Яңы Тәтешле ауылында удмурттарҙың Быдзынал байрамы үтте.
"Шулдыр жыт" фольклор ансамбле етәксеһе Алиса Мусаҡаева һәм китапханасы Ольга Милиятова ҡунаҡтарҙы удмурт йолалары менән таныштырҙы, байрамдың тарихын һөйләне. Балалар милли уйындарҙа ҡатнашты, тәмле бутҡанан ауыҙ итте.
Быдзынал – боронғо удмурт байрамдарының береһе, православие Пасхаһына оҡшаш. Унан һуң, ғәҙәттә, ер эштәре башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 24 тапҡыр // Тотош уҡырға
Белорет ҡалаһында 11 йәшлек Алена Горячеваны эҙләйҙәр.
Ҡыҙ 16 апрелдә өйҙән сығып киткән һәм әлегәсә уның ҡайҙалығын белеүсе юҡ. Зәңгәр күҙле, оҙон сәсле ҡыҙ алһыу водолазка, аҡ һыҙатлы сағыу ҡыҙыл салбар, күк кроссовка кейгән булған. Әгәр ҙә кемгәлер ниҙер мәғлүм булһа, 02 телефоны буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 30 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Өфө" аэропортында "Люфтганза" авиакомпанияһының Шанхайҙан Франкфуртҡа осоусы Boeng-747 самолеты техник сәбәптәр менән Башҡортостан ерендә туҡтарға мәжбүр булды.
Ике палубалы (ике ҡатлы) самолет донъялағы иң ҙур, иң ауыр, күп кеше һыйҙырышлы транспорт сараларының береһе һәм алыҫ араға оса. Әлеге осраҡҡа килгәндә, самолет һауала саҡта двигателдән төтөн сыға башлаған, шуға ла борттағы 311 пассажирҙың яҙмышы өсөн яуаплы экипаж Башҡортостан аэропортына ултырырға рөхсәт һораған. Сит ил граждандары аэропорт терминалында урынлаштырылды, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 26 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былтыр 22 июлдә Норвегияла 77 кешенең ғүмерен өҙгән террорсы Андерс Брейвикка Ослола суд башланды.
Әленән үк шул билдәле: әҙәм аҡтығы ҡылығы өсөн һис үкенмәй, киреһенсә, мөмкинлек булһа, күберәк кешеләрҙе үлтерер инем, ти һәм енәйәтен “үҙ-үҙен яҡлау” тип атай. Брейвиктың адвокаттары уларҙы бик ауыр эш көткәнлеген һәм аҡланырға теләгән кешегә быны эшләргә улар ярҙам итергә бурыслы икәнлеген белдерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙең көньяғында төҙөлөп ятҡан бер бина тулыһынса емерелеү сәбәпле бер кеше һәләк булған, тиҫтәләрсә төҙөүсе йәрәхәтләнгән.
Асыҡланыуынса, алты ҡатлы бина бер ниндәй рөхсәтһеҙ, документтарһыҙ (!) төҙөлгән, унда Урта Азиянан килгән кешеләр эшләгән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, зыян күргәндәрҙең шәхестәре асыҡлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 25 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 68 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ