Иң бәхетле минуттар

31-12-2011, 06:05 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Иң бәхетле минуттар“Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Законға ярашлы, Баймаҡ районынан күптән түгел биш ғаилә республика бюджеты иҫәбенән торлаҡ сертификатына эйә булды. Биш һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған йәштәге бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программа буйынса уларға социаль түләүҙәр бирелә, ә уны алыу хоҡуғы торлаҡ сертификаты менән нығытыла.
Ошондай ҙур бүләккә эйә булыусы бәхетле парҙарҙың береһе Баймаҡ районының Күсей ауылында йәшәй. Раушания менән Дәүләт Ишбирҙиндарҙың татыу ғаиләһендә сәскәләй дүрт ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләнә. Бер-бер артлы донъяға килгән балаларҙы тәрбиәләү мәшәҡәте, ауылда хеҙмәт хаҡы түләнгән эш булмау сәбәпле, тиҙ арала йорт төҙөү хаҡында хыяллана ла алмайҙар. Ишбирҙиндар 2009 йылда үрҙә әйтелгән программала ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтарҙы юллап, тейешле органдарға ебәрә. Ниһайәт, көткән өмөттәре аҡлана, сертификат алыу бәхетенә ирешәләр.
— Шатлығыбыҙҙың иге-сиге юҡ, — ти ғаилә башлығы Дәүләт Риза улы. — Балалар Яңы йыл мөғжизәһенә ышанып бүләк көткән кеүек, ҡатыным менән торлаҡ сертификатын Ҡыш бабай бүләге кеүек ҡабул иттек. Балаларыбыҙ менән кәңәшләшкәндән һуң, торлаҡты Сибай ҡалаһынан һатып алырға булдыҡ, сөнки киләсәктә уларға юғары белем биреү — төп маҡсатыбыҙҙың береһе.
Ишбирҙиндарҙың балалары мәктәптә яҡшы уҡыуы һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы менән айырылып тора. Өлкән улдары Байрас Сибай ҡалаһының 24-се һөнәрселек лицейында белем ала, Динәләре — IХ, Луиза — III, Элиза II класта уҡый. Иң бәләкәстәре Фирүзә балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла сәнғәтте ярата, моңло итеп йырлай һәм матур бейей. Аталары ҡулына баянын алыу менән ҡыҙҙары концерт ҡуйырға тотона. Апайҙары Динә һәр саҡ һеңлеләре менән мәж килә. Һылыуҙарының сәстәрен үрһенме, күлдәктәрен үтекләһенме, бер һүҙ менән әйткәндә, әсәләренең иң ҙур ярҙамсыһы һәм уң ҡулы ул. Ә күмәкләшеп төрлө тәмлекәс бешереп, ағаларын һәм аталарын һыйлау, ғаилә менән бер табынға ултырып әңгәмәләшеүҙәре — Ишбирҙиндарҙың иң бәхетле минуттары.
Биш балаға ғүмер биреп, уларҙы кеше итеү өсөн барыһын да эшләргә әҙер Раушания менән Дәүләт Ишбирҙиндарҙың ҡыуанысын ихлас күңелдән уртаҡлаштыҡ. Ғаиләгә именлек, бәрәкәт, сәләмәтлек теләйбеҙ.
К. ИШБУЛДИНА.
Баймаҡ районы.