Эш хаҡын арттырыуҙы талап итәләр

21.02.2012 // Яңылыҡтар // Баҫып сығарырға
Германияның Майндағы Франкфрут ҡалаһындағы халыҡ-ара аэропортта хеҙмәткәрҙәрҙең эште туҡтатыуы арҡаһында меңәрләгән пассажир сәфәрен кисектереп торорға мәжбүр. Авиадиспетчерҙар эшкә сыҡмаған. Һуңғы тәүлектә 150 рейсты тотҡарлағандар.
Аэропорт хеҙмәткәрҙәре әле эш биреүселәр менән уртаҡ фекергә килә алмай. Улар хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы, эш сәғәтен ҡыҫҡартыуҙы талап итә, ҡуйылған шарттар үтәлгәс кенә эшкә сығасаҡтарын белдерә.
 
 
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ