Башҡортостан халҡы өсөн дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталында (www.gosuslugi.ru) яңы мөмкинлек барлыҡҡа килде – сайт аша хәҙер табипҡа ла яҙылырға мөмкин.
Бындай хеҙмәт республикала 2009 йылдан күрһәтелә, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Бөрө ҡалаларында йәшәүселәр генә берҙәм телефон, поликлиника регистратуралары һәм Интернет аша табипҡа алдан яҙыла ала ине. Хәҙер мөмкинлек күпкә киңәйҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бынан бер быуат элек Атлантика һыуҙарында һәләкәткә осраған данлыҡлы "Титаник" маршруты буйынса Англиянан “Balmoral” лайнеры сәйәхәткә сыҡҡан.
Саутгемптон портынан ҡуҙғалған карап Нью-Йоркка 12 көн барасаҡ тип күҙаллана, бортта – 1309 пассажир. Уларҙың күбеһе – тарихсылар, фажиғәлә һәләк булғандарҙың туғандары, яҙыусылар һәм "Титаник"ка табыныусылар.
Ойоштороусылар мөһабәт карап мөхитен тулыһынса кәүҙәләндерергә тырышҡан: кешеләр шул заманға хас кейем-һалым кейгән, тере музыка һәм меню ла – данлыҡлы "Титаник”тағыса.
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матбуғатта шау-шыу тыуҙырған Волгоград чиновниктары, ниһайәт, Италиянан ҡайтҡан.
Билдәле булыуынса, бынан бер нисә көн элек өлкә губернаторы, урындағы депутаттар һәм уларҙың ғаилә ағзалары – йәмғеһе 50-нән ашыу кеше – Тосканаға осҡайны. Рәсәй чиновниктары биш йондоҙло отелдә туҡтаған. Рәсми хәбәрҙәр буйынса, улар Италияға эшлекле осрашыуға барған. Әммә, йәмәғәтселек фекеренсә, чиновниктар ҡояшлы илдә күңел асҡан һәм ял иткән, сөнки ошо көндәрҙә губернатор тыуған көнөн билдәләгән. Ә Италияла католиктарҙың байрамы бара – эш ҡайғыһы юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республиканың 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында 26 тотҡон быяла ярсыҡтары, ҡаҙаҡ, ҡырынғыс менән үҙ-үҙҙәрен яралаған.
Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, хөкөм ителеүселәр бер ниндәй ҙә дәғүә белдермәгән. Барыһына ла медицина ярҙамы күрһәтелгән, психолог менән әңгәмә ойошторолған. Колониялағы хәл тулыһынса контролдә тотола. Ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле, унда республикалағы холоҡ төҙәтеү учреждениеларында закондарҙың үтәлешен күҙәтеү буйынса прокурор, йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзалары булып киткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 28 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илеш районында ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙар бихисап – такси хеҙмәтен күрһәтеүсе 31 йәшлек гүзәл ханымды ла ошо иҫәпкә индерергә булыр ине...
Бер ваҡыт уны автоинспектор туҡтатҡан, ә водитель...иҫерек булып сыҡҡан. Автомобиль йөрөтөү танытмаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан ҡатын һис тә аптырап тормаған, ә "Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына комментарийҙар" китабы эсенә 10 мең һум ришүәт һалып, урындағы ЮХХДИ-ға килгән. Һөҙөмтәлә танытмаһыҙ ҡалған ханымға 50 мең һум штраф һалғандар, ришүәтен конфискациялағандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 12 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 68 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ