Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Осто йөрәк, осто йөрәк йондоҙҙарҙан бейегерәк”...
Ниндәй тулы донъябыҙ бушап ҡалды — Марат Баязит улы Ишемғоловтың арабыҙҙан кинәт китеп барыуы аңыбыҙға һыймай. Тыуған еренең патриоты, район тотороҡлолоғон, быуындар күсәгилешлелеген һәм сәйәсәтен һаҡлай алыуы менән күптәргә өлгө етәксе, шиғри күңелле, йор һүҙле, кешелекле шәхес булып күңелдә ҡалыр ул.
Ысын мәғәнәһендә матбуғат дуҫы, әҙәбиәт һәм шиғриәткә мөкиббән ғашиҡ йән тип тә беләбеҙ уны. Хеҙмәт юлының төрлө баҫҡыстарын үтеп, Ер йөҙөндәге иң гуманлы профессия — уҡытыусы һөнәрен алған, мәктәп директоры булып эшләгән кешенең мәҙәнилеге, киң эрудицияһы, мөғәмәлә итеү оҫталығы, үҙ өҫтөндә ныҡышмалы эшләүе районды етәкләүендә лә яҡшы сағылды.
Гәзитебеҙҙә “Район башлығының бер көнө” тигән яңы рубриканы асҡас, уның тәү геройҙары рәтендә тап Марат Баязит улын күрергә теләүебеҙ һис тә юҡҡа түгел ине. Һәр изге башланғысты хуплап, һис ауырһынмай күтәреп алыуына, ихласлығына иҫәп тотҡайныҡ һәм яңылышманыҡ. Халҡының көнитмеше менән ҡыҙыҡһынған, тормош сифатын күтәреү өсөн янып-көйгән, етәкселек итеү стилен камиллаштырыуҙың көн ҡаҙағында торған бурыс икәнен яҡшы аңлап эш иткән етәксенең: “Аҡсабыҙ булмағанға күрә башты эшләтергә тура килә” тигән ҡанатлы һүҙҙәре күптәр өсөн йәшәү девизы була алыр ине. Ғөмүмән, Марат Баязит улына һүҙ тапҡырлығы, фекер тослоғо, кинәйәләү бик тә хас булды. Физик-математик, иҡтисадсы һөнәрҙәренә эйә шәхестең хистәр тулышыуҙан шиғриәткә тартылыуы, шиғыр яҙыуы ла сер түгел. Халыҡтың рухи донъяһын байытыуға миҫалды күпләп килтерергә булыр ине.
“Ер — беҙҙең халыҡ өсөн үтә ҡиммәтле төшөнсә. Тик беҙ уны һабантуйҙан ҡайтҡанда, уңыш алғанда йәки һалым түләгәндә генә түгел, көн дә иҫкә төшөрөргә, ҡәҙер итергә тейешбеҙ”. “Көтөүлек итәһеңме, сәсеүлекме — һинең эшең, бары ер һиңә дәғүә белдермәһен! “Йәнле ауыл” социаль проектына икеләнеүҙәрҙе еңеп килдек тә инде”. “Ниндәй генә ҙур программалар, социаль проекттар ҡабул итмәйек, әгәр уртаһында кеше мәнфәғәте тормаһа, уларҙы үтәүҙән файҙа булмаҫ...”
Бына шулай уйлап йәшәне тынғыһыҙ Марат Ишемғолов. Үкенес, әллә күпме яңы уй-ниәте, изге эштәре бойомға ашмай ҡалды. Киләһе йылда танылған шағир Рәшит Назаровтың 70 йыллығын юғары кимәлдә үткәреү хыялы ла, районды “кирбестең баш ҡалаһы”на әүерелдереү уйы ла, “Йәнле ауыл” проектын хужаларса дауам итеү теләге лә...
...Төрөмбәткә яҡынлашҡанда район башлығынан: “Ауыл ҡапҡаһынан ингәндә шағирҙың ниндәй шиғри юлдары ҡаршылауын теләр инегеҙ?” — тип һорауыбыҙға Марат Баязит улы һис тә уйлап тормай шулай тип яуапланы:
— Һис һүҙһеҙ “Йөрәк”те!
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде
Һәм, йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма.
Уның шиғырҙы нисек дәртләнеп, тулҡынланып аҙағынаса уҡыуын хәтерҙән юйырлыҡ түгел. Хәтирәләрҙән күңел тулыша, күҙ йәштәре ирекһеҙләй. Ниндәй оло юғалтыу кисерҙек беҙ!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 31

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 45

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 87

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 46

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 65

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 153

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 141

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 30