Ҡан баҫымын түбәнәйтеү кәрәкһә...

27-09-2013, 03:15 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ҡан баҫымын түбәнәйтеү кәрәкһә...Миләштән ҡайнатма

1 килограмм миләш, 1,5 килограмм шәкәр ҡомо, ике стакан һыу кәрәк.
Һайлап алынған һәм йыуылған емештәргә һыуытылған сироп ҡойоп, бер тәүлек тоторға. Иртәгәһенә сиропты һарҡытып ҡайнатырға. Һыуытҡас, еләккә һалып, әҙер булғанға ҡәҙәр йәнә ҡайнатырға кәрәк.

Миләштән повидло

Еләктәрҙе йыуып киптерергә, аҙаҡ бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйып туңдырырға йәки 1-2 минут ҡайнатып алырға. Ул сағында әсеһе бөтәсәк. Әҙер еләк-емеште ит үткәргестән сығарып, ошо иҙмәгә шәкәр ҡомо һибергә лә (2 килограмм миләшкә 1 килограмм шәкәр ҡомо), һыу өҫтәргә (1 килограмм еләккә бер стакан һыу иҫәбенән). Артабан һыуы сынаяҡ аҫтына һалғанда ағып китмәй башлағанға тиклем талғын утта тоторға.

Үҙ һутындағы миләш

Еләктәрҙе йыуып, өс минут самаһы бешекләргә, һыуытып, стерилләнгән банкаларға һалырға ла өҫтөнә миләш ҡайнатмаһын (һыуын) ҡойорға. Ҡапҡасты еңелсә генә ҡаплап тороп, 20 минут стерилләргә. Ныҡлап япҡас, һыуытырға ҡуйырға.

Миләштән компот

Өлгөргән миләште йыуырға ла дүрт-биш минут бешекләп, һалҡын һыуға һалып һыуытып алырға.
Еләктәрҙе эмаль һауытҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар шәкәр сиробы ҡойғас, 18-20 сәғәт тоторға.
(1 килограмм миләшкә — 470 грамм шәкәр ҡомо һәм 700 грамм һыу). Артабан уларҙы сироптан алып, банкаларға тығыҙлап тултырырға ла шул уҡ сиропты йәнә өҫтөнә ҡойорға. Ҡапҡас ҡаплап, банкаларҙы юғары температурала стерилләргә. Әҙер компотты ныҡлап ябырға ла, баштүбән әйләндереп, һыуытырға ҡуйырға.

Миләшле сәй

Бер стакан кипкән миләш, ярты стакан ҡурай еләге, сирек стакан ҡара ҡарағат япрағы, бер аш ҡалағы бөтнөк алып бергә бутарға һәм сәй һымаҡ бешерергә.

Миләш кеҫәле

Бер стакан миләш һуты, ярты стакан шәкәр ҡомо, ике стакан һыу, ике аш ҡалағы крахмал алырға.
Миләш һутын шәкәр ҡомо һәм һыу менән ҡушырға ла ҡайнатып сығарырға. Унан һалҡын һыуҙа иретелгән крахмал өҫтәп болғатырға. Артабан йәнә ҡайнағанға тиклем утта тоторға.

Миләш менән алманан ҡайнатма

Бер килограмм миләш, ярты килограмм алма, ике килограмм шәкәр ҡомо, ике стакан һыу алырға.
Алманы турарға, әҙер миләш еләген әселеген бөтөрөү өсөн ике минут самаһы тоҙло һыуҙа тотоп алырға кәрәк. Артабан һалҡын һыуҙа сайҡатырға, алма менән ҡушырға, сироп һалып, әҙер булғансы утта тоторға.