Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Лондонда ла беләләр
Лондонда ла беләләрҺунарсылыҡ башҡортҡа һис кенә лә ят шөғөл түгел. Милләтебеҙҙә ир-азаматтың борон-борондан батыр, ҡыйыу тигән даны таралған: суҡмар менән бүре һуғып алһынмы, йә һөңгө тотоп ҡына айыуға барһынмы... Араларында йыртҡыс ҡош менән оҫта һунар иткәндәре лә аҙ булмаған.

Үкенескә ҡаршы, башҡорттоң ҡырағай ҡош менән һунар итеү оҫталығы күптән онотолған. Уйлап ҡараһаң, милли һунарсылыҡтың йөҙө бит ул! Эйе, заманы бүтән булғас, заңы ла башҡасараҡтыр. Шулай ҙа уны бөтөнләйгә юғалып ҡалды тиһәк, хата булыр: күптән түгел билдәле этнограф Мирза Муллағоловтың "Башҡорттарҙа ыласын һунары" тигән китабы донъя күрҙе. Ул – ғалимдың ике тиҫтә йыл дауамында башҡарған этнографик тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе. Белгес һунарсылыҡтың был төрөн тәфсирләп өйрәнеп, уҡыусыға шул заман оҫталарының серҙәрен еткерергә тырышҡан. Әйткәндәй, уның ошондай ҡайһы бер хеҙмәттәре Лондондағы ыласын һунары үҙәгенең сайтына ла ҡуйылған. Тимәк, унда ла боронғо башҡорт кәсебе хаҡында беләләр!
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге нәшер иткән был китапта автор XIII – XIX быуаттарҙа башҡорттарҙа үтә лә киң таралған һунар төрөн сағылдыра һәм уның үҫеш тарихын өйрәнә. Ғалим үҙенең тикшеренеүендә яҙма сығанаҡтарға, фольклор һәм архив материалдарына (мәҫәлән, Санкт-Петербургтағы Фәндәр академияһының һәм Рәсәй география йәмғиәтенең архивтарында һаҡланған документтарға, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк тарих архивынан тапҡан мәғлүмәттәргә) таяна. Шул уҡ ваҡытта шаһиттарҙан йыйылған күрһәтмәләр ҙә ситтә ҡалмай. Мирза Ғизетдин улы йыйынтыҡҡа мәғлүмәтте Дим башҡорттары (Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы) аҡһаҡалдары менән дә яҡындан аралашып туплаған. Этнограф был төр һунарсылыҡтың генетик сығанаҡтарын барларға тырыша, уның милләтебеҙ тормошондағы һәм мәҙәниәтендәге әһәмиәтен асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Автор халҡыбыҙҙың ҡош сөйөүҙә ниндәй ҡоштарға өҫтөнлөк биреүе тураһында һөйләй, уларҙы аулауҙың, ҡулға эйәләтеүҙең ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында бәйән итә. Баҫманы Мирза Ғизетдин улының үҙе төшөргән рәсемдәре лә тулыландыра. Ул этнографтар, студенттар, аспиранттар өсөн генә түгел, ә тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы һәр кемдең күңеленә хуш килерлек.
Лондонда ла беләләрБаҫманың үҙенсәлеге шунда: автор китабында ҡош аулауҙың, уны ҡулға өйрәтеүҙең, сөйөүҙең тик башҡорттарға ғына хас ысулдарын айырып күрһәтергә тырышҡан. Мәҫәлән, башҡорттар ҡаяға үрмәләү өсөн арҡанды тик айғыр ялынан йә ҡойроғонан ишер булған. Шулай уҡ ҡаяға үрмәләү ысулдарында ла уларҙың башҡаларҙан айырымлыҡтары бихисап булған. Ыласын һунарының киң таралыуы һәм уларҙың был йәһәттән даны тураһында һөйләгән мәғлүмәттәр етерлек: мәҫәлән, башҡорттар император тарафынан ойошторолған һунарҙарҙы ла ҡоштар менән тәьмин иткән икән, унан алдараҡ монгол-татарҙарға ла яһаҡты ҡулға эйәләтелгән һунарсы ҡоштар менән түләр булғандар.
Тарихсы халыҡта һаҡланған боронғо ғәҙәттәрҙе лә сағылдырырға тырышҡан. Мәҫәлән, элек башҡорт халҡындағы тәртип буйынса, кәләш алырлыҡ егет тәүҙә ҡырағай ҡошто һунарға өйрәткән һәм уның менән һунар итә белергә тейеш булған. Ҡыҙ ҙа шундай егетте өҫтөн һанаған. Был ғәҙәт үҙе үк ҡош сөйөү башҡортта борон-борондан килгән кәсеп икәнен күрһәтә.
– Ыласын һунары башҡортта күп тармаҡлы кәсепселек төрө булған. Берәүҙәр йыртҡыс ҡош ояларын эҙләһә, икенселәр уларҙы аулау менән мәшғүл булған, өсөнсөләр ҡошсоҡтарҙы ҡулға эйәләткән, дүртенселәр уларҙы һунарға өйрәткән, бишенселәр иһә баҙарға сығып, ошо һунарсы ҡоштар менән сауҙа иткән. Шулай уҡ араларында ыласын һунарын шөғөл иткәндәре лә осраған. Ыласын һунарын иң тәүҙә көн талабынан сығып аңлатырға була. Өйрәтелгән бөркөттәр ярҙамында улар малдарын йыртҡыстан һаҡлаған, ыласын һәм ҡарсыға ярҙамында тиреһе өсөн төлкө йә ҡуян аулаған, шулай уҡ башҡа ҡырағай йәнлеккә һунар иткән.
Бөгөн һунарсылыҡтың был төрө күптән тарих төпкөлөндә ҡалған, ҡайһы бер төбәктәрҙә туристар өсөн күңел асыу сараһы булараҡ ҡына һаҡланған. Шулай ҙа һаман да ҡайһы бер аэродромдар янында махсус өйрәтелгән йыртҡыс ҡоштарҙы тоталар, улар йыш ҡына самолет двигателдәренә эләгеп бәлә тыуҙырған ваҡ ҡоштарҙы ҡыуалай, – тип төшөндөрә Мирза Ғизетдин улы.
Автор китапты баҫып сығарыуҙа ярҙам ҡулы һуҙғандарға рәхмәт һүҙе лә еткерә. "Бөгөнгө финанс йәһәтенән ҡатмарлы осорҙа бындай баҫманың донъя күрмәүе лә ихтимал ине", – тине ул. Әммә китапты нәшерләү һәм ошоға бәйле башҡа сараларҙы ойоштороуҙы Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Р.Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты һәм уның директоры, тарих фәндәре докторы, профессор Айһылыу Билал ҡыҙы Юнысова үҙ өҫтөнә алған икән. Ошондай эскерһеҙ ярҙам күрһәтелмәһә, был үҙенсәлекле хеҙмәт донъя күрә алмаҫ ине, әлбиттә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 14

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 29

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 31

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 27

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 38

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 41

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 91

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 117

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 32

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 25

Полицияға яла яҡһаң ...

Полицияға яла яҡһаң ... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Роман Деев Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 39