Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарих ҡуласаһын әйләндергән шәхес
Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-иҡтисади һәм социаль яҡтан үҫешенә үҙенең тос өлөшөн индергән күренекле дәүләт эшмәкәре Фәйзрахман Зәғәфуран улы Зәғәфурановтың тыуыуына 100 йыл тулды.

Кешенең үткән тормошон һәм хеҙмәт юлын, бигерәк тә күренекле дәүләт эшмәкәренең автобиографияһына һәм “Шәхси эш”тә һаҡланған документтарына ғына ҡарап, тулы итеп күҙ алдына килтереп булмай. Шуға ла, оло шәхестең портретына биҙәктәр өҫтәү маҡсатында, уның ҡыҙы менән осраштым.
Флүрә Фәйзрахман ҡыҙы мөләйем йылмайып ҡаршы алды. Атаһының наградалары, төрлө йылдарҙа төшкән фотолары һәм документтары менән таныштырҙы. Бына уның үҙ ҡулы менән яҙған автобиографияһы.
Фәйзрахман Зәғәфуранов 1913 йылдың октябрендә Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуған. Биш йәшендә атаһы, туғыҙ йәшендә әсәһе үлеп ҡала. Үкһеҙ етем ейәнен олатаһы үҙ тәрбиәһенә ала. Ауылдағы мәктәптән һуң, 1929 йылда Благовещен ҡалаһына уҡырға килә, аҙаҡтан Өфөлә хисапсылар курсында уҡый. 17 йәшлек егет үҙенең хеҙмәт юлын тап хисапсы булып башлай. Һуңынан Өфөләге юғары Коммунистик ауыл хужалығы мәктәбендә, ә 1935 йылда Мәскәүҙә белемен камиллаштыра. 1935 – 1937 йылдарҙа үҙе уҡыған юғары Коммунистик ауыл хужалығы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1939 йылда аҡ финдарға ҡаршы һуғыша.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, беренселәрҙән булып яуға китә, Көньяҡ-көнбайыш, Сталинград, Дон фронттарында рота командиры ярҙамсыһы вазифаһында фашистарға ҡаршы алыша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, “Почет Билдәһе” ордендары һәм бик күп миҙал менән бүләкләнә. 1943 йылда ҡаты яралана. Магнитогорск ҡалаһы госпиталендә дауаланғас, уны Темәстәге педагогия училищеһына директор итеп тәғәйенләйҙәр. 1945 – 1947 йылдарҙа Баймаҡ райкомында пропаганда һәм агитация бүлеген етәкләй. 1947 – 1950 йылдарҙа партияның Өлкә комитеты Зәғәфурановты Баймаҡ райкомына икенсе секретарь, һуңынан беренсе секретарь вазифаһына тәғәйенләй. 1950 йылдың 20 июлендә Фәйзрахман Зәғәфурановты БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе вазифаһына тәҡдим итәләр. Ошо яуаплы урында ул 1967 йылға тиклем эшләй. Талапсан, ябай, ярҙамсыл булыуы арҡаһында халыҡ араһында абруй ҡаҙана. Уға ҙур ышаныс белдереп, бөтә Башҡортостан халҡы дәүләт власының иң юғары органдары – СССР, РСФСР һәм БАССР Юғары Советтарының III – VI саҡырылыштарына депутат итеп һайлай.
Ул эшләгән дәүерҙә республикабыҙ тар ғына автономия эсендә лә сәнәғәт, ауыл хужалығы тармаҡтарын үҫтереүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкәне өсөн 1957 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә. Ошо осорҙа бик күп мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары асыла. Бында инде республика етәксеһенең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Оло шәхес һәр ваҡыт үҙенең яҡташтары менән аралашып йәшәй. Үҙенең тыуған Мәсетле яҡтарына йыш ҡайта. 2001 йылда Һөләймән ауылы мәктәбенә уның исеме бирелә.
Башҡортостан Парламенты тарихы музейында архивтан алынған документтар һәм фотодокументтар нигеҙендә ябай ауыл малайының БАССР дәүләт власының юғары органы – БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе дәрәжәһенә тиклем үҫкәнен, уның хеҙмәт юлын сағылдырған бай йөкмәткеле экспозиция-күргәҙмә эшләнде. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улын киләсәк быуын да онотмаҫ, уның тураһында йылы хәтирәләр күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Аэропортҡа – яңы исем

Аэропортҡа – яңы исем 15.10.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Рус географик йәмғиәте Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте менән...

Тотош уҡырға 18

Әруахтар йорто кәртәләнде

Әруахтар йорто кәртәләнде 15.10.2018 // Йәмғиәт

Стәрлебаш районы Түбәнге Ибрай ауылы халҡы дөйөм көс менән яҙ көнө зыяратта өмә ойоштороп, уның...

Тотош уҡырға 24

Һыуытты...

Һыуытты... 15.10.2018 // Йәмғиәт

Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итеүенсә, был аҙна башында республикала һалҡын һауа торошо...

Тотош уҡырға 34

Пассажирҙар мәнфәғәте көнүҙәк

Пассажирҙар мәнфәғәте көнүҙәк 15.10.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 43

Ҡарттар нисек йәшәй?

Ҡарттар нисек йәшәй? 15.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡарттар һәм инвалидтар...

Тотош уҡырға 35

“Ҡартайырға әле иртәрәк...”

“Ҡартайырға әле иртәрәк...” 13.10.2018 // Йәмғиәт

70 йәшкә етеп килгәндә яҙмышыңды ҡырҡа үҙгәртеп, барыһын да өр-яңынан башлап буламы? Хаҡлы ялға...

Тотош уҡырға 46

Еҙем етемһерәмәйәсәк

Еҙем етемһерәмәйәсәк 13.10.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Еҙем” тәбиғәт паркын булдырыуға 16,6 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. 36 гектарҙа...

Тотош уҡырға 44

Лидерҙарға юл асыҡ!

Лидерҙарға юл асыҡ! 12.10.2018 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә идарасыларҙың сираттағы “Рәсәй лидерҙары” конкурсы башланды. Ул – “Рәсәй – мөмкинлектәр...

Тотош уҡырға 44

Урман ҡыҙы

Урман ҡыҙы 12.10.2018 // Йәмғиәт

Уңғандарҙың ризығы мул, тормошо болло. Май тәпәне тышынан билдәле тигәнде раҫлап, Ғәлиевтәрҙең...

Тотош уҡырға 61

Беҙҙе арҡалы иткән атайҙар

Беҙҙе арҡалы иткән атайҙар 12.10.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышы осоро йылдан-йыл алыҫлаша, ләкин дәһшәтле дәүер, яу ҡырҙарындағы ҡан ҡойош, ул...

Тотош уҡырға 45

“Йылдар аша баш эйәбеҙ һеҙгә, Һуғыштарҙа ҡалған ҡорбандар!”

“Йылдар аша баш эйәбеҙ һеҙгә, Һуғыштарҙа ҡалған ҡорбандар!” 12.10.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 73 йыл үтеп, туптар, бомбалар шартлау тауышы  тынған был ерҙәрҙә...

Тотош уҡырға 48

“Һанлы телевидениеға  күсеү – ул заман талабы”

“Һанлы телевидениеға күсеү – ул заман талабы” 12.10.2018 // Йәмғиәт

Илебеҙҙә телевидение өр-яңы этапҡа аяҡ баҫа. 2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы...

Тотош уҡырға 58