Башҡортостан юлдаш каналы 2012 йылдың 1 ғинуарында балалар өсөн "Боронзаман илендә" фильм-әкиәтен күрһәтәсәк.
Уны "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы оҫталары – режиссер Ләйсән Солтанғолова, рәссам Альбина Шәһретдинова һәм оператор Марат Йоносов төшөргән. Сценарий авторы – Гөлназ Ҡолһарина. Фильмда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары һәм "Тамыр"ҙың йәш йондоҙҙары ҡатнаша. Әкиәт мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы сюжетҡа ҡоролған: унда Аждаһа, Дейеү, Мәскәй кеүек тылсымлы персонаждар бар, ике төп герой иһә, Ҡарһылыуҙы ҡотҡарам тип, төрлө мажараларға тарыясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 63 тапҡыр // Тотош уҡырға
Браконьерҙарҙың намыҫы юҡлығын белһәк тә, Өфөләге хәл күптәрҙе хайран ҡалдырҙы: кемдер баш ҡалалағы парктарҙың береһендә үҫкән шыршыны ҡырҡырға йөрьәт иткән.
Менделеев урамындағы "Урмансылар" паркындағы йәшел һылыуҡайға 30 йәш самаһы булған, бөтә һуҡмаҡтар ҙа ошо күркәм ағас эргәһенән үткән. Намыҫһыҙ әҙәмдәр ағасты йығып ҡына ҡалмаған, ә уның күркәм урынын – өҫкө өлөшөн генә ҡырҡып алып киткән. Енәйәтсене йыраҡтан эҙләмәйҙәр: моғайын, был яҡында йәшәгән кешелер тигән фекер өҫтөнлөк итә. Ни тиһәң дә, бурға ҡала буйлап шыршы ташып йөрөү бик тә уңайһыҙ булыр һәм тиҙ арала шаһиттар табылыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 67 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Йылайыр ауылында тәүге тапҡыр Ҡыш бабайҙар парады үтте.
Сарала райондың 13 ауыл биләмәһе, предприятиелары, ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты, 40 дәғүәсе төп Ҡыш бабай исеме өсөн көс һынашты. Еңеүсе 31 декабрҙә яҡташтарын ҡотлау хоҡуғын алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 60 тапҡыр // Тотош уҡырға
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе ике көндә республикала ҡар яуасаҡ һәм көслө ел буласаҡ.
Һауа торошо ҡатмарланыу сәбәпле, республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы автомобиль йөрөтөүселәргә һаҡ булырға, юл ситендә "ҡорос ат"тарын ҡалдырмаҫҡа, юл таҙартыу хеҙмәтенә ҡамасауламаҫҡа кәңәш итә. Буранлы осорҙа сәфәрҙәрҙән тыйылып тороу урынлы. Юлға сыҡҡан осраҡта тиҙлек режимын һәм интервалды һаҡлау мөһим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 85 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Өфө" халыҡ-ара аэропортында белдереүҙәренсә, быйыл ойошма 1 687 700 кешене хеҙмәтләндергән. Үткән йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда, был 10,8 процентҡа күберәк. Әйткәндәй, былтыр 1,5 миллионынсы пассажирҙы 29 декабрҙә билдәләгәндәр, ә быйыл ошондай сара 18 ноябрҙә үк үткән.
Һауа юлдарын һайлаусы кешеләр йылдан-йыл арта, бигерәк тә сит ил йүнәлештәрен үҙ итеүселәр күп – яҡташтарыбыҙ йылы яҡтарҙа ял итергә әүәҫ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 62 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 41 42 43 44 45 46 47 48 49 ... 68 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ