Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәркәйҙәрҙе ҡыш өшөтмәҫ
Йәркәйҙәрҙе ҡыш өшөтмәҫ"Уют" ойошмаһында бының өсөн бар көстәрен һалалар

Ҡыш еттеме, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта ҡатмарлыҡтар тыуа башлай. Ошондай хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн был тармаҡта эшләүселәр бөгөн бөтә көсөн һала. "Уют" яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы иңенә лә халыҡты йылылыҡ менән тәьмин итеү бурысы ятҡан. Бөгөн иһә бында ҡышҡы һалҡындарға әҙерлек эштәре аҙағына яҡынлаша.

Был ойошма Илеш районының Үрге һәм Түбәнге Йәркәй ауылдарын йылылыҡ һәм электр менән тәьмин итеү өсөн яуаплы. Беҙҙе уның ҡаҙанлыҡ цехы мастеры Марат Ғәббәсов ҡаршы алды. Күп фатирлы йорттарға, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, бюджет ойошмаларының бөтәһенә лә йылы тап ошонан юллана. "Ремонт эштәрен тамамланыҡ: ҡорамалдар, агрегаттар ҡаралды, һынауҙар үткәрелде, йылылыҡ селтәрҙәрен тикшерҙек. Әле уларға һыу тултыра башланыҡ. Дөйөм оҙонлоғо 22 саҡрым тирәһе тәшкил иткән йылытыу трассаларының хәле лә ҡәнәғәтләнерлек. Электр ҡорамалдарына ла ремонт-ревизия яһалған. Бөтә эштәр ҙә графикка ярашлы башҡарыла. 15 сентябрҙә әҙерлек паспорты алырға тейешбеҙ", – тип башҡарылғандар менән уртаҡлашты ойошма директоры Наил Ғәйнуллин.
Беҙ килгәндә, бында буяу эштәрен тамамлай инеләр. Ҡаҙанлыҡ цехы мастеры Марат Ғәббәсов һөйләүенсә, бөгөн-иртәгә тикшереү менән махсус комиссия килергә тейеш. Әле пар йылытҡыстарына прессовка башҡараһы ҡалған. Бөтә персонал инструкцияға ярашлы йыллыҡ аттестация үткән.
"Уют"та 23 кеше эш урыны тапҡан, штатта операторҙар, лаборанттар, слесарҙар, электриктар, иретеп йәбештереүселәр, һыу аппаратсыһы бар. Уртаса эш хаҡы ауыл ере өсөн ҡәнәғәтләнерлек – 12 мең һум тирәһе. Етәксе әйтеүенсә, уны арттырыу мөмкинлеге һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, ләкин ойошманың башҡа сығымдары ла байтаҡ шул.
Һауа температураһы 8-9 градусҡа төшкән саҡта, район хакимиәте башлығы ҡарары менән торбаларға йылылыҡ бирелә башлай. Бөгөн "Уют" тарафынан Йәркәйҙәге күп фатирлы яҡынса йөҙ йорт йылытыла. Халыҡ йылы өсөн Башҡортостандың тарифтар буйынса комитетында раҫланған нормативҡа ярашлы Йәркәйҙәрҙе ҡыш өшөтмәҫтүләй. "Бурысы йыйылып киткәндәр ҙә юҡ түгел, шулай ҙа был мәсьәләне артыҡ ҡабартырға кәрәкмәйҙер. Ундайҙар менән аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Күпселек барыбер ваҡытында түләп килә", – ти Наил Мәғсүм улы.
Эш барышында килеп тыуған ҡатмарлыҡтарҙы ла тиҙ арала хәл итергә күнеккәндәр бында. "Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, агрегаттарҙың иҫәбе-хисабы юҡ, шуға ла төрлө хәл була. Ундай саҡта ремонт көттөрмәй инде", – тип төшөндөрә мастер Марат Фәүҙәт улы. Хакимиәт тә ярҙамдан өҙмәй икән: мәҫәлән, йылытыу трассаһының 9 саҡрымына республика һәм район тарафынан бүленгән аҡсаға капиталь ремонт яһалған. Насос станциялары ла реконструкция үткән. Ғөмүмән, йыл һайын башҡарылырға тейешле ремонт эштәре һәр ваҡыт үҙ мәлендә үтәлеп килә.
"Уют" ойошмаһы йылылыҡ өсөн генә түгел, район үҙәген электр менән тәьмин итеү өсөн дә яуаплы. Һәр бер кешенең йортонда йылы булһын, ут булһын өсөн тир түгәләр бында. Шулай уҡ бәләкәй станцияларға ревизия, трансформатор станцияларына ремонт башҡарыу ҙа – "Уют" иңендә. Урамдарҙағы яҡты өсөн дә ауыл Советы менән берлектә улар яуаплы.
"Ҡышын йылы һәм ут менән өҙөклөк булмаҫ тип ышанабыҙ. Тап шуның өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ бит. Һәр саҡ кешеләр мәнфәғәтендә эшләргә кәрәк, беҙ ҙә ошоно күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Шул саҡта һөҙөмтә лә көттөрмәй", – тине етәксе, беҙгә хәйерле юл теләп. Ни әйтәһең, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Күргәндәребеҙҙән илештәрҙе ҡыш, моғайын, быйыл өшөтмәҫ тигән фекерҙә ҡайтыу яғына юлландыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 39

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 31

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 40

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 54

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 47

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 38

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 51

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 48

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 43

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 43

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 60

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 47