтарҙан йә ағастан һорай улар, атайымдың йә әсәйемдең йәне һаҡлай беҙҙе, тип тә яҙып ҡуялар. Кеше Яңы йылдан мөғжизә көтөүсән...
* * *
Ә шулай ҙа мөғжизә бар – Маг­нитогорскиҙа емереклектәр араһынан 11 айлыҡ баланы 35 сәғәт үткәс табып алыуҙары мөғжизә түгелме ни?! 20 градус һыуыҡта! Аллаһ Тәғәләнең рәх­мәте был, фәрештәләр һаҡлағандыр баланы. Көнө бөткәнгә көн дә үлем, ти халыҡ. Көнө бөтмәһә, янған самолеттан да, батҡан караптан да тере сыға кеше. Аллаһ Үҙе беҙгә аңлата түгелме?!
* * *
Ер йөҙөндәге барса тереклек Аллаһының ҡөҙрәте менән яратылған, сусҡа ла шуларҙың береһе, тип яҙҙы “Бәйләнештә” сайтында бер ханым. Эйе, Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, бер ҡәүемде гонаһтары өсөн Аллаһ сусҡаға әйләндергән (Әл-Мәидә сүрәһе, 60-сы аят). Әлбиттә, был ҡәүем харап булған.
* * *
Һуңғы йылдарҙағы медицина ҡаҙа­ныштары сусҡа туҡымаларын кешегә күсереп ултыртыу мөмкинлеген асыҡ­ланы. Һәм сусҡаның да тештәре, башҡа хайуандарҙан айырмалы, кешенеке кеүек – 32.
* * *
Эш боҙоп ҡуйһаң, оло инәйҙәрҙең бер асыуланыу һүҙе була торғайны: “Ай эсминйә”. Мәғәнәһен белеп әйт­теләрме-юҡмы – хәҙер асыҡлап булмай инде. Урыҫ телен ярайһы аңлай баш­лағас ҡына, бының “башҡортлаш­тырылған” “свинья” һүҙенән икәнен төшөнөлдө.
* * *
Беҙ ҙә морон ме­нән һыу эсмәйбеҙ – яңыраҡ ишетелгән тос яуап.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ! 05.01.2018 // Яңы йыл

Ер йөҙөндәге ҡәҙерле кешебеҙ – Заря әсәйебеҙҙе (халыҡ телендә Мама Заря) ихлас күңелдән Яңы йыл...

Тотош уҡырға 803

Яңы йыл

Яңы йыл 03.12.2013 // Яңы йыл

Ҡотло булһын Яңы йыл! Гел шатлыҡтан торһон ул. Бәхетле һәм мул тормошҡа Күрһәтһен ул яңы юл....

Тотош уҡырға 5 106