Әлфиә Ғәлиәскәр ҡыҙы Ғафури районында Еҙем йылғаһы менән уратып алынған хозур тәбиғәтле Юлыҡ ауылында донъяға килә. Мәктәпте "5"-ле билдәләренә тамамлаған ҡыҙға Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт филология факультетына уҡырға инеүе ауыр булмай. Бында уҡытыусы һөнәренең бар нескәлектәрен үҙләштереп, 1987 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм күрше Ҡауарҙы ауылы егете Илгиз Хәкимйән улы менән тормош юлын бәйләп, ошо ауылдағы мәктәпкә эшкә урынлаша. Быйыл Хәмзиндарҙың бергә йәшәй башлауҙарына — 25 йыл.
Ком: 0 // Уҡынылар: 37 тапҡыр // Тотош уҡырға


