Еңеү алдынан ҙур бүләк
Йылайыр районында “Һуғыш һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу сиктәрендә 130 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ сертификаты алды.
Улар араһында һуғышта ҡатнашҡан һәм инвалид 28 ветеран, мәрхүм ветерандарҙың 102 ғаилә ағзаһы бар. Ветерандар өсөн торлаҡтың дөйөм хаҡы 131 миллион һум тәшкил иткән. 2012 йылдың 1 апреленә ҡарата районда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар исемлегендә 31 кеше тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы беренсе класҡа ҡабул итеүҙең яңы ҡағиҙәләрен ҡабул итте.
Ул ике этапта үтәсәк, белем биреү учреждениеһына яҡын йәшәгән балаларға уға эләгеү өҫтөнлөгө биреләсәк.
Быға тиклем ата-әсәләр 1 апрелдән ғариза яҙа алһа, хәҙер мәктәп микрорайонында йәшәүселәр 1 марттан 31 июлгә тиклем был мәсьәләне хәл итеү мөмкинлегенә эйә, башҡа теләүселәрҙеке 1 августан 5 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 33 тапҡыр // Тотош уҡырға
АҠШ-тың Джорджия штатында алты йәшлек ҡыҙҙы ҡулға алғандар һәм, ҡулына бығау кейҙереп, полиция участкаһына алып киткәндәр.
Эш шунда: Салисия Джонсон мәктәптә мәхшәр ҡуптарған. Ул иҙәнгә китап менән уйынсыҡтарҙы ташлаған, обойҙарҙы йыртҡан, компьютер техникаһын тапаған, шкафтарҙы ауҙарған. Тыйырға тырышҡандарға ҡаршылыҡ күрһәткән, хатта мәктәп директорын яралаған. Аптырағас, полицияға шылтыратырға мәжбүр булғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көндәрҙең йылы тороуы янғын ихтималлығын көсәйтә: үткән тәүлектә Әүжән, Инйәр, Бөрө, Өфө урманлыҡтарында янғын осраҡтары теркәлгән.
40 гектарға яҡын майҙанды ут ялмаған, иң ҙур зыян – Бөрө урмансылығында. Утты һүндереүҙә йөҙгә яҡын кеше ҡатнашҡан, 22 берәмек техника ҡулланылған.
16 апрелдән Башҡортостанда рәсми рәүештә янғынға бәйле хәүефле миҙгел башланды, ошо осорҙа ғына төбәктә ике тиҫтәнән ашыу янғын сығып, 130 гектар урман зыян күргән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 43 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илдә "Георгий таҫмаһы" акцияһы башланды. Ул 9 Майға тиклем дауам итәсәк.
Волонтерҙар кешеләргә ҡара-хәнәүәт һыҙатлы таҫма таратасаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә арналған билдә – ватансылыҡ символы, оло һәм йәш быуынды берләштереүсе ғәмәл.
Ком: 0 // Уҡынылар: 27 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 68 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ